«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (25 апрель - 1 май)



25.04.2016 Йондоҙнамә (25 апрель - 1 май)

Йондоҙнамә (25 апрель - 1 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Битарафлыҡ, хатта ялҡаулыҡ менән дә көрәшергә тура килер. Бәләкәй генә эштәрегеҙ ҙур ҡыйынлыҡ менән барыр һымаҡ. Йондоҙҙар күберәк өйөгөҙҙә булырға ҡуша. Сәфәрҙәрҙе лә мөмкин тиклем кәметегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор башынан уҡ көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булығыҙ. Шаршамбыла төрлө дәғүәнән, ҡаршы тороуҙан ситкәрәк ҡасығыҙ. Бәғзеләр тураһындағы күптәнге шиктәрегеҙ раҫланыр кеүек. Һаулығығыҙ һәйбәтләнә башлар.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна башында һәләтегеҙ юғары кимәлдә булыр. Шишәмбе мөһим ҡарар ҡабул итеү һәм етди һөйләшеү өсөн уңайлы. Был көндә шараптан бөтөнләй баш тартыуығыҙ бик дөрөҫ һәм урынлы булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Башлаған эштәрегеҙҙе тамамлау өсөн көс түгергә тура килер. Күмәк башҡарған эштә мотлаҡ уңырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай ваҡиғалар күбәйер. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм йома.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала күптәр үҙ һәләтен күрһәтә алыр. Ижади кешеләр мотлаҡ уңыр. Һәр саҡ кеше араһында һәм ваҡиғалар үҙәгендә булырһығыҙ һымаҡ. Бәғзеләргә был оҡшамаҫ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һәйбәт аҙна. Йондоҙҙарҙың ярҙамын һәр саҡ тойорһоғоҙ. Ғөмүмән, һеҙҙе ыңғай ваҡиғалар ғына көтә. Тормошоғоҙ күҙгә күренеп яҡшырыр. Осорҙан бик ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төп эшегеҙҙә ҡыйынлыҡтар булыр. Кемдер һеҙгә ҡаршы аҫтыртын эшмәкәрлек алып бара кеүек. Үҙегеҙҙе һәр саҡ тыныс һәм ышаныслы тотһағыҙ, бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ. Йомала дәғүәләргә инмәгеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңышлы булыр. Был арала аҡсағыҙ ҙа артыр һәм күптән хыялланған әйберҙе һатып алыр­һығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер эшегеҙ оҙаҡҡа туҡтап торор, буғай.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эштәрегеҙ һаман да яҡшыра барыр. Бәғзеләрҙең үҙегеҙҙән көнләшеүен дә тойор­һоғоҙ, бәлки. Яҡын киләсәккә маҡсатығыҙ тураһында әллә ни хәбәр таратмаҫҡа кәңәш ителә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Дөйөм хәлегеҙҙең ыңғай яҡҡа үҙгәреүен асыҡ күрерһегеҙ. Уңайлы мөмкинлек бигерәк тә шишәмбе һәм кесе йомала осрар. Был арала ашыҡмай, уйлап ҡына эш итеүегеҙ бик мөһим.

Саян (24.10 – 22.11)
Ғаиләгеҙҙә ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Үпкәләшеү, аңлашылмаусанлыҡ булыр. Арағыҙҙы өҙмәү өсөн аҡыл-фиғелегеҙ етер һымаҡ. Тамамланмаған хужалыҡ эштәренә иғтибар бирһәгеҙ, яҡшы булыр ине.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында йондоҙҙар ашыҡмай эш итергә кәңәш итә. Ғөмүмән, был көндәр фекер төйнәү, маҡсат ҡороу өсөн уңайлы. Тап был арала күптән борсоп торған ниндәйҙер бурысығыҙҙан ҡотола алырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға