«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Пар ҡанатлы булыуға ни етә?!



13.05.2016 Пар ҡанатлы булыуға ни етә?!

Пар ҡанатлы  булыуға ни етә?!Ғаилә – ил терәге, ғүмер шишмәһе. Ғаилә тормошо һәр беребеҙ өсөн осһоҙ-ҡырыйһыҙ хеҙмәт һәм һикәлтәле ғүмер юлы. Һәр кешегә ҡайтып йығылырлыҡ йылы усаҡ, тыныс урын кәрәк. Ғаилә – ул иң оло таянысыбыҙ, иң ышаныслы һыйыныр урыныбыҙ.
Ғаләмдә хатта ҡар бөртөктәре лә бер-береһенә оҡшамаған. Кеше яҙмыштары хаҡында һөйләйһе лә түгел. Һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ һуҡмағы, үҙ юлы бар. Тик шуныһы уртаҡ – ер йөҙөнә беҙ барыбыҙ ҙа яратырға, яратылырға, оя ҡорорға, бәхетебеҙҙе табырға килгәнбеҙ. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Гөлшат һәм Аяз Күскилдиндарға ҡарайһың да, был парҙың бәхетле булыу теләгенә ирешеүҙәрен күреп ҡыуанаһың.

Уларҙың өҙҙөрөп дуэт йырлауына, парлы бейеүенә һоҡланып, күптәр: “Пар аҡҡоштарға тиң бит һеҙ!” – ти. Тап йыр-моңға ҡарата һөйөү таныштыра, табыштыра ла инде йәштәрҙе. Ейәнсура ҡыҙы Гөлшат – БДУ-ның филология, Федоровка егете Аяз тарих факультетында белем ала, тәүге курстан уҡ ҡыҙ – “Ирәндек” бейеү, егет “Аҡтамыр” ҡурайсылар ансамблендә шөғөлләнә. Сираттағы бер концерт мәлендә таныша улар, тәү күреүҙән үк хистәр даръяһына сумған Аяз ҡыҙҙың артынан “Ирәндек”кә бейергә килә. Сәхнәлә парлашып төрлө бейеүҙәр башҡарыу ике йәш йөрәкте тағы ла яҡынайта. 4-се курсты тамамлап, йәштәр, ата-әсәләренең ризалығын алып, гөрләтеп туй уҙғара. Мөхәб­бәттән баш әйләнгән был иҫтәлекле көндән алып 11 йыл ваҡыт уҙып та киткән. Татыу, бар яҡтан өлгө булырлыҡ ғаиләлә бөгөн Нәргизә һәм Айгизә исемле ҡыҙҙар буй еткерә.
– Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Аязға Ишембай ҡалаһында эш тәҡдим иткәйнеләр, бында күстек тә килдек, – тип һөйләй ҡатын. – Тәүҙә кеше фатирында түләп торҙоҡ, тора-бара аҡса туплап, ата-әсәләр ярҙамы менән үҙ тупһабыҙҙы булдырҙыҡ. Ғөмүмән, йәшлегемдә Аяз кеүек ғаилә һәм бала йәнле, ҡатын-ҡыҙҙың ҡәҙерен белгән егет осрауына һөйөнөп туя алмайым. Бер арттырыуһыҙ әйтәм, бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан уҡ аңлайбыҙ, юл ҡуя беләбеҙ, һәр эшкә тотонор алдынан кәңәш ҡорабыҙ. Икебеҙ ҙә йыр-моң яратҡан ғаиләлә үҫкәнбеҙ, шуға күрә ҡыҙыҡһыныу­ҙарыбыҙ, ҡараштарыбыҙ уртаҡ.
Ғаилә башлығы – әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһының ЮХХДИ хеҙмәте капитаны. Ҡатын иһә, ҡаланың 18-се мәктәбендә белем биреү менән бергә, урындағы телевидениеның башҡорт редакцияһында сығарылыш мөхәррире, диктор һәм хәбәрсе эшен дә алып бара. Аталарының алыҫ ергә барып эшләп ҡайтыуын аҙна һайын түҙемһеҙлек менән көтөп алалар, был көн барыһы өсөн дә ҙур байрам. Аяздың йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, ғаилә ҡалала уҙған барлыҡ үҙешмәкәр, спорт һәм мәҙәни конкурстарҙа ҡатнаша. “Нәргизәбеҙ йыр-моңға тартылһа, Айгизәкәй, саңғысы һәм йүгерек атаһына оҡшарға тырышып, киләсәктә спортсы булыр­ға хыяллана. Ирем көрәшсе лә, бик күп хәрби ярыш еңеүсеһе, сәләмәт тормош алып бара. Бынан тыш, полиция уҙғарған барлыҡ мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша”, – тип ғорурланып һөйләй Гөлшат. Ныҡлы никах ептәрен, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәр тураһында төшөнсәләрҙе иң тәүге урынға ҡуйған Күскилдиндар 2012 йылда Ишембайҙың “Йәш ғаилә” ҡала конкурсында гран-при яулай, артабан республика күләмендә “Ғаилә традицияларын һаҡлаған өсөн” номинацияһында еңеп сыға.
Күскилдиндарҙың тағы бер яратҡан шөғөлө бар: улар – оҫта мәжлес ойоштороусы. Һәр табындың биҙәге булған ирле-ҡатынға берәү, тамада булырға кәрәк һеҙгә, тип кәңәш итә. Дәрттәре ташып торған, бар нәмәгә лә өлгөр Гөлшат менән Аяз күп уйлап тормай, аппаратура һатып ала һәм был өлкәлә лә уңышҡа өлгәшә. Бынан тыш, Башҡортостандың барлыҡ иҫтәлекле урындары, тәбиғәт һәйкәлдәре, бүтән төбәктәр буйлап сәйәхәт итеү – ғаиләнең матур йолаларының береһе.
Тормошта ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн ныҡлы ихтыяр көсө, тырышлыҡ, ныҡышлыҡ кәрәк. Ә Күскилдиндарҙың икеһенә лә бындай сифаттар хас, тағы ир менән ҡатындың бер-береһенә ҡарата оло мөхәббәтен, ышанысын һәм ихтирамын да ҡушып ебәр­һәң, ул саҡта татыу, бәхетле, өлгөлө ғаилә серенә төшөнәһең.

Лилиә ХӘЛИТОВА.

Пар ҡанатлы  булыуға ни етә?!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға