«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Актер, йырсы, шәп атай йәки Фәтих Ҡолһарин ни өсөн Салауатта эшләй?



07.06.2016 Актер, йырсы, шәп атай йәки Фәтих Ҡолһарин ни өсөн Салауатта эшләй?

Актер,  йырсы,  шәп атай йәки Фәтих Ҡолһарин ни өсөн Салауатта эшләй?Ҡайһы бер актерҙарҙы сәхнәлә бер генә күрһәң дә, талантлы башҡарылған образы менән мәңгелеккә күңелгә уйылып ҡала. “Йәшлек”тең бөгөнгө ҡунағы менән дә тап шулай булды: миңә әлегә уның башҡарыуында Кәбир (Мөҙәрис Багаев “Мөхәббәт күле”) ролен генә күрергә тура килде. Буй-һыны, үҙен тотошо, йылмайыуы менән тамашасыны әсир итә алғандар һирәк, ә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры Фәтих ҠОЛҺАРИН – тап шундайҙарҙың береһе.

– Ижадсыға талант тыуған йортта, тыуған төйәктә һалына тиҙәр. Һеҙ ҡайһы яҡта, ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтегеҙ?
– Мин Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылынан. Ябай ғына ғаиләлә тәрбиәләндем. Әсәйем йырларға яратты, хәҙер ҙә, дәртләнеп китһә, яратҡан йырҙарын башҡара. Миңә йыр-моңға, сәхнәгә һөйөү унан бирелгәндер, тип уйлайым. Бә­ләкәйҙән үк гармунда, баянда уйнарға өйрәндем. Ауыл мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, Өфөгә, педагогия училищеһының музыка бүлегенә уҡырға индем. Баян класында уҡыным, концерттарҙа ла йырлап йөрөнөм.

– Ауыл малайына баш ҡалаға китеү ауыр булманымы?

– Данир исемле дуҫым Өфөгә, 1-се интернат-мәктәпкә уҡырға инде. Ул яҙған хаттарында Өфөнө шул тиклем матур итеп һүрәтләй торғайны, мин баш ҡалаға уҡырға барыу тураһындағы хыял менән йәшәнем. Беҙ мәктәпте тамамлаған йылдарҙа профилле уҡыу йорттарына: СПТУ, ГПТУ-ларға уҡыу­сылар ебәреү буйынса план бирелә торғайны, шуға күрә ҡайһы бер иптәштәрем, теләһәләр ҙә, ҡалаға китә алманы. Ә мәктәп директоры Флүр Ильясов, талантымды күреп, теләгемде аңлап, документтарымды ҡулыма тотторҙо. Шатланып, яҡты хыялдар менән юлға сыҡтым һәм уҡырға инеп киттем.

– Ә театр донъяһына нисек килеп эләктегеҙ?
– Училищела уҡығанда уҡ үҙемдең сәнғәт юлынан китәсәгемде аңланым, әммә музыкантмы йәки йырсымы булырымды өҙөп кенә әйтә алмай инем. Уйламаҫтан ғына, Салауат драма театры өсөн махсус курс йыйылыуын белгәс, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына имтихандар тапшырҙым. Осраҡлылыҡ булһа ла, һөнәремде яратам, хөрмәт итәм, ғорурланам.

– Кемдәр менән бергә уҡынығыҙ, уҡытыусыларығыҙ кем булды?
– Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин, халыҡ артисы Финә Вәлиева, актриса Лина Ғәниева һәм бер театрҙа эшләүсе хеҙмәттәштәрем Гөлфиә Сафиуллина, Нәүфилә Яҡупо­ва менән бергә уҡыным. Уҡытыусыбыҙ Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова булды. Мин генә түгел, бөтәбеҙ ҙә уны ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, артист булараҡ та хөрмәт иттек, яраттыҡ. Курсыбыҙ театрға тоғролоғо менән айырылып тора, сөнки башҡа йылдарҙа унлап кеше уҡыуҙы тамамлаһа, араларынан бер нисәү генә театрға эшкә бара торғайны. Ә беҙ барыбыҙ ҙа тиерлек һөнәребеҙ буйынса төрлө театрҙарҙа эшләп йөрөйбөҙ, сәнғәткә хеҙмәт итәбеҙ.

– Һеҙ һигеҙ йыл Өфөләге студент тормошонан һуң бәләкәй генә Салауат ҡалаһына эшкә килгән­һегеҙ...
– Шул һигеҙ йыл буйы студент, дөйөм ятаҡ тормошонан, баш ҡаланың шау-шыуынан бер аҙ ялҡытып кителгәйне (көлә). Тыуған ауылымдың был ҡалаға яҡын булыуы ла хәл иткес роль уйнаны, ялдар­ҙа өлкәнәйә барған атай-әсәй янына ҡайтып йөрөүе, ярҙам итеүе уңайлыраҡ бит. Икенсенән, ошо театр өсөн махсус уҡытылған курс булараҡ, театр етәкселеге беҙҙең хәлебеҙ, уҡыуыбыҙ, уңыштарыбыҙ тура­һында белешеп торҙо, үҙебеҙ ҙә театрға килеп йөрөнөк. Шуға күрә уҡыу йылдарында уҡ Салауат театры йылы атмосфераһы, талантлы шәхестәре менән күңелемде әсир итте. Уҡыуҙы тамамлағанда бында беҙ үҙ кеше инек.

– Иң тәүге ролегеҙ ниндәй ине?

– Гөлли Мөбәрәкова менән Хөрмәт Үтәшев беҙҙең диплом спектакле итеп “Мөхәббәт менән шаярмайҙар” әҫәрен һәм “Маугли” әкиәтен сәхнәләштерҙе. Тәүгеһендә – Дон Хуан, әкиәттә Балу ролен башҡарҙым. Ул спектаклдәр беҙҙең театр репертуарына эләкте һәм беҙ эшкә килеү менән гастролгә лә сығып киттек.

– Салауат театры режиссерҙар мәктәбе булараҡ билдәле. Һеҙҙә ундай теләк булманымы?
– Нисәнсе йыл булғандыр, хәтерләмәйем, ГИТИС-ҡа имтихандар тапшырып ҡараным, әммә уҡырға инә алманым. Әллә теләк, әллә ихтыяр көсө булманымы, белмәйем, башҡаса ынтылманым.

– Һеҙҙе күптәр йырсы булараҡ та белә. 2014 йылда “Йыл йыры” премияһына ла лайыҡ булғайнығыҙ...

– Студент йылдарында уҡ “Урал моңо” конкурсында ҡатнашҡайным, театрҙа эшләй башлағас, “Актер йыры”нда ла үҙ көсөмдө һынаным. Хәҙер инде ундай сараларҙа ҡатнашырға йәшем дә үтте, репертуар яңыртырға ла ваҡыт ҡалмай кеүек. Әммә йырҙан үтә ситләштем тип әйтә алмайым, өйҙә шөғөлләнәм, эҙләнәм. Оҡшаған, күңелемә яҡын булған шиғыр осраһа, көйөн ижад иткән осраҡтар ҙа бар. Әлеге ваҡытта 20-ләп йырым бар. Шуларҙы яҙҙырып, тыңлаусыларға еткерергә теләгем бар, әлбиттә.

– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине...
– Ҡатыным Резеда – Баймаҡ һылыуы, медицина хеҙмәткәре. Ике ул тәрбиәләйбеҙ, Арыҫланға – 15, Иҙелгә 11 йәш тулды. Балалар ҙурайған һайын минең яуаплылыҡ тойғоһо ла, үҙ-үҙемә талаптарым да арта бара. Атай булараҡ, улар­ға өлгө булыр­ға тейеш икәнемде аңлайым. Арыҫлан театр­ҙа барған “Әлдермештән Әлмән­дәр” спектаклендә уйнай, әйтергә кәрәк, ярайһы ғына оҫта килеп сыға. Әммә икеһе лә йырға ылыҡманы, күберәк спортты үҙ итәләр. Футбол ҡарарға ла, уйнарға ла яраталар. Ниндәй һөнәр һайлауҙары әлегә минең өсөн сер.

Нургөл ШӘРИПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға