«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (13 июнь - 19 июнь)



10.06.2016 Йондоҙнамә (13 июнь - 19 июнь)

Йондоҙнамә (13 июнь - 19 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала һеҙҙән түҙемлек талап ителер, моғайын. Ниндәйҙер эштең хәл ителеүен көтөргә тура килер. Аҙнаның икенсе яртыһы күпкә тынысыраҡ үтер. Ашыҡмай, уйлап ҡына эш итегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Бөтә көндәр ҙә тыныс һәм тигеҙ үтер. Осор барышында көсөгөҙҙө иң ауыр мәсьәләләргә йүнәлтегеҙ, юҡ-бар менән булышмағыҙ. Шаршамбыла ҡайһы бер аҙымдарығыҙҙың башҡаларға оҡшамауы ла ихтимал.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Урынығыҙҙы һаҡлап ҡалыр өсөн оҙаҡ ҡына көрәшергә тура килер. Ҡыйынлыҡтарҙы еңергә көс-хәлегеҙ етергә тейеш. Шулай ҙа аҡсалата сығымығыҙҙы бер аҙ кәметһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Бурысҡа инмәүегеҙ хәйерле.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шәхси тормошоғоҙға артыҡ иғтибар биреүегеҙ зыян килтереүе лә бар. Шуның арҡаһында ҡайһы бер нәмәләрҙе аңғармай ҡалырһығыҙ. Кесе йомалағы яңылыҡҡа ышанмағыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала кәйефегеҙ яҡшы булыр, һаулығығыҙ нығыныр. Әүҙемлегегеҙ бик тиҙ тейешле емеш бирер. Матди хәлегеҙ ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрер һымаҡ. Кесе йомала уйламағанда ниндәйҙер мәшәҡәт килеп сығыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна яңы белем алыу өсөн уңайлы буласаҡ. Был аралағы аралашыуҙар кәйефегеҙҙе күтәрер. Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, йомала бының һөҙөмтәһен күрерһегеҙ. Ауыр саҡта кеше кәңәштәре ярҙам итер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осорҙо файҙалы үткәрерһегеҙ һымаҡ. Ниндәйҙер өр-яңы эште лә башлап ебәрерһегеҙ, буғай. Йомала үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтә алырһығыҙ, моғайын. Бәғзеләрҙең үҙҙәренә ҡарата маҡтау һүҙҙәре ишетеүе ихтимал.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала йыш ҡына кешеләр күҙәтеүе аҫтында булырһығыҙ. Һеҙҙең турала юҡ-бар хәбәр таратыусылар ҙа табылыр. Ҡыйын булһа ла, тешегеҙҙе ҡыҫып һәм иғтибар бирмәй, үҙ эшегеҙҙе дауам итегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ғөмүмән, һеҙҙе һәйбәт аҙна көтә. Уйҙарығыҙ менән һаман да үткән ваҡиғаларҙа булырһығыҙ, бәлки. Уларҙы күптән оноторға ваҡыт. Ҡарашығыҙҙы алға йүнәлтергә тырышығыҙ. Кесе йомала бүләк көтөгөҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбеләге ваҡиғалар һеҙ уйлағанса бармауы ла һымаҡ. Йомала кире ваҡиғаларҙан да файҙа сығара алырһығыҙ. Дүҫ булып ҡылан­ған кешенең ысын йөҙөн күрерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Тормош хәлдәре төрлө мәшәҡәттәр тыуҙырып торор. Ҡайһы саҡ, нимәгә тотонорға белмәй, аптырап ҡалырһығыҙ. Кесе йомала әүҙемлегегеҙҙе тейешле яҡҡа йүнәлтеп, уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һуңғы ваҡиғалар күңелегеҙҙә яңы өмөттәр уятыр. Тик тормоштан гел бүләктәр көтмәгеҙ һәм күпте талап итмәгеҙ. Иңегеҙгә көсөгөҙ етмәҫтәй йөкләмәләрҙе алмаҫҡа тырышығыҙ. Был арала элекке дуҫлыҡты яңынан тергеҙерһегеҙ һымаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға