«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Матбуғат яңғыҙлыҡта – иптәш, көсһөҙ саҡта – ярҙамсы



04.12.2010 Матбуғат яңғыҙлыҡта – иптәш, көсһөҙ саҡта – ярҙамсы

Бөтәбеҙҙә лә рухи хозурлыҡ, ләззәт, байлыҡ булыуы – тормошобоҙҙоң ысын мәғәнәһендәге нигеҙе. Кеше ергә ҡайғырып, борсолоп, яфаланып донъя көтөргә генә килмәгән, ә шатланып, ғаилә ҡороп, матур йәшәр өсөн тыуған. Ашыҡмай, кәңәшләшеп, сабырлыҡ менән көн иткәндә, һис шикһеҙ, ҡуйған маҡсатыңа ирешергә мөмкин. Ләкин тормош үҙенекен итә. Кеше аптырашта ҡала. Нәҡ ошо ваҡытта ваҡытлы матбуғат баҫмалары ярҙамға килә ала.
Республика район-ҡалаларында ла баҫмалар сыға, бынан тыш, «Башҡортостан», «Йәшлек», «Ағи­ҙел», «Шоңҡар», «Аманат», «Аҡбуҙат», «Йәншишмә» кеүек гәзит-журналдарыбыҙ бар. Уларҙың халҡыбыҙ өсөн көндәлек тормошта кәрәкле хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырыусы көҙгө икәнен һәммәбеҙ ҙә аңлай торғандыр. Бөгөн өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, хатта мәктәп уҡыусылары ла кинәнеп китап уҡымай. Ә бына гәзит-журналдарыбыҙҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ булыуын уны даими алдырып уҡып барған кеше генә яҡшы белә. Уларҙың матбуғатты, аулаҡта – серҙәш, яңғыҙлыҡта – иптәш, көсһөҙ саҡта – ярҙамсы, фекерҙәрҙе нурландырыусы, барыбыҙға ла матур йәшәү алымдарын өйрәтеүсе, йәш быуынды ысын кеше итеп тәрбиәләүҙә өгөт-нәсихәт биреүсе, тип әйтеүен берәү ҙә инҡар итә алмайҙыр.
Ысынлап та, үҙ телебеҙҙә баҫылған гәзит-журналдар зиһенебеҙгә ҡеүәт бирә, шатлыҡ килтерә. Һуңғы ваҡытта бала тәрбиәләүҙә илке-һалҡылыҡ хөкөм һөрөүен тоябыҙ. Тәрбиәсе ролен телевизор, интернетҡа тапшырҙыҡ. Бала­ларыбыҙ бер ниндәй үлсәмгә һыймаған мәғлүмәтте үҙләштерә, шәхси тормошонда ҡуллана башлай. Бының һөҙөмтәләре кисерә алмаҫлыҡ хәлгә килтерәсәк.
Милли баҫмалар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының тайпылыш­һыҙ юлдашы булырға тейешлеген оноторға ярамай. Үҙебеҙҙе милләтебеҙҙең тоғро вәкиле тип һанайбыҙ икән, гәзит-журналдарыбыҙҙы мотлаҡ алдырып уҡыр­ға тейешбеҙ.

Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы,
Төпсән ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға