«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ашау өсөн генә йәшәйбеҙме?



17.05.2016 Ашау өсөн генә йәшәйбеҙме?

Ашау өсөн генә  йәшәйбеҙме? Интернет селтәрен дөрөҫ туҡланыу тураһындағы мәғлүмәттәр баҫты. Имеш, ит ашаһаң, организм тиҙерәк арый, быуындарға тоҙ ултыра, тоҙ ашаһаң, ҡанға зыянлы. Ә шул уҡ ваҡытта икенсе сайттарҙа быларҙың тап киреһе бәйән ителә: туҡланыу рационында итте кәметеү организм­ға ауыр тәьҫир итә, ә тоҙһоҙ ризыҡтың, артыҡ тоҙлоһо кеүек үк, бөйөргә бәреүе лә бар. Яңыраҡ бер танышымдың ябығыу маҡсатында ике ай буйына, он, ит, шәкәр, тоҙ һәм майҙан бер юлы баш тартып, һыуҙа бешкән бутҡа, йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтары менән генә туҡланыуына көнләшә биреберәк ҡуйғайным. Була бит кешелә шундай ихтыяр көсө! Тик бөгөн уға ҡыҙғана биреберәк ҡарайым: анализдары насарайып, дауаханаға эләкте. Табиптар хатта уға ҡайһы бер дарыу­ҙарҙы бирергә лә ҡурҡа: ашҡаҙаны һәм бөйөрө эшлектән сыға яҙған...

Кеше бер нәмәне онотоп китә: һәр нәмәлә сама кәрәк. Ашағанда ла, эшләгәндә лә, мода артынан ҡыуғанда ла. Тик беҙҙең шул сама тигән нәмәгә бизмәнебеҙ эшләмәй ҙә ҡуя шул. Кемдер самаһыҙ ашай, кемдер самаһыҙ эсә, хатта, һирәк булһа ла, самаһыҙ эшләгәндәр ҙә осрап ҡуя...
Ҡала урамдары буйлап теҙелгән күп һанлы баҙар, магазин, сауҙа үҙәктәренә ҡарап, кешеләрҙең ашау культы менән йәшәгәнен аңлайбыҙ. Байрамдарҙың күплегенә зарланабыҙ ҙа, табын йыябыҙ. Тәбиғәт ҡосағына ла ял итергә, матурлыҡҡа ҡарап һоҡланырға түгел, ашап-эсергә сығабыҙ. Хатта табындар­ҙың күркәмлеге лә туғандарҙың йыйылыуы, аралашыу менән түгел, өҫтәлдәге ризыҡтар менән генә баһалана. Айырыуса Яңы йыл, 8 Март, 1 Май байрамдары етһә, магазиндарҙа ризыҡ тултырылған арбалы сираттар теҙелә. Заман кешеһенең психологияһын яҡшы өйрәнгән маркетологтар һәйбәт бер алым – ташламалар менән кешеләрҙе алдаштыра белә. 50 һумға алма йәки 30 һумға һөт, бик булмаһа, 150 һумға ит күргән кешенең аңы томалана. Унар килолап арбаһын тултыра башлай. Ярай, итте туңдырып һаҡлап була. Ә һөттөң әсеүе, алманың боҙолоуы тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Ризыҡтың ҡайҙа етештерелеүе, сифаты тураһында ла уйлаусы юҡ. Ил буйлап иҡтисади көрсөк, тип кемдәрҙе генә ғәйепләргә белмәй халыҡ. Ә шул уҡ ваҡытта кешеләр ҡала ситенән бәләкәй генә баҡса алып, шунда йәшелсә-емешен сәсергә лә иренә. Ҡайһы бер ауылдарҙа ла сүп баҫҡан баҡсаларҙы осратырға була. Буш һарайҙар тураһында әйтәһе лә түгел. Ярай, мал өсөн аҡланыу табырға була: бесән эшләү ҡиммәткә төшә, ҡышҡы бурандарҙа мал ҡарауы ауыр һәм башҡалар. Ә мин хәтерләйем, ауылыбыҙҙа элек 78 йәшлек бер инәй, үҙ һөтөм, ҡаймағым булһын, пенсияға ла ҡушымта, тип һыйыр тота ине. Йәй буйы ҡул арбаһы менән ташып, бесәнен дә еткерҙе. Хәҙер әҙмәүерҙәй ирҙәр йәшәгән ғаиләләр ҙә һөтөн, итен, хатта йомортҡаһын да һатып алып ашай. Еткер шунан аҡсаны... Илдә булмаған осраҡта ла бындайҙарҙың кеҫәһендә көрсөк һәр ваҡыт буласаҡ, һәм улар ашарҙарына булмау­ҙа ғәйеплене ситтән эҙләйәсәк. Ә ғәйепле булып йә ил, йә республика етәкселеге, бик булмаһа, Ельцин ҡаласаҡ. Хәйер, һүҙ ул турала түгел, сама хаҡында бит әле.
Һуғыш йылдарында аслыҡ-яланғаслыҡты күргән инәй менән әңгәмәнән һуң уның бер һүҙе иҫтә ҡалған: “Беҙҙең кеүек һуңғы телем икмәген иленә биргән халыҡ юҡ инде. Хәҙерге кешеләр бер телем икмәк өсөн, киреһенсә, илен һатыр”. Ышанам, булмаҫ тимә. Быға инанырлыҡ бер нисә осраҡҡа тап булдым.
Бынан ике йыл элек, Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт баҡсаһында Ураҙа байрамы айҡанлы ҙур концерт программаһы күрһәтелде, мине ойоштороу эшенә ярҙамға саҡыр­ҙылар. Унда билдәле артистар, йырсылар, мәшһүр бейеүселәр сығыш яһаны. Бағыусылар ярҙамы менән халыҡҡа оло ҡаҙанда былау бешерелде. Рәхмәт йөҙөнән концертта ҡатнашыусылар өсөн ҡымыҙ килтереп ҡуйҙылар. Тыныс ҡына тамаша ҡарап ултырған халыҡ, былау тарата башлағандарын күреү менән, бер-береһен тапарҙай булып ҡаҙан янына ағылды. Сит ил тамашасыларын үҙенең моңло тауышы менән әсир иткән талантлы йырсы, был күренеште күреп, аптырап ҡалды, хатта йыр һүҙҙәрендә яңылышып китте. Ә кешеләргә уның йыры барыбер ине, уларҙы тик бушлай таратылған былау ҡыҙыҡһындырҙы. Ашнаҡсы концертта ҡатнашыусылар өсөн былауҙы айырым һауытҡа һалды ла, ситкәрәк ҡуйып, башҡаларға тарата башланы. Халыҡтың күплеген күреп, ул өлөштәрҙе бер аҙ кәметә төштө. Шул саҡ бер апай ҡысҡыра башламаһынмы! “Ниңә башҡаларға күп, беҙгә әҙ! Үҙегеҙгә алып ҡалдығыҙ бит, һалығыҙ шунан! Ана, ҡымыҙ ултыра, уны ла беҙгә тигән аҡсанан үҙегеҙгә алдығыҙмы?” Кешеләр, уның һүҙен йөпләп, ҡысҡырынырға тотондо. Был ғауғаны күрмәҫ өсөн ситкәрәк киттем, ул нимә менән тамамланғандыр, белмәйем. Тик ситтә лә аптыратырлыҡ күренешкә юлыҡтым. Былау ашап ултырған бер ир телефон аша үҙенең танышын байрамға саҡыра: “Әйттем мин һиңә, иртүк кил, тип, тыңламаның. Бында бушлай былау тараталар, тиҙ генә килеп ет. Халыҡ күп, әтеү ҡалмай”. Теләһә ниндәй ашханаға ин, бынамын тигән тәмле былау 120 һум тора. Бушлай бирелгән бер тәрилкә ризыҡ өсөн ҡала буйлап килергә лә иренмәйҙәр, талаш сығарыр­ға ла ризалар. Ә бит аслыҡ заманы түгел, нимә теләйбеҙ – шуны алып ашар мөмкинлегебеҙ бар. Ризыҡҡа ташланған хайуан сифаты кешеләр араһына инеп бара түгелме?
Ошондай уҡ хәл эш сәфәре менән барған бер ауылда ла булды. Зыялы бер шәхес ауылында мәсет төҙөтә башлағайны. Дини байрамдарыбыҙҙың береһендә ул зыяраттың тирә-яғын тәртипкә килтерергә – ир-атты, төҙөлөш эштәре тамамланған мәсетте йыуырға ҡатын-ҡыҙҙы өмәгә саҡырҙы. Гүзәл зат өсөн эш етерлек ине, сөнки ул кискелеккә ауылдаштарына ҡорбан итенән ауыҙ иттерер өсөн табын да ойошторҙо. Йыуыу эштәренән һуң өҫтәл әҙерләйһе бар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 200-ләп йорто булған ауылда өмәгә килергә 18 генә ҡатын теләк белдерҙе. Мин дә, ең һыҙғанып, уларға ҡушылып киттем. Эш тамамланғас, ҙур-ҙур пакеттар менән төрлө тәм-том күтәреп, ойоштороусы ағай килеп инде. “Ой, был тиклем күпләп алмаһағыҙ ҙа булыр ине, кешеләр әҙ бит”, – тиеүемә янымдағы ҡатындар көлөшөп яуап бирҙе. “Эшләргә килмәһәләр ҙә, ашарға килерҙәр әле”. Ысынлап та, киске табынға алтмышлап ҡатын-ҡыҙ килде...
Бушлай ашау тигәндә сама ла, намыҫ та, тәртип тә онотола, буғай. Нәфсе самаһыҙ ҙурая, күңел ҡалыная, матурлыҡты, изгелекте күреүсе ҡараштар йомола бара. Дөрөҫ туҡланыу менән, бәлки, һаулыҡты ҡайтарырға, ябығырға булалыр. Ә намыҫты, күңел матурлығын, изгелекте ниндәй туҡланыу кире ҡайтара икән?

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға