10.06.2016 Ат һөймәҫ башҡорт булмаҫ
Башҡорт халҡын һис кенә лә атһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Һабантуй байрамының иң күңелле күренеше – ат сабышы. Милли ризығыбыҙ – ҡымыҙ, ҡаҙы. Башҡорт батырҙарының айырылмаҫ юлдашы ла ат булған. Башҡорт атлы кавалерияһы ғына ни тора!
Бөгөн, кешелек “тимер ат”тарға күсеп бөтөп барған мәлдә лә, башҡорт халҡы йылҡысылыҡтан айырылмай. Ниндәй генә ауылға барһаң да өйөр-өйөр булып йөрөгән йылҡыны осратырға була. Ә беҙҙең билдәле сәнғәт шәхестәре атта йөрөй беләме икән?
Йәш йырсы Йәмил БАЙМЫРҘИНДЫҢ күңелендә атҡа ҡарата ҡурҡыу һәм үпкә тойғоһо йәшәй:
– Мәктәптә уҡыған саҡта атайым миңә бүләккә ат һатып алды. Тәүҙә егеп йөрөргә өйрәндем, бесән, утын ташый торғайным. Яйлап һыбай ҙа йөрөй башланым, ярайһы уҡ сабып та китә инем. Бер нисә йыл шулай йөрөгәс, Турыҡайым көйһөҙләнә башланы. Бер мәл ялан буйлап сабып барғанда, атым алғы аяҡтары менән туҡтаны ла, артын һикертеп, мине сөйөп ебәрҙе. Ергә ҡолап төштөм, башым ерҙә ятҡан ташҡа бәрелде, ҡулымды ҡуҙғата алмай йөрөнөм. Ә мин бала саҡта ҡурай уйнай торғайным, башҡаса уйнай алмаҫмын инде, тип ҡайғырып та йөрөнөм. Шул көндән бирле атҡа ултырырға бер аҙ шөрләйем, шуға күрә “тимер ат” алып ебәрҙем.
Йырсы Гөлдәр ИШҠЫУАТОВА
тәүге көндән үк атта оҫта йөрөп киткән:
– Һигеҙенсе синыфта уҡыған саҡта, ҡартатайым биш айға ғына өлкән ике туған апайым менән бесәнгә алып барҙы. Ул апайыма күбәләрҙе арҡанлап ебәреп торорға, ә миңә һыбай тарттырырға ҡушты. Атта йөрөргә өйрәнергә ваҡыт булманы, сөнки ямғыр етеп килә ине, ә күбәләрҙе бер урынға өйөп өлгөрөргә кәрәк. Атҡа менеп ултырҙым да саптым. Бесәнлек урман араһында булғас, тәүҙә ағастар өҫкә менеп килгән кеүек ине, бер аҙ ҡурҡытты ла. Шул көндән алып ауылға ҡайтҡан һайын атта йөрөнөм. Аҙаҡтан клиптарҙа, төрлө фильмдарҙа уйнағанда кәрәге тейҙе.
“Башҡорт йыры” конкурсы лауреаты Алина ДӘҮЛӘТХАНОВАНЫҢ атаһы элек-электән ат тотҡан. Шуға күрә йырсы һыбай ҙа йөрөй, ҡымыҙ ҙа ярата. Өфөлә ипподромға йөрөй, ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан саҡта ялан буйлап һыбай сабып ала. Киләсәктә башҡорт аты тураһында йыр яҙҙырырға, уға матур итеп клип төшөрөргә хыяллана.
Йәш йырсы, “Тамыр” студияһы журналисы Асия ШАҺМИНА, һыбай йөрөргә яңы ғына өйрәнә башлауына ҡарамаҫтан, аттарҙы бала саҡтан ярата икән:
– Бәләкәй саҡта атайымдар оҙаҡ ваҡыт ат тотто. Ишек алдында гел арба, фурман, сана тора ине. Ат санаһына ултырам да үҙемде Ҡарһылыу итеп күҙ алдына килтереп уйнай торғайным. Үҫә килә, һыбай йөрөгәнем булмаһа ла, арба егелгән ат менән бер үҙем генә бесәнлеккә барып ҡайтҡаным булды. Ул ваҡытта миңә, һигеҙ йәшлек балаға, ҙур батырлыҡ булып күренде!
Ә һыбай сапҡанда йырсы Искәндәр ҒӘЗИЗОВҠА етеүселәр һирәк икән. Ат өҫтөндә тыуған, тип тап уның кеүектәргә әйтәләр. Бала саҡта йыл һайын һабантуй бәйгеһендә ҡатнашҡан. Баш ҡалаға килгәс тә яратҡан шөғөлөн ташламаған: яйы сығыу менән “Аҡбуҙат” ипподромына барып, һыбай йөрөп ала икән. Хатта ундағы аттар ҙа йырсыны танып тора, тиҙәр!
Стәрлетамаҡ театры актеры Зиләрә ЮЛТАЕВАҒА һыбай йөрөп фильмда төшөргә тура килгән:
– Миңә биш йәш булғанда олатайым йәш бейә һатып алып ҡайтты. Беҙ бик тиҙ дуҫлашып киттек. Үҙе ҡола, башында йондоҙ һымаҡ ағы ла бар ине, шуға Ҡашҡа тип исем ҡуштыҡ. Һеңлем Диләрә менән икәүләшеп һыбай йөрөгән, уның аттан шыуып төшөп ҡалған саҡтар ҙа булды, икәү бергә йығылған да булды. Тибелеүҙән ҡурҡмай, Ҡашҡаның аҫтынан үтеп-һүтеп йөрөй инек. Бер мәлде, йәш бейәгә һөйрәтке ҡуйып, бесәнде күбә итмәй генә кәбән итеп өйөргә булдылар. Һөйрәткеһе шул бер нисә йәш ҡайынды арбаның күсәренә тағыуҙан ғибәрәт булып, ҡайын япраҡтары артта һөйрәлеп бара инде. Мине эйәргә мендереп ултырттылар, дилбегә тотторҙолар ҙа, арттан “Нааа!” тип ҡысҡырҙылар. Ҡашҡам артта ялбырап барған шул япраҡтарҙан өркөп, сабып сығып китте. Хәтәр шәп сапты, тәртәгә баҫып, дуғаға сат йәбешеп елберләп кенә барам. Олатайым ни эшләргә белмәй: “Тыррр!” – тип ҡысҡырып ҡарай, шунан башына етеп, миңә: “Ырғы!” – тип ҡысҡырҙы. Тоттом да һикерҙем һулға ҡарай. Хәс тә ысын каскадер һымаҡ ҡыландым. Ҡурҡманым да кеүек, киреһенсә, ҡыҙыҡ булды.
Аттан ҡурҡмауым эшем буйынса, фильм төшөргәндә кәрәк булды. “Сируси” сериалында һыбай йөрөй белгән Әлфиә исемле ҡыҙҙы уйнаным.
“Гәлсәр һандуғас – 2015” конкурсы лауреаты, йырсы, бейеүсе Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА, киреһенсә, бала саҡта бөтөнләй ат яратмаған. Сөнки арбала барған саҡта ағаһы дилбегәне ҡапыл тартҡан ыңғайға, ат сабып китеп, арбала ултырған кескәй Эльвираны ҡолатҡан. Шунан бирле ул ат янына яҡын барырға ҡурҡып йөрөгән. Быйыл ғына, бар ҡыйыулығын йыйып, йәш йырсы атҡа атланып ҡараған. Тик бында ла биш минуттан артыҡ йөрөргә йөрәге етмәгән.