«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Девятка”нан – танк



06.02.2016 “Девятка”нан – танк

“Девятка”нан – танкСит илдәрҙә йәшәүселәр, беҙҙә эшләнгән юлһыҙ урындан йөрөгән машиналарҙы күреп: “Рәсәй кешеләре юл төҙөмәҫ өсөн барыһына ла әҙер”, – ти. Был әйтемде инҡар итеп була. Яҙлы-көҙлө бысраҡ, ҡарлы-буранлы ҡыш, алыҫ аралар, саманан тыш йөк тейәү, ҙур тиҙлектә йөрөү кешеләрҙе, юлдарҙы, техниканы ҙур һынауҙарға дусар итә. Тәгәрмәс урынына ҡарышлауыҡ ҡуйылған машиналар барыһы менән дә ҡулай, ләкин хаҡтары ҡиммәт, хеҙмәтләндереүҙе лә талап итә. Водитель һәм пассажирҙар өсөн уңайлылыҡ та юҡ кимәлендә. Еңел автомобиль кузовын ҡарышлауыҡлы шасси өҫтөнә ултыртып буламы? Автозаводтар әлегә бындай техниканы тәҡдим итмәһә лә, ҡулдары оҫта кешеләр уны үҙҙәре эшләй.

Ошо көндәрҙә Омск ҡалаһында йәшәүсе Андрей Романов бөтә Рәсәйгә танылды. Видеояҙмала күренеүенсә, туғыҙынсы модель “ВАЗ”, тәрән көрт тип тормай, ҡар туҙҙырып елә, бер урында әйләнә. Сәғәтенә 62 саҡрым тиҙлектә йөрөй алған машинаның кузовы “ВАЗ – 2109” автомобиленән алынһа, борт редукторҙары – хәрби йөк машиналарынан. Вездеходта “УАЗ”, “ГАЗель” запчастары ла бар.

Ә бына резина-металл ҡарышлауыҡ таҫмаһын оҫта ай ярым ваҡыт эсендә йыйған. Вездеход йөҙ саҡрым­ға 16 литр бензин исрафлай, салонда руль урынына борт фрикциондары менән идара итмәле ике рычаг ҡуйылған.

Андрей Романов машинаһына, данлыҡлы танк атамаһына оҡшатып, Т – 21099 исемен биргән. Былтыр ноябрь айында Омсҡ ҡалаһында булған көслө ҡар һәм бурандар мәлендә машина бик ныҡ ярҙам иткән. Андрей күршеләренең машиналарын тартып сығар­ған, вездеходтың алдына ҡуйылған көрәк менән ҡар көрәгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға