04.12.2010 Йырсы ла ул, баянсы ла
«Гәлсәр һандуғас» телефестивале бик күп яңы исемдәр, үҙенсәлекле матур тауышлы йырсыларҙы асты. Шуларҙың береһе – Иҙел Нурғәлин. Иҙел Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән. Әлеге көндә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының музыка бүлегендә белем ала. Киләсәген тик сәнғәт өлкәһендә күрә сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһаусы йәш артист.
Иҙел Нурғәлин балалар баҡсаһынан уҡ тамашасылар алдында сығыш яһай башлай. Уҡырға барғас иһә мәктәптәге бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Район, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша. Мәктәптә уҡыу менән бер рәттән, сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеп, баянда уйнау серҙәренә лә өйрәнә. Тәүҙә дуҫтары менән ҡыҙыҡ өсөн генә сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлаған Иҙел был аҙымының тормошонда хәл иткес роль уйнаясағын ул ваҡытта күҙ алдына ла килтермәгәндер. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ егет йырсы булырға, вокал буйынса уҡырға хыяллана, әммә уны сәнғәт мәктәбенең директоры Йәмил Иҫәнғәлин Өфө музыка училищеһының баян бүлегенә уҡырға инергә өгөтләй. Уҡытыусыһының кәңәшен тотҡанына үкенмәй егет, ул ғына ла түгел, училищенан һуң Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт бүлегендә баян класы буйынса уҡыуын дауам итә.
Оло сәхнәлә танылыу яулауы уға «Гәлсәр һандуғас» телефестивалендә ҡатнашҡандан һуң килә. Үҙе ижад иткән дүрт йыр менән сығыш яһай ул: «Рәхмәт йыры», «Ағиҙелдең буйҙарында», «Иман бирһен Хоҙай!», «Тыуған тупһама». «Конкурс йәштәргә ҙур мөмкинлектәр аса. 2008 йылда, бөтә ҡыйыулығымды туплап, «Гәлсәр һандуғас» продюсерлыҡ үҙәгенә барҙым һәм йырҙарымды тапшырҙым. Йыл әйләнәһенә конкурста ҡатнашып, йыл аҙағында финалға сыҡтым һәм лауреат исеменә лайыҡ булдым», – тип һөйләй ул конкурс хаҡында.
Уның репертуарын күберәк элекке йырҙар тәшкил итә. «Минең әсәйем халыҡ йырҙарын, ретро йырҙарҙы бик матур йырлай. Өйҙә гел уның йырлағанын тыңлап үҫтем. Шуға күрә күңелемә ретро йырҙар яҡын», – ти ул.
«Азамат», «Юлғотло», «Абдрахман», «Зөлхизә» кеүек халыҡ йырҙарын да ишетергә мөмкин Иҙел башҡарыуында.
– Халҡыбыҙҙың барлыҡ булмышын, йәшәйешен үҙенә туплаған һүнмәҫ хазина – оҙон көйҙәрҙе аңлау, башҡарыу теләге күңелдә бер аҙ һуңыраҡ, сәнғәт буйынса уҡырға ингәс барлыҡҡа килде. Халыҡ йырҙарынан миңә бигерәк тә «Буранбай», «Сибай», «Азамат», «Зөлхизә», «Ғилмияза» оҡшай.
Халыҡ йырҙары бер-береһен ҡабатламай. Уларҙың һәр береһен башҡарыу өсөн дә һәләт кәрәк. Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙан минең өсөн Абдулла ағай Солтанов маяҡ булып тора. Йырсылар ҙа, бөтә булған музыка белгестәре лә Абдулла ағай Солтановтың йырлауын юғары баһалай. Музыкаль белеме булмауына ҡарамаҫтан, халыҡ йырҙарын уның кеүек оҫта йырлаған йырсы юҡтыр. Шулай уҡ Сөләймән Абдуллиндың, урта быуын йырсыларҙан Райман ағай Ишбаевтың халыҡ йырҙарын башҡарыуына һоҡланам, – тип, башҡорт халыҡ йырҙары һәм уны башҡарыусылар тураһында фекерҙәре менән дә уртаҡлашты Бөрйән егете.
Иҙел әле Өфө дәүләт сәнғәт академияһының 3-сө курсында уҡып йөрөй. Шул уҡ ваҡытта концерттарҙа ла сығыш яһай, йырҙар ҙа ижад итә. Баянда, гитарала оҫта уйнаусы, өҫтәүенә, матур тауышлы егеттең һәр сығышын алҡышлап ҡаршы алалар. Иҙелдең үҙе яҙған йырҙарынан «Ағиҙелдең буйҙарында», «Йондоҙ», «Тыуған тупһама», «Дуҫтарыма», «Шәреҡ ҡыҙҙарына», «Аҡландарға кил» тигән йырҙары тамашасыларға яҡшы таныш. Әле иһә диск сығарырға әҙерләнә. Йәш артистың тәүге дискыһына 15-ләгән йыр инәсәк.
Спорт менән дә дуҫ Иҙел. «Сәнғәт буйынса китмәһәм, мотлаҡ спортты һайлар инем», – ти мәктәптә уҡыған сағында еңел атлетика буйынса район ярыштарында беренсе урындарҙы яулаусы егет. Тағы ла автомобилдәр менән ҡыҙыҡһына. Уларҙың төҙөлөшөн, маркаларын, сифатын өйрәнә. Автомобилдәрҙең холҡон яҡынданыраҡ белеү өсөн күптән түгел үҙенә тәүге машинаһын да һатып алған.
– «Йәшлек» – башҡортса сыҡҡан бик шәп гәзит! Унда сәнғәт донъяһынан да, мәҙәниәт, сәйәсәт буйынса ла бик күп файҙалы мәғлүмәт баҫыла. Ғөмүмән, бөтә донъяла барған хәл-ваҡиға ла ошо «Йәшлек» гәзитендә туплана. Уны алдырығыҙ, уҡығыҙ, гәзит менән дуҫ булып ҡалығыҙ, – тип үҙ теләктәрен еткерә «Йәшлек» гәзитен уҡыусыларға артистың да төп бурысын халыҡты рухи яҡтан байытыуҙа күреүсе йәш артист.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.