«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡыҙҙыр шешлек, торма түҙеп!



29.04.2016 Ҡыҙҙыр шешлек, торма түҙеп!

Май байрамдары тигән һүҙҙе ишетеү менән шешлек, усаҡ, туғандар-дуҫтар менән йырлашып ултырыу күҙ алдына килә. Байрам табынығыҙ тәмле, мул булһын өсөн беҙҙән рецептар ҡабул итегеҙ!

ГРИЛЬ
Грилдә бешерелгән йәшелсә телде йоторлоҡ була. Уларҙы ит, балыҡ янына гарнир итеп тә бирергә, былай ғына ла ашарға мөмкин. Тәмле булыуы менән бер рәттән, файҙалы икәнлеген дә беләбеҙ. Асыҡ һауала, гриль ярҙамында бешереп, табынға бирелгән помидор, картуф һәм башҡа йәшелсәләр ялығыҙҙы тағы ла сағыуыраҡ итһен, дуҫтар!

Ассорти
2 баклажан, 1 ташҡабаҡ, 1 татлы борос, 2 помидор, 1 баш һуған, 2 ҡалаҡ алма һеркәһе, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы, борос, тоҙ.
Ташҡабаҡты йыуып, киптереп, алты өлөшкә бүлергә. Баклажан­дарҙы ла әҙерләргә, тышын әрсемәҫкә. Уларҙы маринадҡа һалғанға тиклем әсеһен бөтөрөү өсөн ярты сәғәткә тоҙло һалҡын һыуға һалып торорға кәңәш итәбеҙ. Был ысул әсе тәмде генә бөтөрмәй, йәшелсәне йомшағыраҡ та итә. Татлы боросто уртаға бүлеп, орлоғон таҙартырға. Помидорҙан башҡа бөтә йәшелсәне лә эре итеп турап, тәрән һауытҡа һалып, тоҙ-борос, алма һеркәһе менән май һибергә. Теләгәндәр әнис тә һалып ебәрә. Маринад та һалынғас, йәшелсәне яҡшылап бу­тар­ға һәм, өҫтөн ябып, сәғәт ярымға ҡалдырырға. Йылы көндә улар ошо ваҡытта яҡшы итеп маринадлана, һалҡында төнө буйы ла тоторға була.
Хәҙер ут яғып, күмерҙең ҡыҙғанын көтөргә кәрәк. Йәшелсәне рәшәткәгә бер ҡат итеп кенә теҙеп, ике яғын да ҡыҙҙырырға кәрәк, һәр береһе өсөн 15 минут самаһы ваҡыт китә. Уларҙы бындай ысул менән әҙерләү мәшәҡәтле генә, ит ҡыҙҙырыуҙан да ауырыраҡ. Сөнки һуты ағып, үҙҙәре янып бара. Гриль янынан китмәгеҙ, туҡтауһыҙ күҙәтеп тороғоҙ.
Йәшелсәне уттан алғас, һауытҡа һалып, 15 минут ныҡлап ҡаплап торорға кәрәк, тәме тағы ла сағыу­ланасаҡ.
Табынға йылы килеш бирелә.

Балыҡ
Ярты кило көмрө балыҡ, 4 балғалаҡ соя соусы, 1 кишер, 2 ҡалаҡ аҡ май, бер услап йәшел һуған, әнис, петрушка, һарымһаҡ, төрлө тәмләткестәр – күңелегеҙ ҡушҡанын һайлағыҙ!
Балыҡты таҙартып, тигеҙ киҫәктәргә бүлергә лә, соя соусына һалып, ярты сәғәт самаһы тоторға. Кишерҙе нәҙек кенә итеп түңәрәкләп турарға, йәшел тәмләткестәр, һарым­һаҡ та ваҡлана. Йомшарған аҡ майға бөтә тәмләткесте һалып бутар­ға. Балыҡ киҫәктәрен фольгаға теҙеп, өҫтөнә май яғып, кишер ҡуйыр­ға. Ике киҫәк балыҡты бер фольгаға һалып, конверт һымаҡ урар­ға. Ул мангалда 20 минут самаһы әҙерләнә. Табынға төрлө йәшелсә, дөгө ярмаһы менән бирергә була.

ТАУЫҠ ИТЕ ӨСӨН МАРИНАД
Тауыҡ итенән эшләнгән шешлектең бер проблемаһы бар – ул ҡорораҡ килеп сыға. Беҙҙең рецептар һутлы, тәмле аҙыҡ әҙерләргә ярҙам итер. Маринад өсөн эмаль һауыттан да яҡшырағын таба алмаҫһығыҙ, алюмин кәстрүлде ҡулланмағыҙ. Шулай уҡ быяла һауыт та ярай, мәҫәлән, банка. Иткә килгәндә, тауыҡтың аҡ ите, боттары яҡшы, шешлек булғас, һум итте һайларға кәрәк. Ләкин күптәр ҡанаттарын да айырым ҡыҙҙырырға ярата, ҡыҫҡаһы, ҡайһы урыны оҡшай – шуны ҡулланығыҙ.

Һеркә менән
Маринад әҙерләгәндә һеркә ҡулланыу – классика. Әллә ҡасандан барлыҡҡа килһә лә, әле һаман да итте һеркә ярҙамында йомшартыусылар етерлек. Маринадтың бер кило иткә иҫәпләнгән тәүге варианты:
100 грамм 9 процентлыҡ аш һеркәһе, ярты кило һуған, 2 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 10 бөртөк хуш еҫле борос, 20 бөртөк ҡара борос, 5 лавр япрағы, 1 балғалаҡ үҫемлек майы.
Башлы һуғандың берәүһен иҙергә кәрәк, уның һуты иткә ныҡлап һеңергә тейеш. Ҡалған һуған дүңгәләкләп турала. Боросто иҙеп, һуғанға ҡушыр­ға. Үҫемлек майы, шәкәр, тоҙ һәм аш һеркәһен башҡа ингредиенттар менән бутарға. Ошо массаға бер стакан һыу ҡушыла. Маринад әҙер! Ит һалҡынса урында ике сәғәт самаһы маринадта тотола.

Баллы-әскелтем
Был әскелтем тәмле маринадты тауыҡтың ҡанаттарын ҡыҙҙырыу өсөн ҡулланыу яҡшы. Ул 3 кило самаһы иткә етә.
1 стакан шыйыҡ бал (ҡуйырып киткәнен иретеп алығыҙ), 1 ҡалаҡ горчица, 10 бөртөк ҡара борос, әсе һәм татлы паприка, 1 ҡалаҡ аш һеркәһе.
Бөтә ингредиенттарҙы ла бергә бутарға. Ошо массаны ҡанаттарға һыларға кәрәк. Уларҙы маринадҡа һалып тормай ғына, шундуҡ әҙерләргә була. Бик шәп ризыҡ килеп сыға.

Гранат һутынан
Бындай маринад Көнбайышта популяр, электән ҡалған рецепт. Шешлек ҡыҙғылтыраҡ төҫтә килеп сыға. Тауыҡтың бөтә өлөштәре өсөн дә ҡулланыр­ға мөмкин. Ләкин аҡ итте ошо ысул менән маринадлағанда айырыуса тәмле, һутлы булып бешә. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн шәп рецепт – майлы тип ҡайғырырға түгел.
1 литр гранат һуты, 10 бөртөк ҡара борос, 25 грамм тоҙ.
Бөтә ингредиенттарҙы ла бергә бутарға. Ит ныҡлап йомшарһын, маринадты һеңдерһен өсөн тауыҡты бер тәүлек тоталар.

Тауыҡ итенән шешлек
1 кило тауыҡтың аҡ ите, бер стакан ойоған һөт, 1 балғалаҡ горчица, 1 балғалаҡ керән, 1 балғалаҡ бал, һарымһаҡ, ҡара һәм ҡыҙыл борос, тоҙ, соя соусы, үҫемлек майы, 3 ҡалаҡ лимон һуты.
һөткә керән, горчица, иҙелгән һарымһаҡ, бал, борос, тоҙ өҫтәргә. Тоҙҙо кәрәгенән әҙерәк ҡулланығыҙ, сөнки маринадҡа аҙаҡ соя соусы ла өҫтәлә, ә ул ныҡ тоҙло. Аҡ итте шаҡмаҡлап турап, ике сәғәткә маринадҡа һалырға. Ике сәғәт етә, артығы кәрәкмәй, юҡһа ит иҙелә башлай. Ҡыҙҙыра башлар алдынан ғына соя соусы, лимон һуты һәм үҫемлек майын бергә бутарға. Тауыҡ киҫәктәрен алып, һөттән таҙартырға һәм лимонлы шыйыҡсаға тығып алып, шампурҙарға теҙергә. Тәмле һәм һутлы шешлек 10 минутта әҙер була.

Шешлек өсөн яңы һуйылған иттән дә яҡшыһы юҡ. Ләкин ҡайһы саҡ туңдырылғанын да ҡулланырға тура килә. Бындай осраҡта тулыһынса иреп бөткәнен көтөргә кәрәк, ирегән генә түгел, һыуыҡ та булмаҫҡа тейеш хатта. Уны бүлмә температураһында тоторға тура килә. Итте ағып торған һыуҙа йыуып, яҡшылап ҡоротоғоҙ.
Һис шикһеҙ, иң шәп шешлек ике-өс айлыҡ бәрән итенән килеп сыға, мал орғасы булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ләкин уны һатып алам тиһәң, “ат хаҡын” түләргә кәрәк, хужалар йәш бәрәнен һуйырға йәлләңкерәй. Ҡыҫҡаһы, иттең мөмкин тиклем йәшерәген һайлау талап ителә. Баҙарҙа йәш һарыҡ ите ап-аҡ майы, ҡыҙыл ите менән айырылып тора. Ҡартыраҡ малдың майы һарғылт, ите ҡарараҡ була. Һарыҡ итенән шешлек әҙерләгәндә һөйәктәрен алып ташлау мотлаҡ түгел.

Кавказса
Шешлек Кавказдан килеп сыҡҡан аҙыҡ, әлбиттә, башҡа халыҡ итте унда йәшәүселәргә еткереп үк ҡыҙ­ҙыра алмай. Был төбәк халҡы өсөн шешлек – тотош бер мәҙәниәт. Ә беҙ уларҙың рецебын ҡарайыҡ:
1 кило ит, 5 баш һуған, төйөлгән ҡара борос, тоҙ, 150 грамм шарап, үҫемлек майы.
Итте ҙур булмаған киҫәктәргә бүлгесләргә, борос менән тоҙ һибергә. Бал­даҡлап туралған һуғанды тәҫләп һалып, шарапты һәр өлөшкә тейерлек итеп һибеп сығырға. Үҫемлек майы иң аҙаҡ ҡушыла, ныҡлап бутала. Теләһә ниндәй тәмләткес ҡушып тормағыҙ, тәме китә. Йәш ит ике сәғәттә әҙер була, уртаса алғанда, уны 5 сәғәт самаһы маринадта тоторға кәрәк.
Итте шампурҙарға һуған менән сиратлап теҙергә. Ул утта 15 минут самаһы ҡыҙҙырыла. Шампурҙарҙы әйләндергеләп торорға, ваҡыты-ваҡыты менән шарап һибергә онотмағыҙ. Кавказ халҡы шешлекте йәшел тәмләткес менән ашай, петрушка, кинза, әнис­те ваҡламай, табынға шул килеп ҡуялар.

Йогурт менән
Был маринад өсөн тәбиғи, бер ниндәй татлы емеш тә ҡушылмаған йогурт кәрәк.
1 кило һарыҡ ите, 1 стакан йогурт, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 лимон, һарымһаҡ, ярты балғалаҡ тимьян, бөтнөк, ҡара борос, тоҙ.
Итте бер тигеҙ өлөштәргә бүлергә, тоҙ, борос һибергә. Йогуртҡа үҫемлек майы, тәмләткестәр ҡушырға. Лимондың һутын һығып алып, ҡалған өлөшөн ҡырғыс аша үткәрергә, бөтнөктө лә ваҡ итеп турарға. Бөтә ингредиенттарҙы бергә бутарға – маринад әҙер. Уны ит өҫтөнә ҡойорға. 6 – 8 сәғәт самаһында әҙер була.

Әскелтем маринад
Шешлек өсөн һарыҡтың һум ите генә түгел, бауыр-бөйөрө, йөрәге лә бик шәп.
1 кило ит, 6 баш һуған, ярты стакан 3 процентлы аш һеркәһе, 4 помидор, 1 лимон, аджика, киптерелгән барбарис, 20 грамм һарыҡтың эс майы, тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр.
Итте вағыраҡ итеп турарға, һауытҡа һалып, борос, тоҙ, һуған, лимон һуты, аш һеркәһе өҫтәргә. Ныҡлап бутарға. Ауыр нәмә менән ҡаплап, дүрт сәғәт самаһы ситкә ҡуйып торорға. Аҙаҡ ит киҫәктәрен помидор, һуған менән сиратлап теҙергә. Иткә май һөртөргә. Шешлек 15 минутта әҙер була.
Табынға йәшел тәмләткестәр, аджика йәки башҡа соус менән бирелә.

Әйткәндәй
Шешлек ҡыҙҙырыр өсөн йүкә, имән, ҡайын утынын алығыҙ. Ылыҫлы ағастарҙан иткә еҫ һеңәсәк. Шулай уҡ утынды яндыр­ғанда бензин йәки башҡа яғыулыҡтарҙы ҡулланмағыҙ – еҫе сығып торасаҡ.

Лилиә Сираева әҙерләнеҠыҙҙыр шешлек, торма түҙеп!
Ҡыҙҙыр шешлек, торма түҙеп!
Ҡыҙҙыр шешлек, торма түҙеп!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға