«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ағастар үткәндәрҙе данлай



19.04.2016 Ағастар үткәндәрҙе данлай

Ағастар үткәндәрҙе данлайҺуңғы йылдарҙағы мәғлүмәт технологиялары үҫеше кешеләргә быға тиклем төшкә, хыялға ла инмәгән мөмкинлектәр асты. Шуларҙың иҫәбенә картография өлкәһендәге яңылыҡтар инә. Хәҙер теләгән кеше интернетҡа тоташҡан компьютер, “аҡыллы” телефон – смартфон аша үҙенең ҡайҙа икәнлеген билдәләй, кәрәкле урынға юл һала ала. Ҡағыҙ карталар кәрәкмәй – бары тик электрон дуҫың ғына булһын. Машинала йөрөгәндә навигатор аҙаштырмай юл һала, кәрәкле боролоштарҙы әйтеп бара.
2008 йылдар тирәһе яһалма Ер юлдашы картографияһы үҫешкән мәл тип һанала. Шул ваҡыттан бирле һәр кеше интернет аша ҡош осаһы бейеклектән, хатта унан да юғарыраҡ аранан “һауаға күтәрелеп” сәйәхәт итә ала. “Гугл Ер планетаһы”, “Яндекс-карталар” кеүек сервис­тар компьютерҙа ла, телефонда ла эшләй.
Юлдаш карталарын ҡарау ғәйәт ҡыҙыҡлы шөғөл. Теләһәң, схема рәүешендә административ картала кеше йәшәгән урындарҙы, юлдар­ҙы табаһың, кәрәкһә, Ер өҫтө рельефы күренә. Уныһы инде бигерәк ҡыҙыҡ – урман-тауҙар, ҡалалар, хатта айырым ағас-машиналарҙы табырға мөмкин.

Серле яҙыуҙар ҡайҙан барлыҡҡа килгән?
Ерҙә йөрөгәндә күренмәгән серҙәр бейеклектә асыла. Шуларҙың береһе ағастарҙан яһалған яҙыуҙар – геоглифтар булып тора. Ябай тормошта улар беҙгә күренмәй. Кемдәлер, ни өсөн ағас­тар бында линейкаға теҙелгән һымаҡ бер тигеҙ урынлаш­ҡан икән, тигән һорау ғына тыуыуы мөмкин.
Заманында төрлө яҙыу, фигура яһап, аллея ултыртыу яңылыҡ булмаған. Бер фекер бар – йәнәһе лә, Америка СССР тормошон, уның тантаналы мәлдәрен йыһандан яһалма юлдаштар аша шпионлыҡ ҡылғанда ҡарап көнләшһен өсөн ағастарҙан яҙыуҙар булдырылған, тиҙәр. Ысынында иһә был эш Коммунистар партияһының сәйәсәтенә ярашлы эшләнгән.
Тәүге геоглифты – “Ленину 100 лет” тигән яҙыуҙы 2008 йылда EnglishRussia блогында Ҡурған өлкәһе һәм Ҡаҙағстан сигендәге районды йыһан карталарынан өйрәнгән саҡта тапҡандар. Звериноголовский урман хужалығында эшләгән Александр Канщиков хәбәр итеүенсә, 46 йыл элек геоглифты төҙөү өсөн миллион үҫенте ултыртылған. Геоглифтың оҙонлоғо ярты саҡрымдан аша, киңлеге – 80 метр.
Ошоноң кеүек яҙыуҙарҙағы үҫентеләр, ваҡыт үткәс, самолеттан йәки юлдаш карталарынан күренерлек булып үҫеп еткән. Уларҙың иң билдәлеләре – “Ленину 100”, “День Победы”, “Слава КПСС”, “СССР”.

Ленин бабайҙың исеме быуындан-быуынға тапшырылыр
Өфөнән Баймаҡҡа, Сибайға – Урал аръяғына машинала юлланыусылар Архангел районы һәм шул исемле ауыл эргәһенән үтә. Оло юлдан ситтә, Тәүәкәс яғына киткән яҡта һөҙәк ерҙә өймәкләшеп үҫкән шыршыларға иғтибар итегеҙ. Уларҙың араһы бер тигеҙ, асыҡ яланда урынлашҡандар – тимәк, кеше ултыртҡан. Баҡтиһәң, ағаслыҡ бейеклектән «Ленину 100 лет» тигән яҙыу – геоглифты барлыҡҡа килтерә. Уны ерҙән дә бер йүнәлештә уҡырға мөмкин.
Шыршылар 1970 йылда – бөйөк юлбашсының тыуыуына 100 йыл тулғанда ултыртылған. Яҙыу бик ҙур – оҙонлоғо 300 метрҙан ашҡан, киңлеге – 30 метр тирәһе, геоглифҡа 20 меңдән ашыу шыршы үҫентеһе киткән.
1970 йылда партияның район комитеты бойороғо буйынса һәр ойошма-предприятие, ауыл халҡы яҙыуҙың хәрефен йәки һанын ултыртҡан. Урман хужалығы шыршы үҫентеләре бүлгән. Тәүҙә аллея урыны геодезия инструменттары менән үлсәнеп, ҡаҙыҡтар менән абристарҙың – хәрефтәрҙең ҡайһы ерҙә буласағы билдәләнгән. Аҙаҡ бураҙналарға күмәк көс менән шыршылар ултыртылған. Ошолай итеп киләсәк быуынға бүләк – аллея барлыҡҡа килгән. Хәҙер ағастарҙың бейеклеге 20 – 30 метрға етә. Йыл һайын мәктәпте тамамлаған уҡыу­сылар ошонда таңды ҡаршылай.
Был яҙыуҙың барлығы 2008 йыл тирәһендә, яһалма Ер юлдашы картографияһы үҫешкән мәлдә, мәғлүм булды.
Архангелдан тыш, Ленин бабай­ҙың тыуыуына бер быуат тулыу хөрмәтенә ултыртҡан ағаслыҡ Иглин районында ла бар. “100 Ленину” тигән яҙыу Таутөмән ауылындағы тау битләүендә урынлаш­ҡан. Йәшел шыршылар көҙгөһөн, һары япраҡлы ағастар фонында айырыу­са асыҡ күренә. Геоглифты тимер юл станцияһынан, поездарҙан да уҡып була.
Таутөмән яҙыуы миҫалында ошондай яҙыулы аллея ултыртырға теләүселәргә бер кәңәш бирергә була. Төрлө ағасты һайлағыҙ – ҡайын, уҫаҡтар, ҡарағастың япрағы, ылыҫы көҙгөһөн ҡойолор, ә бына шыршы-ҡарағай йәм-йәшел булып, көҙгөһөн дә, ҡышын да күренәсәк.
Әйтергә кәрәк, ағастарҙан төҙөлгән яҙыуҙар йыһандан да аныҡ күренә икән. Осоусы-космонавт Александр Александров белдереүенсә, орбитала йөҙгән караптан биноклһеҙ, ябай күҙ менән Ер йөҙөндәге оҙонлоғо йөҙәр метрға еткән есемдәрҙе күҙәтергә мөмкин. Йылға йыр­ҙалары, күлдәр, һыу һаҡлағыстар, Мысыр пирамидалары, эре юлдар, Мәскәү, Париж, Токио кеүек ҙур ҡалалар, Бөйөк Ҡытай диуары, оло караптар, аэропорттар күренә. Йыһан­гирҙар ағастарҙан яһалған яҙыуҙарҙы ла еңел уҡый.

Ағастар Бөйөк Еңеүҙе данлай
Ағаслы яҙыуҙар буйынса Өфө янындағы Благовещен ҡалаһы үҙенсәлекле рекорд тота. Бында ХХ быуаттың 70-се йылдарында “Победе 30 лет” тигән аллея ултыртылған. Ваҡыт үтеү менән ағастар ҡуйырып, бейек булып үҫкән, эргә-тирәһенә өйҙәр төҙөп бөткәндәр һәм шуға ла яҙыу яйлап юҡҡа сығып бара. Ғөмүмән, бындай геоглифтарҙы ваҡыт үтеү менән табып булмай – ағас­тарын ҡырҡалар, эргә-тирәһенә өй ултырталар, юл һалалар.
Ҡаланан ситтәрәк яланда “Победе 60” тигән яҙыу 2005 йылда барлыҡҡа килгән. Әле бындағы ағас үҫентеләре нығынһа ла, буйға бәләкәйерәк, картаны нығыраҡ яҡынайтһаң ғына күренә. Еңеүгә арналған яҙыуҙар араһында Советтар Союзында иң ҙурҙан иҫәпләнгән “Ленину 100 лет” аллеяһы урынлашҡан. Был урын да яйлап юҡҡа сығып бара.
Үрҙә телгә алыуыбыҙса, ағастарҙы яҙыу рәүешендә ултыртыу юғары власть органдары бойороғонан сығып эшләнә. Ә бына Кемерово өлкәһенең Новокузнецк районындағы Кузедеево ауылында йәшәгән урмансылар – Раиса һәм Леонид Шахиндар 36 йыл элек уба битләүендә “40 лет Победы” тип Бөйөк Еңеүҙе хөрмәтләгән. Уларға ҡарағай үҫентеләрен ултыртырға мәктәп лесничествоһына йөрөгән уҡыусылар ярҙам иткән.
– Хәрефтәрҙең һынын беҙ мөйөш үлсәүсе буссоль приборы менән төҙөнөк, – ти Раиса Федо­ровна, – һәм ҡаҙыҡтар ултырттыҡ. Үҫентеләр ултыртыласаҡ урындан кәҫте ҡырҡыу ярайһы мәшәҡәтле эш булды. Иң аҙаҡтан ҡарағайҙарҙы малдан һаҡлау ҡыйынға тура килде. Ауыл бит, өй һайын һыйыр аҫрайҙар. Ат менән бағаналар, һайғау­ҙар алып барып кәртәләнек.
Әлеге ваҡытта ла яҙыулы ағас ултыртыусылар бар. Мәҫәлән, былтыр ғына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын хөрмәтләп, Белгород өлкәһенең Корочан районында Погореловка ауылы янында 10 мең ҡарағай үҫентеһенән Еңеү паркы барлыҡҡа килде. Ағаслы яҙыуҙар Ҡырымда, Симферополь ҡурсаулығында, Воронеж аэропорты янында ла бар.
... Кеше яһаған тарих һәм архитектура һәйкәлдәре – скульптуралар, монументтар, стелаларҙың ваҡыт үтеү менән буяуҙары уңа, емерелә. Аҡса етмәй, тәрбиәләргә кеше юҡ, тип һылтанып, иҫтәлекле урындарҙы ташландыҡ хәл­гә еткереү осраҡтары ла бар. Сәйәси тотороҡһоҙлоҡта, власть алмашыныу, һуғыш мәлдәрендә һәйкәлдәрҙе бөтөнләй емереп ташлайҙар – Украина миҫалын ғына алайыҡ. Ә бына ағаслы геоглифтар йылдар үтеү менән күркәмләнә генә барасаҡ. Быуындар алмашынасаҡ, ваҡыт уҙасаҡ, әммә СССР-ҙы, Бөйөк Еңеүҙе данлаған яҙмалар самолетта ос­ҡан кешегә, интернет-карталар­ҙы ҡыҙырыусыларға, хатта йыһандағы сит планета вәкилдәренә лә күренәсәк.
Айбулат ИШНАЗАРОВ

Ағастар үткәндәрҙе данлай
Ағастар үткәндәрҙе данлай
Ағастар үткәндәрҙе данлай
Ағастар үткәндәрҙе данлай
Ағастар үткәндәрҙе данлай
Ағастар үткәндәрҙе данлай
Ағастар үткәндәрҙе данлай







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға