«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Туҡлыҡлы кәтлит



24.06.2016 Туҡлыҡлы кәтлит

Туҡлыҡлы кәтлит130 – 150 г ит, 1 – 2 йомортҡа, 25 г һуған, ҡыҙҙырырға 15 г май, гарнирға 130 г картуф, тоҙ, борос һәм йәшел тәмләткестәр кәрәк.
Һөйәкһеҙ һыйыр йәки һарыҡ итен һуған менән бергә ике тапҡыр ит турағыс аша үткәреп, тоҙ, борос һипкәс, йомортҡа һытып, ҡалаҡ менән бик яҡшылап иҙегеҙ.
Ҡаты итеп бешереп, ваҡлан­ған йомортҡаға ваҡ ҡына турап, майҙа ҡыҙҙырылған һуған һәм тоҙ, борос өҫтәп бутағыҙ. Фаршты түңәрәктәргә әүәләгәс, ҡалаҡ менән иҙгеләп, йәйегеҙ ҙә, уртаһына әлеге эслекте һалып, оҙонса кәтлиттәр яһа­ғыҙ. Кәтлиттәрҙе тәүҙә сей йомортҡала, аҙаҡ сохарыйҙа әүәләгәс, майҙа ҡыҙҙырып бешерегеҙ. Шунан табаға теҙеп, бер аҙ духовкала тотоғоҙ. Әҙер кәтлиттәрҙе өҫтәлгә ҡыҙҙырыл­ған картуф, йәшел тәмләткестәр менән бергә бирегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға