«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Закондың көсө – уның үтәлешендә”



12.05.2016 “Закондың көсө – уның үтәлешендә”

“Закондың көсө –  уның үтәлешендә”Cуд приставтары хеҙмәте суд ҡарарҙарының үтәлеүенә, граждандарҙы социаль яҡтан һәм хеҙмәткә хоҡуҡтарын яҡлауға булышлыҡ итә. Ҡануниәтте үтәүҙә ярҙам итеүсе орган булараҡ суд приставтары хеҙмәте үҙ эшмәкәрлегендә ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм бөгөн ниндәй бурыстарҙы үтәй? Закондарға яңы үҙгәрештәр индереү киләсәктә бурыслыларҙың һәм бурыс түләттереүселәрҙең мәнфәғәттәрен тулыһынса яҡлай аласаҡмы? Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Закир улы Байғусҡаров журналистар менән осрашыуында ошо һорауҙарға яуап бирҙе.

Етәксе белдереүенсә, 2015 йыл идаралыҡ өсөн һөҙөмтәле булған – былтыр бурыслыларҙан 9 млрд һум аҡса йыйылып, 3 млрд һумы Рәсәй бюджетын тулыландырыуға йүнәлтелгән. 206 млн һум аҡса урындағы муниципаль берәмектәр­ҙең ҡаҙнаһына индерелгән.
Алименттар, эш хаҡын түләттереү – суд приставтарының өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе. Былтыр алименттар буйынса 50 мең кешегә ҡарата сығарыл­ған суд ҡарарын үтәргә тура килгән. 2200 кешегә алимент түләмәгәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Быйыл ғына 1623 алиментсыға эҙләү иғлан ителгән. Балаларын тәрбиәләүҙән баш тартыусыларҙың 10 процентын – 2600 кеше – ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә. Әйткәндәй, балаларына аҡса түләүҙән ҡасып йөрөүсенең йәшәгән, эш урыны бер йыл буйына асыҡланмаһа, хәбәрһеҙ юғалыусы тигән ҡарар сығарыла һәм балаларға дәүләт пособие түләй. Бурыслы табылған осраҡта, был аҡса түләнмәй. Эш хаҡы буйынса бурыс­тарын түләмәгән намыҫһыҙ ойошма етәкселәре лә йылдан-йыл арта. Былтыр 12 мең кешегә 4 млн һумдан ашыу эш хаҡы түләттерелгән. Һуңғы биш йылда 142 мең кешегә 2 миллиард һумдан ашыу эш хаҡы ҡайтарылған. Зариф Закир улы белдереүенсә, республика Башлы­ғының тәҡдиме менән улар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ошондай предприятие етәкселәрен яуапҡа тарттырыу, бурыслылар иҫәбенә индереү буйынса закон проекты әҙерләү тәҡдиме менән сыҡҡан.
Рәсәйҙә тейешле документтары булмаған, законһыҙ рәүештә йәшәүселәрҙе суд ҡарары буйынса үҙ илдәренә оҙатыу ҙа – суд приставтарының бурысы. Былтыр идаралыҡ 600 кешене оҙатһа, быйыл 200-гә яҡын кеше иленә ҡай­тарыл­ған. Айырыуса Үзбәкстан, Әрмәнстан, Грузиянан закон боҙоусылар күп. Илдә криминоген хәл киҫкен булғанда суд биналарында, йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда суд приставтарынан үтә лә иғтибарлы, уяу булыу талап ителә. Сөнки хөкөм ҡарары сығарылған суд ултырыштарында төрлө ғәҙәттән тыш хәл йыш булып тора. Асыулы кешенән барыһын да көтөргә була: йә ул судьяны мыҫҡыл итә, ҡаршы сығыш яһаусыһына ташлана, суд документтарын юҡҡа сығара, ҡорал индерә. Былтыр судта йәмәғәт тәртибен боҙған өсөн дүрт енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡарма власть органы булараҡ, суд приставтары хеҙмәте эске эштәр органдары, Тәфтиш комитеты, һалым органдары хеҙмәткәр­ҙәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә һәм хатта уларҙың оператив-эҙләү кеүек ҡайһы бер функцияларын да башҡара. Былтыр енәйәт эше асылып, ҡасып йөрөгән 400 кеше табылған. Һуңғы биш йылда енәйәт эше ҡуҙғатылған 2 мең енәйәтсе тотолған. Уларҙың өстән бер өлөшө судтарҙа асыҡланған. Был йәһәттән Башҡортостан суд приставтарының тәжрибәһен башҡа өлкәләр ҙә өйрәнгән.
Билдәле булыуынса, 15 ғинуарҙан бурысын түләмәүселәрҙең автомобиль, һауа һәм һыу судноларын йөрөтөү хоҡуғын сикләү тураһында Федераль закон үҙ көсөнә инде. Уның маҡсаты – бурыстарҙы ниндәйҙер кимәлдә тиҙерәк түләүгә мәжбүр итеү. Быйыл 3 мең кешенең автомобиль йөрөтөү хоҡуғы сикләнгән. Бурыслылар хатта сит илгә лә сыға алмай. Былтыр 25 мең кешегә ошондай сикләү булған. Дәүләт, бурыслы кешене яуапҡа тарттырыуҙан бигерәк, түләргә тейешле аҡсаһын төрлө юл менән тиҙерәк түләттереү яҡлы. «Башҡарма производство тураһында»ғы Федераль закон­ға үҙгәрештәр индерелеүе менән бергә, административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штрафын ваҡытында түләүселәргә 50 процент ташлама яһау хоҡуғын да бирә.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы был ведомствоның күп эш йүнәлеше буйынса, башҡа өлкә-республикалар менән сағыштырғанда, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән. ШОС һәм БРИКС саммиттарын Башҡортостанда уҙғарыу ҙа республиканы танытып, уны ҙур халыҡ-ара форумдар, конференциялар үткәреү майҙансығына әйләндерҙе. Быйыл 8 – 12 июндә Өфөлә Европаның Халыҡ-ара суд приставтары союзы конференцияһы үтәсәк. Унда сит илдәрҙән йыйылған суд ҡарарҙарын үтәүҙе башҡарыусылар үҙҙәрендәге тәжрибә менән уртаҡлашасаҡ. Өйрәнерлек нәмәләр күп: мәҫәлән, Белоруссияла бурыслы граждандар банктарҙа иҫәп аса алмай, Германияла хоҡуҡ органдарынан мөлкәтен йәшергәндәрҙе иркенән мәхрүм итәләр.
«Бурысыңды түлә лә, тыныс йоҡла» тигән хаҡ әйтем бар. Бурыслы булыу бер кемде лә биҙәмәй. Федераль суд приставтарының Башҡортостан буйынса идаралығы сайтында «Башҡарма производстволар банкы» тип аталған электрон сервис бар. Унда һәр кем инеп, үҙенең кредиттар, алимент, штрафтар буйынса бурысын ҡарай ала. Шулай уҡ эшкә урынлашырға, төрлө килешеү төҙөргә теләгән ойошманың бурыстары булыу-булмауын тикшерергә мөмкин. Ул граждандарға мәғлүмәт йыйыу өсөн уңайлы ла. Миҫал өсөн, фатир һатып алғанда килешеү төҙөйәсәк ойошманың финанс хәле ниндәй булыуын да был сервис аша белергә була. Ойошмаларҙың ышаныслы булыу-булмауын белеү өсөн был мәғлүмәт сервисы ҡулай.
«Суд приставтарына йылдан-йыл эш өҫтәлә генә бара. Электрон документтар менән эшләү артты. Суд приставы хеҙмәтен һайлаусыларға шуға ла яҡшы юрист, финанс белгесе, спецназ булырға кәрәк», – тине баш суд приставы Зариф Байғусҡаров. Сөнки был хеҙмәт – халыҡ өсөн законлылыҡ гаранты.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға