«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Күңел йылыһы”н – балаларға!



27.05.2016 “Күңел йылыһы”н – балаларға!

“Күңел йылыһы”н  –  балаларға! 20 майҙа “Юлдаш” радиоһы “Әсә йөрәге” әсәләр советының төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә “Күңел йылыһы” мәрхәмәтлек марафоны үткәрҙе. Сәләмәтлек буйынса мөмкинлеге сикләнгән баланы нисек тәрбиәләргә? Ниндәй алымдар уны ғәҙәти тормошҡа тиҙерәк күнектерер? Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләгә ниндәй ярҙам талап ителә? Балаға инвалидлыҡты нисек юлларға? Санаторий-шифаханаларға путевкалар алыу, техник реабилитация сараларын юллау тәртибе ниндәй? Иртәнән алып кискә тиклем барған марафонда ошо һәм башҡа һорауҙар күтәрелде. Эфирға саҡырылған табиптар, педагогтар, төрлө министрлыҡ һәм ведомство белгестәре тыңлаусыларҙы ҡыҙыҡһындырған бик күп һорау­ға яуап бирҙе. Тапшырыуҙарҙа шулай уҡ уңайлы мөхит, инклюзив белем биреү, социаль страховка, инвалид балаларҙың төрлө ижади ярыштар­ҙа ҡатнашыу мәсьәләләре иғтибарға алынды.

“Әсә йөрәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова, мәрхәмәтлек марафонының әһәмиәтен билдәләп: “Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә мәғлүмәти ярҙам бик кәрәк, сөнки күптәр теге йәки был осраҡта ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә, хоҡуҡтарын нисек яҡларға икәнлекте белмәй, юғалып ҡала”, – тине. Марафон көнөндә тыңлаусылар ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарға эфирҙан тыш та яуаптар алды. Улар менән “Әсә йөрәге” ойошмаһы ағзалары аралашты.
Инвалид балаларҙың медицина реабилитацияһы – үтә мөһим мәсьәлә. Балаларҙы физик процедуралар менән генә дауалап, бер бүлмәгә бикләп ҡуйып булмай. Мөмкинлеге сикле ҡыҙҙар һәм малайҙар бар тиҫтерҙәре кеүек тормош алып барырға теләй, уларҙың быға тулы хоҡуғы бар. Социаль реабилитация тап ошондай осраҡтарҙа кәрәк тә инде. Ул тәү сиратта һаулыҡ буйынса мөмкинлеге сикле балалар тиҫтерҙәре менән аралашһын өсөн мөһим. Мөмкинлектәре сикле балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыуҙа сәнғәттең дә роле баһалап бөткөһөҙ. Үҙенсәлекле балалар­ҙы берләштереүгә, ижади һәләттәрен асыуға йүнәлтелгән, берҙәмлектә көс икәнлекте, үҙ-ара аралашырға өйрәткән саралар ифрат әһәмиәтле. “Күңел йылыһы” марафонында йыйыл­ған аҡса тәү сиратта ошондай саралар ойоштороуға тотоноласаҡ. Балаларға күңел йылыһын өләшкән, мәрхәмәтлек акцияһынан ситтә тороп ҡалмағандарҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!
“Юлдаш” радиоһы тағы ла бер мәрхәмәтлек сараһы планлаштыра. 1 июндә – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә журналистар Дәүләкәндәге балалар приютында тәрбиәләнеүселәр менән осрашыуға барасаҡ. Программала – ата-әсә, ғаилә наҙынан мәхрүм сабыйҙар менән ихлас аралашыу, матур йырҙарҙан концерт ҡуйыу, бергәләп уйындар ҡороу, күстәнәстәр таратыу. Һәр бала бындай осрашыуҙа беҙҙең күңел йылыһынан ҡыуаныс-шатлыҡ тойғолары кисерһә, донъяла саҡ ҡына булһа ла изгелек артасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға