05.02.2016 Ҡышҡы юлдар үлем килтермәһен!
3 ғинуарға ҡараған төн Рәсәй халҡы хәтеренә Ырымбур өлкәһендә булған күңелһеҙ хәл менән инеп ҡалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Р – 336 Ырымбур – Орск юлында тиҫтәләгән автомобиль буранға эләгеп, ҡар аҫтында ҡалды. Һөҙөмтәлә 84 кеше ҡыштың аяуһыҙ ҡапҡанына эләкте, бер кеше туңып үлде, 12-һе һыуыҡ тейеүҙән зыян күрҙе.
Был фажиғә осраҡлымы әллә уны иҫкәртеп була инеме? Ни тиһәң дә, водителдәрҙе буран мәлендә юлға сығырға бер кем дә мәжбүр итмәгән. Үҙенең автомобиленә үҙе хужа булған кеше алдына янғын, ер тетрәү, һуғыш урынынан ҡасыу кеүек ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйған ғәҙәттән тыш хәл килеп баҫмаған бит. Ырымбур фажиғәһе йәмғиәтебеҙҙә ҡулланыусылар быуыны (потребительское поколение) үҫеп етеүен күрһәтте. Тап шундайҙар уйларға теләмәй, яуаплылыҡ тоймай, минең хоҡуғым бар, тип талап итә.
Оло йәштәге кешеләрҙе, ауырлы ҡатындарын, балаларын тейәп, буран ҡупҡан, ҡар яуған мәлдә юлға сығыусылар нимә тураһында уйланы икән?! Ябай ғына хәүефһеҙлек һәм һаҡланыу булырға тейеш. Водителдәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусыларын һәм полицияны ярҙам күрһәтмәүҙә ғәйепләй. Бар ғәйеп – үҙҙәрендә!
Павел Гусев исемле ир үҙенең аңһыҙлығы менән бөтә Рәсәйгә танылды. Ул ҡар тотҡононан ҡотолғас, иң беренсе ил Президенты Владимир Путинға видео аша мөрәжәғәт яһап, тейешле хеҙмәттәрҙе эшһеҙлектә ғәйепләне. Ошолай итеп ялыу яҙып, видео төшөргәнсе, был ир һәм башҡалар машиналарында тере ҡалырға булышлыҡ итерҙәй кәрәкле әйберҙәрҙе йөрөтһөн ине. Видеояҙмала күренеүенсә, һәр машинала алғы тәҙрәлә ҡорған, яҡшы магнитола-фәлән тороуы күренә. Шул юҡ-бар урынына салонда, багажникта ғүмерҙе һаҡлаусы әйберҙәр ятһа, яҡшыраҡ булыр ине.
Юлға сығыр алдынан көн торошо менән ҡыҙыҡһынырға, ҡотҡарыусыларҙың тәбиғәткә, уның ғәрәсәттәренә ҡаршы тора алмағанлығын күҙалларға ла кәрәк.