08.04.2016 Йондоҙнамә (11-17 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала күптәр йәмәғәт эштәре менән булышыр. Бәғзеләр төп эшенә сумыр. Әйткәндәй, барыһы ла уңыр һәм ҡәнәғәтлек кисерер. Шаршамбыла кәрәкле мәғлүмәтте алырһығыҙ, моғайын.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала һиҙгерлегегеҙ артҡанын тойорһоғоҙ. Кешеләр менән аралашыу бер ҙә ҡыйын булмаҫ. Асылған һәләтегеҙ шишәмбелә ниндәйҙер кире хәлдән ҡотолорға ярҙам итер. Йондоҙҙар һеҙҙе тиҙҙән ҙур сығымдар көтөүе хаҡында иҫкәртә.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында күп тырышырға тура килер. Кемдер ҡаты ғына үҙ фекерен яҡларға мәжбүр булыр. Һөҙөмтәлә үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтә алырһығыҙ, абруйығыҙ ҙа артыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көтмәгәндә бик өмөтлө тәҡдим алырһығыҙ. Ул һеҙҙе мотлаҡ ҡыуандырырға тейеш. Йондоҙҙар артыҡ уйлап тормайынса, ризалашырға кәңәш итә. Йомала ниндәйҙер уйламаған хәл булыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Кеше аҡсаһы менән бик һаҡ эш итергә ҡушыла. Үҙ хәлегеҙҙе башҡалар иҫәбенә яҡшыртыу бер ҙә килешмәҫ. Аҙна барышында ярҙам һораусыларҙы ситкә типмәгеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡәҙимге осор. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт күңелегеҙҙе яңғыҙлыҡ тойғоһо биләр. Күргән төштәрегеҙҙе туп-тура юрағыҙ, ләкин улар тураһында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Уйламаған сығымдар эсегеҙҙе бошорор. Был арала аҡса менән һаҡ эш итегеҙ, көсөгөҙҙө һаҡлағыҙ. Яҡын туғандарығыҙ өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙырыр, моғайын.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор үткәненә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ көтөлә. Шулай ҙа төп эшегеҙҙә көсөргәнешлек даими һиҙелеп торор. Башығыҙға өмөтлө уй-фекерҙәр йыш килер. Бәғзеләренең аҙаҡ кәрәге тейеүе бар.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҡса менән бәйле мәсьәләләр ыңғай хәл ителәсәк. Өҫтәмә килем алып, бер аҙ хәлегеҙҙе нығытырға форсат булыр һымаҡ. Аҙна аҙағындараҡ ниндәйҙер сетерекле һәм дәғүәле эш килеп сығыуы бар.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡатмарлы осор. Ләкин был һеҙҙең өсөн таныш һәм тәбиғи хәл булыр. Борсолоуҙар һәм икеләнеүҙәр ҙә осрап торор кеүек. Бер аҙ түҙегеҙ. Кесе йоманан һуң ваҡиғалар ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Саян (24.10 – 22.11)
Элек башлаған эштәрегеҙҙе тамамлау өсөн күп тырышырға тура килер. Был арала өйрәнелгән көн тәртибен боҙмағыҙ. Йомала килеп сыҡҡан дәғүәләрҙән ары торорға тырышығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һеҙҙең тирәлә бигүк аңлашылмаған ваҡиғалар күбәйеп китер кеүек. Барыһына ла үҙ аҡыл-тәжрибәгеҙ менән төшөнөү дөрөҫ булыр. Кесе йомала һағыраҡ булығыҙ, ашығыу арҡаһында хата ебәреүегеҙ ихтимал.