«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бала – ғаилә тотҡаһы түгел шул



22.07.2016 Бала – ғаилә тотҡаһы түгел шул

Бала – ғаилә тотҡаһы түгел шулВадим беҙҙең класта берҙән-бер малай булды. Тырышлығы, ихтирамлы булыуы һәм беҙгә, райондың төрлө ауылдарынан йыйыл­ған 12 ҡыҙға баш-баштаҡланырға, уның менән етәкселек итергә ирек бирмәйенсә, үҙен лидерҙарса тотоуы менән һәр ваҡыт маҡтала торғайны. Икәү-ара айырыуса дуҫ булдыҡ, тәүге мөхәббәт тураһында ла, ғаиләләге төрлө аңлашылмаусанлыҡ, атай-әсәй­ҙәр менән бәхәстәр хаҡында ла асыҡтан-асыҡ һөйләштек. Ҡыҫҡаһы, серҙәребеҙ беректе. Мәктәпте тамамлағас, төрлөбөҙ төрлө уҡыу йорттарына таралдыҡ. Бер бөртөк егетебеҙ ауыл хужалығы институтының иң ауыр тип һаналған механика факультетына уҡырға инде. Шул уҡ йылдың август айында класташтар менән осрашыу ойошторолғайны, әммә мин юғары уҡыу йортона уҡырға инә алмағас, сауҙа техникумына документтар тапшырып йөрөп, был сараға бара алманым.
Әллә яҙмыш ҡушыуымы, әллә нимә булды, белмәйем: мәктәпте тамамлауға 20 йыл үтте, Вадимды бер тапҡыр ҙа осратырға тура килмәне. Хәлдәрен класташ ҡыҙҙар һөйләүе буйынса ғына белә йөрөнөм: уҡыуын тамамлап, Салауат ҡалаһында эш башлаған, өйләнгән, фатир алған, ике балалары бар. Телефон номерын белеүсе булманы, интернет аша эҙләп ҡарау һөҙөмтә бирмәне. Ҡайһы бер ҡыҙҙар менән дә күптән аралашҡаны булмағас, быйыл йәй башында мәктәпте тамамлауға 20 йыл тулыу айҡанлы класташтар осрашыуы ойоштороп ебәрергә булдыҡ. Кемеһен туғандары аша, кемеһен “Бәйләнештә” сайтында таптыҡ, “йүкә телефон”дарҙы ла эшкә ектек. Нисек итһәк иттек, билдәләнгән көндә мәктәпте тамамлаған 13 баланың 11-е, кемеһе тормош иптәше, кемеһе балалары менән йыйылыштыҡ. Вадим менән мин генә яңғыҙ килгәйнек. Арабыҙҙа 17 йыл күрешмәгән Зәлифәнең, һәм, әлбиттә, Вадимдың булыуы минең өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды. Хәтирәләр, көлкөлө хәлдәр, тормош иптәштәре менән таныш­тырыу­ҙар – осрашыу иртәнсәк баш­ланып, төн уртаһына тиклем дауам итте. Табынды йыйып, сүп-сарҙы таҙартҡансы таң һыҙыла башланы.
– Бөгөн ҡайтаһыңмы? Әгәр ҡайт­һаң, әйҙә, ауылыңа тиклем алып барам. – Вадим килеп ҡулымдан пакеттарҙы алды.
– Ярай, мәшәҡәтләнмә, әсәйемдәр осрашыуға киткәнде белә, борсолоп тороусы юҡ, иртәгә генә ҡайтырмын.
– Улайһа үҙебеҙгә алып ҡайтам. – Ул йылмайып миңә ҡулын һуҙҙы. Беҙ икәү бала саҡтағылай етәкләшеп машинаһына ҡарай атланыҡ.
– Бына был бүләгеңдәге яҙманы үҙгәртеп, ҡабаттан эшләп бир инде миңә, йәме, – йоҡлар алдынан сәй эсергә генә ултырғайныҡ, Вадим иҫтәлеккә таратҡан сувенирҙың үҙенә тәғәйенен алдыма һалды. Машина рулен тотҡан егеттең ҡолағына “Тырыш ир, өлгөлө ғаилә башлығы, бынамын тигән шофер” яҙыуы беркетелгән ине. Мин аптырап класташыма текәлдем. – Мин инде ғаилә башлығы түгел, айырылдым...
Кис буйына был турала бер һүҙ ҙә өндәшмәгәс, тәүҙә ышанманым. Әммә Вадимдың тауышы бойоҡ ине:
– Э-х-х-х, Гөлдәриә, 14 йыл ғаилә тормошонда йәшәп, 14 бәхетле айым булдымы икән, тип уйлай башланым әле мин. Бына, түҙер әмәлем ҡалмағас, айырылдым да, атай йортона ҡайтып төпләнмәксе булдым. Әлегә әсәйем менән ағайым ғына белә, хәҙер һиңә әйттем бына...
Һүҙҙе артабан нимә тип дауам итергә белмәй, телемә килгән тәүге дәлилемде әйтергә булдым:
– Ә балаларың?
Вадим нисектер йәмһеҙ итеп көлөп ебәрҙе:
– Беләһеңме, әсәй ҙә, ағай ҙа иң тәүҙә шулай тип һораны. Ни өсөн, нимә этәрҙе тип һорамайҙар. Ысынын ғына әйткәндә, бынан туғыҙ йыл элек айырылырға уйлағайным, шул саҡта бала хаҡы тип, үҙемде туҡтатып ҡалдым. Иң ҙур хатамдың береһе өйләнеү булһа, икенсеһе шул саҡта араны өҙмәй ҡалыу булды. Ир-ат ҡатынынан китер булһа, уны иң тәүҙә аҙғынлыҡта, эскелектә, һәм бала тураһында уйламауҙа ғәйепләй башлайҙар. Ә ниңә мин бала хаҡын уйларға, түҙергә тейешмен, ә әсәләре уйламай һуң ул?
– Шул тиклем насар йәшәнегеҙме ни?
– Тәүҙә һәйбәт кенә барған кеүек ине ул. Ун ай буйы дуҫлашып йөрөнөк, яратышып өйләнештек. Ул саҡтағы Сөмбөл менән бөгөнгө ҡатынымдың араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Әллә ул йылдарҙа һәйбәтерәк, аҡыллыраҡ күренергә тырышҡанмы, әллә минең яратыуым, уның һәр теләген тормошҡа ашырырға тырышыуым уны боҙҙомо – белмәйем. Һәр хәлдә, һуңғы ун йылда атай, ир түгелмен, ә аҡса алып ҡайтырға тейешле затмын. Балалар менән тышҡа саф һауа һуларға сыҡҡанда ла ул миңә ризаһыҙлыҡ күрһәтә. Имеш, йүнле ир көпә-көндөҙ эшһеҙлектән эт һуғармай. Баҡсаға барып ер ҡаҙһам, йәки таксиҙа йөрөп аҡса тапһам, файҙа күберәк булыр ине. Шул уҡ ваҡытта ҡатыным бер ваҡытта ла: “Рәхмәт, аҡса алып ҡайттың”, – тигәне юҡ. Нимәлер алһа, эш хаҡына йә кредитҡа алған, йәки әсәһе алып биргән. Иң үкенеслеһе, улым менән ҡыҙым да миңә ҡарата ихтирам тойғоһон юғалта башланы. “Атай, шуны ал, атай, аҡса кәрәк”. Ә ниндәйҙер һөйләшеү башларға, хәлдәрен белешергә теләһәм, йә дәрес әҙерләргә кәрәк уларға, йә ҡайҙалыр барырға. Бөтмәҫ зарынан, мине яманлауынан биҙеп, туғандарым да беҙгә килмәй башланы. Үҙебеҙ ҡайт­ҡанда ла берәй туғанымдың йөҙөн йыртып һүҙ әйтһенме, ниндәйҙер шаяртыуға үпкәләһенме, күрше килендән көнләшһенме – янъял ҡуптармайынса ауылдан киткәне булманы. Шуға күрә һуңғы ике йылда гел яңғыҙым йөрөнөм. Ниңә һуң мин, балалар тип, мине тиң күрмәгән, иргә һанамаған кеше менән йәшәргә тейеш һуң ул?
– Ә нилектән улай булды һуң ул? Һин бит кластағы 12 ҡыҙға баш бирмәй, улар араһындағы низағтарға ҡыҫылмай ғына йөрөнөң бит. Ә бында бер ҡатыныңдың яйын таба алмайһың...
– Урыҫтар “тещщщща” тип төрлө анекдоттар һөйләһә, элек асыу килә ине, хәҙер аңлайым. Беҙ бит балаларҙы ҡарашырға уңайлы булыр тип, ҡәйнәмдәр менән бер йорттан фатир алдыҡ. Хәҙер көнөнә ҡырҡ булмаһа ла, дүрт тапҡыр инеп сыға, һәр нәмәгә ҡыҫыла. Ҡыҙына һәйбәт нимә өйрәтмәһә лә, насар яҡҡа ҡоторторға шәп. Шуға күрә ҡатынымдың яйын тапҡан хәлдә лә, ҡәйнәмә ярай алмайым. Килеп инеү менән, ниңә ваннағыҙға ремонт эшләмәйһегеҙ, ниңә шкафты ҡиммәт хаҡҡа алдығыҙ, ниңә кейәү аҡса тапмай, ниңә ҡоҙағый ауылдан ит алып килмәй, ниңә төшкә тиклем йоҡлап ятаһығыҙ, тип ярһып-ярһып өйрәтә башлай. Үҙ өйөбөҙҙә үҙебеҙсә йәшәргә лә ирек юҡ.
– Өфөгә күсегеҙ һуң, ара алыҫ булһа, ҡыҫыла алмаҫ...
– Унан ҡотолоп булмай. Мәскәүҙә йәшәгән кесе ҡыҙын ике тапҡыр айырып алып ҡайтты. Бажа эш хаҡын бирмәгәс, балдыҙ әсәһенә ошаҡлап шылтыратҡан да, ҡәйнәм икенсе көндө үк юлға сыҡты һәм аҙна ла үтмәне, балаһы менән бергә айыртып алып ҡайтты. Ярты йылдан һуң йәштәр ҡабат ҡауышты, инде ҡыҫылмаҫ тиһәм, юҡ, аңламаны. Телен тыймағанмы инде, белмәйем, бажа сираттағы талаш ваҡытында балдыҙға бер-икене йоҙроҡ эләктергән. Был юлы ҡәйнәм кешенән бурысҡа аҡса алып, самолет менән осто. Инде бер йыл айырылғандарына, берәү булһа, балам яңғыҙ тип, ҡайғырыр ине, был шатлана. Ҡыҙҙарын да әйтәйем инде, алйот әсәләренә бар булған хәлдәрен һөйләп, нимә ашап, нимә эскәндәренә тиклем отчет биреп торалар.
– Шулай ҙа һин айырылырға ашыҡма әле... Бер теленгән икмәк берекмәй тиҙәр. Әллә берәй ҡатын таптыңмы ситтән?
– Һин нимә, ҡабат өйләнеү тураһында ауыҙымды ла асмаясаҡмын! Ә айырылыуға килгәндә, ҡарар иттем инде...
– Һуңғы сиккә нимә алып барып еткерҙе һуң?
– Үткән йыл ағайым ныҡлап ауырый башланы. Унда-бында йөрөп ҡараны, асыҡлап бер ни ҙә әйтмәй­ҙәр. Яман шешме әллә тип, Силәбегә тикшеренергә барырға булды. Һорағас, бурысҡа тип, машинаның тәгәрмәстәрен яңыртырға йыйған аҡсаны һалдым. Аҡса күсереү чегын кеҫәнән табып алып, Сөмбөл өйҙә оло яу ҡуптарҙы. Улай-былай итеп тынысландырҙым да, хәлде аңлата башланым. “Үлергә йөрөгән ағаһына анауындай аҡса биргән иҫәр һин! Аҙаҡ кем түләй бурысын?”– тип ҡысҡыра башлағайны, түҙмәнем, беренсе тапҡыр ҡатыныма ҡул күтәрҙем. Шунан башланды ла инде ысын буран! Тәүҙә ҡәйнәм менән ҡайнымды саҡыртты. Тынысланайым тип, урамға сыҡҡайным, ҡайтып инеүемә өйҙә полиция хеҙмәткәр­ҙәре менән тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүселәр ултыра ине. Мине күргәс, ҡатынымдың истерикаһы башланды: “Уның менән ҡалдырмағыҙ! Үлтерә ул мине! Төрмәгә алып китегеҙ”, – тип сеңләй. Әллә ҡыланды, әллә берәй быума сире булып шул ҡуҙҙымы, белмәйем. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре мине алып китерлек дәлил юҡ тип (эсмәгәнмен, үҙемде тыныс тотам, ни өсөн һуҡҡанымды аңлатып яҙҙым), өйҙән сығып китте. Шул көндән һуң ҡәйнәм ҡыҙын минән туҡматмайым тигән һылтау менән беҙҙә ҡуна башланы. Ашарға бешерелмәй, кейем йыуылмай, балалар минең менән һөйләшмәй. Тулыһынса бойкот иғлан ителде, мин дә яуапһыҙ ҡалмаҫҡа булдым. Эш хаҡы алған көндө ҡәйнәм минән балаларҙың кәрәк-ярағына тип аҡса һорағайны, үҙһүҙлелеккә барып бирмәнем. Өйҙә ҡабат янъял ҡупты, икенсе көн эштән ҡайтыуыма ишектәге йоҙаҡты алмаштырып, мине өйгә индермәҫкә маташтылар. Полиция са­ҡыртып, үҙемдең өйгә инергә хоҡуғым барлығын иҫбатлап, йо­ҙаҡты ҡырҡтырып индем. Ике ай шулай һуғыш яланындағылай көн иттек. Сөмбөл судҡа барып алимент­ҡа ғариза яҙғайны, уйланым-уйланым да, айырылышырға мин дә ғариза яҙҙым. Фатирҙы бүлдереп торманым, өҫтөмдәге кейемдәр менән машинаға ултырып, ауылға ҡайттым әле.
– Ә эшең?
– Стәрлетамаҡтағы филиалға күсеү өсөн ғариза яҙҙым, отпуск бөткәс, шунда эш башлайым. Берәй йыл эшләйем әле, бәлки, ипотекаға фатир алып булыр. Миңә бит әле 40 йәш тә тулмаған, тормош яңы башлана ғына.
– Бәлки, ярашып китерһегеҙ, кем белә.
– Мин үҙемде ғаилә башлығы, ир итеп тойоп йәшәгем килә. Фарман менән йәшәргә мин һалдат, ул командир түгел. Сабырлыҡтың да сиге була. Ә бала хаҡына килгәндә, ул турала атайҙар ғына түгел, әсәйҙәр ҙә уйлан­һын ине.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға