10.06.2016 “Иремде барыбер бирмәйем!”
Улар йәшләй генә өйләнешеп, бар халыҡты һоҡландырып, татыу ғына йәшәп китте. «Шул тиклем дә пар килерҙәр икән!» – тип һоҡланмаған кеше булманы. Ике бала тапҡас, бигерәк матурланып китте шул Зиләрә.
Ҡайны-ҡәйнәһе: «Аҙып ҡына китмәһен инде... Бигерәк тә сибәр, етмәһә, шаян да бит әле», – тип шикләнеп тә ҡуйғыланы. Тик шик- шөбһәләре бушҡа ғына ине. Шикләнер кеше үҙ улдары булыуын аҙаҡ ҡына аңланылар. Зиләрәнең төҫкә матурлығынан тыш, уның күңелендә изгелек сифаттары ла күп ине. Һәр кешегә алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл киленде бөтәһе лә үҙ итте. Тик ире генә был сифаттарын күрмәне лә, күрергә лә теләмәне, буғай. Матур итеп аралашып ултырырға ла ваҡыт тапмағанға һалышып, буш ваҡытын ҡайҙалыр үткәреү сараһын күрҙе. Әллә йәшлеге менән, әллә бала-саға мәшәҡәттәренән, Зиләрә иренең был холҡона ҡул һелтәп кенә ҡараны. Ә элек, ана, ниндәй була торғайны! Йәненә инеп бара ине бит. Йылы һүҙҙәренән генә түгел, йылы ҡосағынан да айырманы бит һуң һөйөклөһөн! Һуңғы ваҡытта үҙе лә әллә ниңә, саҡ ҡына ваҡыттары булһа, күрше ауылдағы ике туған һеңлеһенә ашыҡты. Үҙҙәре сәй эскән арала иренән һеңлеһенең кәртә-ҡураһын төҙәтеүен ялынып һораны. Сөнки кейәүе байтаҡтан инде түшәктә ята бит. Шулай ғүмерҙәр үтә торҙо. Берҙән-бер көндө һеңлеһенең ире донъя ҡуйҙы. Зиләрә бындай мәлдә туғанын нисек итеп ҡайғы эсендә яңғыҙын ҡалдырһын инде. Ғаилә менән гел уға ашыҡтылар. Тора-бара Зиләрәнең ире унһыҙ ҙа балдыҙына ярҙамға барырға атлығып торҙо. Теләһә ҡайҙа йөрөгәнсе – эш эшләһен әйҙә, тип хуп күреп риза булды Зиләрә.
Тик алдағы көндәрҙә нимә көткәнен белмәне шул...
Күрше ауылға ҡунаҡҡа барғанда ла, ҡайғыһына бикләнеп яңғыҙы ултырмаһын тип, һеңлеһен алып барырға һөйләштеләр. Байрам ҡыҙған арала бер кем дә һиҙмәй ҡалған – ире менән һеңлеһе йылға буйына төшөп киткәндәр. Өй хужаһы ғына аңғарып ҡалып, ҡатынына шыбырламаһа, бер кем белмәҫ тә ине, моғайын. Шул ҡатын өҫтәренә барып сығып, оло ғауға ҡуптарып, икеһен дә бер итеп әрләп алып ҡайта...
Тик улар туҡтар хәлдә түгел ине. Көндән-көн аралары эҫенеп, осрашырға ашҡынып торҙолар.
Берҙән-бер көндө һеңлеһенең әсәһе, оло ғына йәштәге ҡатын, Зиләрәнең әсәһенә шылтыратты. Бер туған апаһы алдында ғәфү үтенгәс: «Әйтмәй түҙер хәлем юҡ, кейәү менән Зиләрәнең донъяһын күрәләтә болғатҡым килмәй. Кейәү Зилиәнән ҡайтышмай бит. Берәй ысулын табып, араларын һыуындырыу сараһын күрергә кәрәк. Ауыл халҡы белһә, артын асып көлөр...» – тигән.
Зиләрәгә лә был турала әйтмәй булдыра алмай.
Тик ҡатын үҙен тыныс тота. «Ярай, ил тултырмай тороғоҙ. Сараһын үҙем күрәм», – ти ул ҡәтғи рәүештә...
Өйҙәре алдына килеп туҡтағас, Рәис алдында өйөлөп ятҡан сепрәк-сапраҡты күрә. Ҡулын тейҙерергә ытырғанып, аяғы менән типкеләп ҡарай. Үҙ кейемдәрен танығас, аптырауға ҡала. Йыйып алып ситкә ырғыта ла, өйгә йүгерә. Ә унда, бер ни булмағандай, балалары менән Зиләрә ҡара тиргә батып сәй һемереп ултыра.
– Был тағы ниндәй концерт? Ниндәй ҡорт саҡты? – тип ҡысҡырына башлаған Рәискә:
– Киреһенсә, спектакль тамам. Мин күп ҡорттан сағылдым, әммә бындай ҡорт саҡҡаны юҡ ине әле!.. Ыҙалатма һеңлемде лә, мине лә! Балаларҙы ла хаҡһыҙ ыҙалатма. Беҙ һине уға үҙебеҙ бирәбеҙ. Теләһәң, хәҙер үҙенә шылтыратып әйтәм! – тип, ярһыуы күңеленә һыймаһа ла, тыныс ҡына өндәште Зиләрә. Тик ир бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ишектән сығыр алдынан: «Мин бер ҡайҙа ла китмәйем! Шулай тип әйт һеңлеңә лә!» – тип ишекте шарт ябыуы булды, Зиләрә һеңлеһенең телефон номерын йыя башланы. Трубканы тиҙ генә алған туғаны: «Әү!» – тип тә өлгөрмәне, ярһыған ҡатын: «Ҡыҫҡаһы, изгелекте аңламаҫ йүнһеҙ һеңлекәшем, мин һиңә иремде бирмәйем! Еҙнәң үҙе һиңә әйтергә ҡушты, ул һиңә бер ҡасан да бармаясаҡ та! Икенсе берәй ир эҙләргә тура килер инде!» – тине лә, үкереп илаған тауышты ишетеү менән трубкаһын һалды һәм, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, иркен тын алып ҡуйҙы.
«Ҡайһылай шәп иттем әле, ир биреп ҡуйырға бында алйот барҙыр шул! – тип үҙен-үҙе маҡтап алды Зиләрә. – Ир уйнаш итә тип, ниңә мин кеше ғаиләһен тарҡатырға маташҡан йүнһеҙ бисәләргә әҙер ирҙе биреп ҡуяйым әле… Мөхәббәт, имеш…»
Илһамлы нур.