25.03.2016 Ҡулдарынан матурлыҡ тыуа
Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе Фирғәт Истәковтың йөрәк йылыһын һалып эшләгән ҡапҡалары, тәҙрә йөҙлөктәре һәм кәрниздәре әллә ҡайҙан балҡып, нурланып тора.
Төбәктә алтын ҡуллы оҫта булараҡ танылыу яулаған Фирғәт Һиҙиәт улы Истәковҡа был һәләт тәбиғәттән бирелгән. Бала саҡтан рәсем төшөрөүгә әүәҫ малай 5-се кластан Өфө ҡалаһының Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында белем ала. Уны уңышлы тамамлағас, әрмегә
алынып, Германияла хеҙмәт итеп ҡайта. Хеҙмәт юлын Аҡморон мәҙәниәт йортонда рәссам-биҙәүсе булып башлай. Артабан Ярат мәктәбендә рәсемдән уҡыта. Оҙаҡламай йәш белгесте ата-әсәһе йәшәгән Сәйғәфәр ауылы мәктәбенә рәсем уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Тормошон балаларҙы уҡытыуға бағышлаған Фирғәт Һиҙиәт улы Сибай педагогия колледжында һәм Магнитогорск дәүләт университетында белемен камиллаштыра.
Әлеге көндә Фирғәт Һиҙиәт улы Истәков Сәйғәфәр мәктәбе филиалында мөдир вазифаһын башҡара. Балаларға тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, рәсем һәм һыҙма фәндәренән һабаҡ биргән тәжрибәле педагогтың уҡыусылары һәр ваҡыт районда уҙғарылған төрлө конкурста призлы урындар яулай. Уның намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Респуб - ликаһы Мәғариф министрлығы- ның Почет грамотаһы һәм «Башҡортостан Республикаһы - ның мәғариф отличнигы» знагы менән билдәләнгән. Наградалары араһында урын алған «Йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» һәм «ДОСАФ-тың 85 йыллығына» миҙалдарын бик ҡәҙерләп һаҡ- лай. Мәғариф өлкәһендә 30 йылға яҡын хеҙмәт итеүсе Фирғәт Һиҙиәт улы бер ваҡытта ла үҙенең тәбиғи һәләтенә хыянат иткәне юҡ. Ул буш ваҡытында ҡул эш е менән шөғөлләнергә ярата. Йорт ҡыйыҡтарын, кәрниз, тәҙрә йөҙ- лөктәрен, ҡойма һәм ҡапҡаларҙы бынамын итеп биҙәп ҡуя. Алдараҡ был әйберҙәрҙе ағастан һырлап йәки гипстан ҡатырып эшләһә, хәҙер ул заманса материалдарға өҫтөнлөк бирә. Уның төҫлө проф- настилдан семәрләп эшләнгән ҡап ҡалары ҙур һорау менән файҙалана. Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, хатта Бөрйән тарафта- рынан заказ бирергә килеүселәр бар. Эргә-тирә ауылдарҙа ла Фирғәт Истәковтың алтын ҡулда- ры менән эшләнгән семәрле ҡапҡаларҙы, тәҙрә йөҙлөктәрен күрергә була. Әйтергә кәрәк, төҫлө профнастил сифатлы төҙөлөш материалы һанала. Йылдар үтеү менән дә уның төҫө уңмай, формаһы юғалмай.
Фирғәт ағайҙың ишек алдында оҫтаханаһы бар. Ул махсус ҡорамалдар, эш инструменттары менән йыһазландырылған. Һәләтле ир-егет тәбиғәттән бирелгән оҫталығын тағы ла камиллаштырыу, яңы эш алымдарын үҙләштереү буйынса туҡтауһыҙ эшләй. Заманса материалдар менән нисек эш итеүҙе интернеттан ҡарап өйрәнә. Уның ҡул эштәре араһында паннолар һәм сувенирҙар ҙа урын алған. «Ете ҡыҙ», «Ҡурайсы» тип аталған сувенирҙарын халыҡ яратып ҡабул итә.
Фирғәт Һиҙиәт улы ауылдың ҡоҙоҡтарын да матур итеп кәртәләп ҡуйған. Ауылдаштары бының өсөн уға рәхмәтле. Уның золом ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйған һәйкәле, Баймаҡта һәм Сәйғәфәрҙә йәшәүсе дуҫтары менән бергәләп Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы эшләгән мемориаль комплексы сәйғәфәрҙәргә иҫтәлекле бүләк була.
Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү ҙур оҫталыҡ һәм ваҡыт талап итә. Эшкә күңелеңде һалып, уны ихлас башҡарыу ҙа мөһим. Фирғәт Һиҙиәт улының ҙур оҫталыҡ һәм йөрәк йылыһы һалып эшләгән ҡапҡалары, тәҙрә йөҙлөктәре һәм кәрниздәре әллә ҡайҙан балҡып, нурланып, саҡырып тора.
Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе оҫтаны атай нигеҙенә һәм халҡыбыҙ кәсептәренә тоғролоҡ һаҡлаусы ир-егеттәребеҙ рәтенә индерергә була. Ул бөгөн үҙенең ҙур ғаиләһе менән атай нигеҙен- дә, әсәһе Мөғлифә Әхмәт ҡыҙы менән бергәләп матур итеп донъя көтә. Был нурлы йорттан бер ваҡытта ла туғандар, дуҫтар өҙөл- мәй. Фирғәт Һиҙиәт улы ҡатыны Альбина менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Әйткәндәй, Альбина Абдулла ҡыҙы ла мәктәптә эшләй. Ул – башланғыс кластар уҡытыу - сыһы. Истәковтарҙың өлкән ҡыҙы Илгизә – инглиз теле уҡыты усыһы. Ул ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Уртансы ҡыҙҙары Илзидә лә инглиз теленән уҡыта. Ғаиләһе менән Баймаҡта төпләнгән. Иң кесеһе Фәрхәт Өфө авиация тех- ник университетында белем ала. Ул – атаһының ярҙамсыһы ла, өмөтө лә. Фирғәт Һиҙиәт улы үҙе- нең кәсебен улы Фәрхәткә өйрә- тә. Тырыш, эшсән егет буш ваҡы- тында ҡул эштәре менән шөғөл- ләнергә ашҡынып тора.
Альбина ҠОҘАШЕВА.