«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Эшләр өсөн ихлас теләк кәрәк” йәки Йәш йәмәғәтсене нимәләр борсой?



16.05.2016 “Эшләр өсөн ихлас теләк кәрәк” йәки Йәш йәмәғәтсене нимәләр борсой?

“Эшләр өсөн ихлас  теләк кәрәк” йәки Йәш йәмәғәтсене нимәләр борсой?Ҡатын-ҡыҙға хас булған сифаттарҙың барыһы ла был шәхестә йыйылған: уңғанлыҡ та, матурлыҡ та, ихласлыҡ та, халҡы, иле өсөн борсолоу ҙа. Кәрәк урында маҡтау ҙа, тәнҡит тә әйтер, үҙ фекерен еткерер ул. Бөгөнгө “Йәшлек” ҡунағы – РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, “ӨКМК” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы Гөлнур ҠОЛҺАРИНА.

– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, һеҙ гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, тип әйтһәм, һис хата булмаҫ. Дуҫлыҡ ҡасан башланды?

– Беҙ – “Йәшлек”те уҡып үҫкән быуын. Гәзит менән дуҫлығым 90-сы йылдарҙа уҡ башланды. Башҡорт йәштәре хәрәкәтенең актив ҡатнашыусылары булараҡ, һәр ваҡыт үткәрелгән сараларҙы ошо гәзит биттәрендә яҡтыртып барҙыҡ. Йәштәр илтифағының “Оран” гәзитен дә “Йәшлек”кә ҡушымта итеп халыҡҡа тараттыҡ. Йылдар үтә килә беҙҙең дуҫлыҡ нығынды, гәзит менән берлектә йәштәр хәрәкәте “Һылыуҡай”, “Урал моңо”, “Йәшлек-шоу” кеүек саралар ойошторҙоҡ. Ә һуңғы өс йылда мөхәрририәт ағзаһы, шулай уҡ “Йәшлек”-фараз”, “Бөтә синыф менән – “Йәшлек”кә!” конкурстарының бағыусыһы ла.
Үҙ фекере, һүҙе, йөҙө булған был гәзит минең өсөн үтә яҡын, ғаиләм дә, туғандарым да яратып уҡый. Халыҡ араһында “Йәшлек”тең абруйы ҙур.

– Һеҙ – билдәле шәхес, эш сәфәре менән күп йөрөргә, халыҡ менән осрашырға тура килә. Ниндәй проблема күҙгә ташлана һәм кешеләр ниндәй һорауҙар менән йышыраҡ мөрәжәғәт итә?


– Ысынлап та, егерме йылға яҡын дәүләт һәм ижтимағи ойошмаларҙа эшләйем. Республиканың һәр төбәгендә күп тапҡыр булырға тура килде. Миндә үҙҙәренә терәк һәм дуҫ күреп, ышаныс бағлап, кәңәш, ярҙам һорап килеүселәргә ҡулымдан килгән тиклем ярҙам итергә тырышам. Халыҡтың ихтыяжы төрлөсә. Тәү сиратта эшһеҙлек проблемаһы тора. Кешенең эше булһа, аҡсаһы ла була, белем алырға, һаулығын яҡшыртырға, ялын мәҙәниәтле һәм файҙалы итеп үткәрергә мөмкинлеге лә тыуасаҡ. Ауылдарҙа – аграр секторҙы, ҡала ерендә сәнәғәтте үҫтерергә кәрәк. Халыҡтың шәхси хужалыҡта етештерелгән продукцияһын дәүләт тарафынан ниндәйҙер ысул менән эшкәртеп, ҙур ҡалаларға сығарғанда, ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ. Сәнәғәт өлкәһендә эш булдырыу өсөн инвесторҙар булыуы мотлаҡ. Ә уларҙы йәлеп итеү өсөн шарттар ҙа булдырыу мөһим. Халыҡтың социаль проблемаларын хәл итеү – дәүләт органдарында эшләүсе етәкселәрҙең төп бурысы.

– Һеҙҙе сәләмәт тормошто пропагандалаусы, айырыуса милли көрәште үҫтереүсе шәхес булараҡ та беләбеҙ. Был эш нисек башланды?

– Мин ваҡытында республиканың Хәрби һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау үҙәгендә эшләнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул саҡта әрмелә алған тән һәм йән яраларынан арына алмай, эскелеккә һалышҡан, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалған егеттәр күбәйҙе. Чечня, Тажикстан кеүек “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә әрме хеҙмәтен үтеп ҡайт­ҡан егеттәр тыныс тормошта ла үҙҙәрен шәхес булараҡ үҫтерә алһын өсөн булдырыл­ғайны бындай үҙәк. Махсуслаштырылған белем алған психолог, психотерапевт, реабилитологтар менән эш алып барҙыҡ, торлаҡ, эш проблемаларын хәл итергә тырыштыҡ. Әлеге көндә лә эшһеҙлек проблемаһы бар, тип әйтеп үттем. Уның арҡаһында ғаиләләрҙә аңлашылмаусанлыҡтар, көнкүреш проблемалары ла арта. Кемдеңдер был осраҡта ла шешәгә барып йәбешеүе ихтимал.
Һау-сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, күңел ятҡан шөғөлдө табыу, буш ваҡытты эскелек менән түгел, ә файҙалы итеп үткәреү өсөн спорттың мөһим икәнен шул саҡта уҡ аңлағайным инде. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Харис улы Йосопов менән, уның ярҙамсыһы булараҡ, республикала спортты үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡарырға тура килде. Ул, көрәш буйынса башҡорт халҡының беренсе чемпионы Харис Йо­соповтың улы, халҡыбыҙҙың милли спорт төрө – милли көрәште үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Төрлө бәйгеләр ойошторолдо, мәктәптәргә, спорт комплекстарына балалар ҡаҡ иҙәндә имгәнеп ҡуймаһын өсөн махсус келәмдәр алынды. Һәм Стәрлетамаҡ физкультура техникумы базаһында ауылдар­ҙа, ҡалаларҙа эшләүсе тренерҙарҙы йыйып, уҡыу семинарҙары үткәрелде. Дөрөҫ туҡланыу, имгәнгән осраҡта тәүге ярҙам күрһәтеү, дөрөҫ техника, таһыллыҡты үҫтереү өсөн ниндәй күнекмәләр эшләтергә – быларҙың барыһы ла ошо семинарҙа өйрәнелде, өҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Был уҡыуҙарҙы 4 – 5 йыл һайын яңыртып торорға ла иҫәп бар. Милли көрәш буйынса донъя кубогын һәм донъя чемпионатын Башҡортостанда бағыусылар ярҙамында ағалы-ҡустылы Морис һәм Марсель Йосоповтар ойошторҙо. Беҙгә милли спортыбыҙҙы донъя кимәленә күтәреү өсөн халыҡ-ара кимәлдәге бәйге үткәреү мотлаҡ ине.

– Һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар менән күп эшләйһегеҙ. Һуңғы арала Ағинәйҙәр ҡоро ҙур эштәр башҡара. Тик уларға оло йәштәге гүзәл заттарыбыҙ йәлеп ителгән. Урта быуын һәм йәш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ иғтибарҙан ситтә ҡалманымы?


– 1995 йылдан алып Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең актив ағзаһымын, бөгөн уның рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарам. Шулай уҡ Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова етәкләгән Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты янында ойошторолған Ағинәйҙәр ҡоро менән дә хеҙмәттәшлек итәм. Был ойошмалар бер-береһенә терәк булып эшләй. Алдынғы ҡарашлы, үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын һәр ваҡыт халыҡҡа еткергән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ – ҡала-райондарҙағы, ауылдарҙағы әүҙем ағзалары. Әсәйем Зифа Ҡолһарина миҫалында ла быны әйтә алам. Ул Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылында ошо өс ойошманың да эшен алып бара. Шулай уҡ республикала сәсәндәр, ҡул оҫталары мәктәптәре кеүек башҡа ойошмалар ҙа үҙ эшен ойошторҙо. Уларҙың башланғысында һәр ваҡыт беҙҙең арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тора.
Урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ситтә тороп ҡалды тип әйтмәҫ инем. Оло йәштәгеләр менән бергә улар ҙа был ойошмаларға йәлеп ителгән. Тәжрибә туплаған, тормошта үҙ урынын тапҡан, үҙҙәренең өлгөһөндә башҡаларҙы тәрбиәләй алған апайҙар бер булып , төптән егелеп, үҙ халҡы өсөн хеҙмәт итә. Ә йәштәргә килгәндә, ысынлап та, уларҙы йәмәғәт эштәренә ылыҡтырырға, әүҙемләштерергә кәрәк. Был өлкәлә эш башланыҡ тип әйтә алам. Ошо арала ғына Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Башҡорт дәүләт университетында халыҡ ижадына, йолаларға, өгөт-нәсихәттәргә арналған бер нисә сара үткәр­ҙе һәм башҡа юғары уҡыу йорттарында ла ойоштороу эштәре башланды. Киләсәктә был эштәр тағы ла әүҙемләшер, райондарҙа ла сағылыш табыр тип ышанам.

– Әлбиттә, эш алып барыла, әммә һуңғы ваҡытта йәштәр сәйәсәте бер аҙ күҙ уңынан ысҡынды кеүек...

– Йәмғиәттә йәштәрҙе берләштереүсе, улар менән шөғөлләнеүсе айырым орган булырға тейеш. Ижадсылар, ғалимдар, спортсылар, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар араһында йәш быуынды күрергә теләһәк, улар өсөн төрлө программалар булдырырға, ярҙам ойошторорға, субсидиялар булдырырға кәрәк. Ә мәғариф йәки Йәштәр эштәре һәм спорт министрлыҡтарында айырым кабинет ҡына булараҡ эшләү йәштәрҙең проблемаларын тулыһынса хәл итә алмай. Йәштәр – ул спорт йәки белем генә түгел, ә айырым сәйәсәт. Айырым белгестәр аныҡ эштәр менән шөғөлләнһә, һөҙөмтәләр буласаҡ.

– Дәүләт һәм йәмәғәт эштәренән тыш, ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, шөғөлдәрегеҙ бар?

– Төп эшемдән тыш, сәнәғәт өлкәһендәге ойошмала директор урынбаҫары вазифаһын башҡарам. Эштең үҙенсәлектәре бик күп, ойошманы үҫтерергә, иҡтисади көрсөктән сығыу юлдарын эҙләү, тотороҡло рәүештә хеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы эш хаҡы түләү кәрәк. Бына ошондай эштәр араһында фәнде лә онотмайым, 2004 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағайным, әлеге ваҡытта йөҙҙән ашыу ғилми-ғәмәли эшем бар. Эш араһында, ял көндәрендә ваҡыт табып, халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу буйынса экспедицияларға сығам. Әлеге ваҡытта Стәрлебаш районында барлыҡҡа килгән, ҡулланылған ауыҙ-тел ижадын йыйынтыҡ итеп баҫтырыу өҫтөндә эшләйем. Әйткәндәй, эш сәфәре менән райондарға сыҡҡанда, халыҡ менән тәү сиратта тормошо, социаль проблемалары хаҡында һөйләш­һәк, артабан һүҙ йолалар, ауыҙ-тел ижады, халыҡ педагогикаһы хаҡында дауам итә.

– Күп кеше ниндәйҙер шөғөлгә тотонмауын, эшләнмәгән эштәрен ваҡыт юҡлыҡҡа һылтай. Ә һеҙ уны нисек еткерәһегеҙ?

– Ваҡытты, юҡ, юҡ, тигән һайын еткереп булмай тип уйлайым. Үрҙә һанап үткән эштәр – быларҙың барыһы ла биләгән вазифамдың бурыстары һәм күңел талабым. Шул уҡ ваҡытта минең шәхси тормошом да бар: аҙнаһына 2 – 3 тапҡыр спорт залында шөғөлләнәм. Тәмле итеп бешерергә яратам, ғаиләмде, туғандарымды ял көндәрендә булһа ла бишбармаҡ, бәлеш, ҡоймаҡ кеүек милли ризыҡтар менән һыйлайым. Аҡыллы, тәүфиҡлы ҡыҙ булараҡ, ауылға ҡайтып, әсәйемә шәхси хужалыҡта ла ярҙам итергә тырышам.
Өлгөрөргә мөмкин: ғаиләгә лә, дуҫтарға ла, фәнгә лә, йәмәғәт эшенә лә ваҡыт табып була. Бының өсөн бары тик үҙ-үҙеңә талап ҡуя белергә һәм ихлас күңел менән эшләргә теләк кенә кәрәк. Кемдер ижтимағи ойошмаларҙа эшләүенән дан-шөһрәт, кемдер дәүләтен арттырыуҙы өмөт итә. Ә минең өсөн ул бары тик кешегә ярҙам итеү мөмкинлеге генә. Ихлас күңел менән эшемде башҡарам, ә ҡалғаны, лайыҡлы булһам, үҙе килер.

– Һеҙгә һис тә белмәгән кешеләргә лә ярҙам итергә тура килә...

– Изгелек эшләйһең дә, ул яйлап онотола. Эш сәфәре менән йөрөгәндә, күптәр килеп рәхмәт һүҙҙәрен әйтһә, ҡыуанам, ғорурлыҡ тойғолары кисерәм. Ярҙамымды, изгелектәремде кешеләрҙең онотмауы артабан да тырышып эшләргә дәрт, көс бирә.

Гөлнур Ҡыуатова әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға