«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡолаҡ һал!



15.04.2016 Ҡолаҡ һал!

Ҡолаҡ һал!- Һыуытҡы­сығыҙҙа насар еҫ һиҙһәгеҙ, телемләп ҡырҡылған арыш икмәген кәштәләренә ҡуйығыҙ һәм бер нисә сәғәткә шунда ҡалдырығыҙ.

- Өҫтәл, тумбочка, кейем, һауыт-һаба, китап шкафтары тартмаһын төнгөлөккә асыҡ ҡалдырып, айына бер тапҡыр елләтергә кәрәк.

- Икмәк һауытындағы үҙенсәлекле еҫте бөтөрөү өсөн һеркәлә сылатылған сепрәк менән һөртөгөҙ һәм уны даими рәүештә елләтегеҙ.

- Аш-һыу бүлмәһендә на­сар еҫ булһа, табаға бер аҙ аш һеркәһе һалып, ул парға әйләнгәнсе утта тотоғоҙ.

- Раковиналағы насар еҫ­тән ҡотолоу өсөн һыу ағыҙыу торбаһын кәм тигәндә аҙнаға бер тапҡыр ҡайнар кальцинацияланған сода иретмәһе (1 л ҡайнар һыуға 2 ҡалаҡ сода) менән йыуығыҙ.

- Шкафығыҙ күгәрһә, уның кәштәләренә камфора спиртында сылатылған мамыҡ шарсыҡтар ҡуйығыҙ – улар дымды бик яҡшы һура.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға