«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тотҡа төҙәтәм, тип донъя бутамайыҡ



27.04.2016 Тотҡа төҙәтәм, тип донъя бутамайыҡ

  Тотҡа төҙәтәм, тип донъя бутамайыҡ20-се быуат ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттә электән биләп килгән урыны, уларҙың унда тоҡан урыны һиҙелерлек үҙгәрҙе. Мин бында күлдәк урынына салбар кейеү, араҡы эсеү, тәмәке тартыу, һүгенеү һымаҡ күренештәрҙе генә күҙ уңында тотмайым. Ысынлап та, башҡорт халҡы үҙенең мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙары менән ысынлап ғорурлана ала. Бөгөн, һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттә тотҡан урыны бик ҙур. Сит халыҡтар беҙҙең Бәндәбикә, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Фатима Мостафиналар аша беҙҙең турала ла фекер йөрөтә. Бөгөнгә килгәндә райондарҙа башланған ағинәйҙәр хәрәкәте лә башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап ҡалыуҙа әүҙем эш башҡара.
Әммә ошо ыңғай күренеш араһында бер сәйер, хатта аптыратҡан нәмәгә иғтибар итмәй булмай. Һуңғы ваҡытта киң матбуғат сараларында “Ҡатын-ҡыҙ – ил тотҡаһы; ил (милләт) әсәһе; ил ҡото“ тигән лозунгылар аҫтында төрлө арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ошо дәрәжәгә “ҡоҙалай“ башланылар. Мәрйәм Бураҡаева, Фирҙәүес Хисамитдинова, Ләлә Бейешева, Тамара Ғәниева, Гөлфиә Янбаева, Азия Кусимова, Гөлли Мөбәрәкова кеүек замандаштарыбыҙҙың башҡарған эше баһалап бөтмәҫлек ҙур. Әммә был шәхестәрҙе ил әсәһе кимәленә көсләп “мендерергә“ тырышыуҙы аңлап бөтмәйем. Халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре араһында, күпме генә тырышһам да, ҡатын-ҡыҙҙы (“ Ил терәге – ир, ир терәге –бисә“, “Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған“, “Яҡшы ир – ил күрке, яҡшы ҡатын – ир күрке“, “ Яҡшы ҡатын ирҙең данын сығарыр“) ил кимәленә күтәргәнен таба алманым. Ата-бабаларыбыҙ уның урынын аныҡ күрһәткән бит – ғаилә, ир “күрке“. Беҙҙең хөрмәтле гүзәл заттарыбыҙ ни өсөндөр быға иғтибар биреп бөтмәй, ул ғына ла түгел, күрмәҫкә тырыша - ҡатын-ҡыҙ менән ҡатын төшөнсәһен тиң ҡуялар. “Яҡшы ҠАТЫН – донъя тотҡаһы“, тиелгән әйтемдә. Мин бында Илдар Ғәбитовтың фекере менән тулыһынса килешәм (ҡара “Йәшлек, 4 март 2016 йыл “Батша ла ҡатынына баш эйә“). Яҡшы ҡатын булыу, үкенескә ҡаршы, һәр ҡатын-ҡыҙға бирелмәгән, был бик еңел мәсьәлә түгел. Яҡшы ҡатын өсөн ил әсәһе булыу, бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә. Уға ғаиләһендәге бәхет етәлер. Ә беҙҙең республика өсөн ҡатын-ҡыҙға яңы “номинация“ булдырырға маташыу – күҙ буяуҙың бер төрө. Халҡыбыҙ өсөн бар көсөн, ваҡытын йәлләмәгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тейешле баһаны был яһалма исемһеҙ ҙә алыр. Был исем өсөн көрәшеүҙе алғы планға ҡуйып, халҡыбыҙ әйткән “Көтөү аҙашмай, көтөүсе аҙаштыра“, тигәнен онотмайыҡ. Ил ағаһының булыуы мотлаҡ ил инәһе булыуға килтермәй. Әтәс булып ҡысҡыра башлаған тауыҡ булмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға