22.01.2016
Сит илгә йәшәргә түгел, эшкә барырға була
Тыуған ер… Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән һәр кемдең күңеле әйтеп бөткөһөҙ йылы хистәр менән тула. Тәү башлап тәпәй баҫҡан, саф һауаһын һулап, һалҡын һыуын татып үҫкән ғәзиз төйәгебеҙҙең гүзәл мөйөшө бөтәбеҙгә лә яҡын, ҡәҙерле. Әммә яҙмыш еле кешене ҡайҙарға ғына ташламай: кемдер оҙон аҡса артынан сығып китә, кемдәрҙелер ғаилә шарттары мәжбүр итә. Уларға сит ерҙә йәшәү нисек икән?
Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – ғәзиз еркәйе менән айырылышыу һағыштарын үҙ иңендә татыған, ҡасандыр Италияла йәшәп ҡайтҡан Илмир Байбулатов.
–Кеше һәр ваҡыт матур, етеш тормош тураһында хыяллана. Аҡсаң булһа, быға ирешеүе ҡыйын түгел. Ә бына уның юҡлығы бөтә уй-хыялды емерә. Ғаилә ҡороп, балабыҙ тыуғас, үҙебеҙҙең морон төртөр ер булмауы күңелде ҡырып тик торҙо. Аҡсалы эш тә юҡ. Оҙаҡ уйлағандан һуң, етешлекте ситтән эҙләргә булдым. Республика гәзиттәренең береһендә баҫылған: “Эшкә йыябыҙ. Барыһы ла рәсми рәүештә буласаҡ. Эш хаҡы юғары”, – тигән иғлан миңә оло юлдар асыр һымаҡ тойолдо. йыйындым да, 2005 йылда Италияға сығып киттем.
Әлбиттә, иғландағы кеүек, барыһы ла яҡшы булманы. Фирмала, шунса аласаҡһың тип, аныҡ сумманы әйтеүҙәре лә дөрөҫлөккә тап килмәне.
Ситтә бер кемде лә көтөп тормайҙар. Урынлашҡан фатирҙың бер бүлмәһендә – Башҡортостан кешеләре, өсәүһендә болгарҙар һәм румындар йәшәне. Минең менән бергә килгән егеттәрҙең берәүһе ошонда ҡалды, ә икәүһе башҡа ергә юлланды. Эш эҙләү башланды: төрлө ергә шылтыратабыҙ, һөҙөмтә юҡ. Рәфҡәт исемле яҡташ егет, яйлап эш була ул, әлегә минең менән “шабашка”ла йөрөп торорһоғоҙ, тип беҙҙе тынысландырҙы. Румыниянан, Болгариянан йыйылған кешеләр теҙелешеп торған бер урын бар икән, машина килеп туҡтай ҙа, кемгә ниндәй эшсе кәрәк, шуны алып китә. Мин дә шунда 3 – 4 көн йөрөнөм.
Былай булмаҫ, тип, беҙҙекеләр, шулай уҡ элекке Союздан кешеләр йыйылған станцияға киттем. Шунда бер украин эш тәҡдим итте. “Үҙең ниңә эшләмәйһең?” – тип һорайым. Минең сыҙамлыҡ етмәй, эш ауыр, тигән була. Ярай улайһа, мин риза, тим тегегә.
63 йәшлек Кармине Прота тигән шәхси эшҡыуарға эшкә урынлаштым. Бында ғаилә бизнесы киң таралған. Атаһы нимә эшләй, балаһы ла шул юлдан китә. Ҡарттың биш балаһы бар, әммә улары ғаилә башлығын бик өнәп еткермәй торғайны. Малайы менән гел талаштылар. Уның ҙур биләмәһе бар. Емеш-еләктән бушаған төрлө йәшникте ҡабул итеп, сорттарға айыраһың, шунан уларҙы фермерҙарға һатаһың. Эшкә таңғы сәғәт 4-кә барабыҙ. Сөнки ҡояш сыҡмаҫ борон эшҡыуарҙар ағыла башлай. Ҡайһы берҙәре телефон аша ла заказ бирә. Ғәҙәттә, көндөҙгө сәғәт икеләргә эш бөтә. Кәрәк булһа, һорап ҡайтаһың. Шулай итеп, биш йыл эшләнем. Ғөмүмән, ошо эш менән генә мәшғүл булдым, тип әйтер инем. Ҡайһы саҡта ғына, әгәр хужа эш хаҡын күтәрмәһә, башҡа ергә сығып китәм дә, һуңынан теге ҡарт кире саҡыртып ала. Ул ҡартта минән башҡа тағы унлап кеше эшләне. Улар Алжирҙан, Украинанан, Марокконан ине.
Туғыҙ айҙан һуң ҡатыным да яныма килде. Тыуған яҡта улымдың тороп ҡалыуы йәнде әсетте. Алып китергә лә иҫәп бар ине, әммә ул баш тартты.
2007 йылда отпускка ҡайттым. Өс ай ял итеп, кире киттем. Тәүҙә кеше фатирында койка-урын алып торҙоҡ. Һуңынан үҙебеҙ фатирҙы ҡуртымға алып, тағы дүрт кеше индерҙек. 250 евро түләй инек. Ҡатыным килгәндең икенсе аҙнаһына эшкә сыҡты, тегеү фабрикаһында кейем үтекләне.
Бында килгәс тә үҙемә иң кәрәк нәмәләрҙе отоп алдым. Меңгә тиклем һанарға өйрәндем. Итальян теле бик ауыр түгел, яңғырашы буйынса руссаға тартым. Хәҙер онотолоп бара. Һәйбәт һөйләшәһең, ти торғайнылар. Мәҫәлән, “Ми кьямо Илмир – Минең исемем Илмир”, “Комэ си кьямо? – Һеҙҙең исемегеҙ нисек?”
Италияға бөтә донъянан – Төньяҡ Африканан, Азиянан кешеләр, беҙҙең элекке Союздан ҡырғыҙҙар, белорустар, молдовандар, украиндар йыйылған. Рәсәйҙән – Башҡортостандан, Татарстандан, Омскиҙан күптәр. Мин барған йылды яҡташтарым әҙ ине, шунан 1 – 2 йылдан күбәйә башланылар. Италияға киткәнгә тиклем Мәләүездә элеваторҙа эшләгәйнем. Бында шундағы ике ҡатынды, бергә уҡыған ике иптәшемде осраттым.
Баштараҡ эш хаҡы бик булмағас, күңел төшөп тә ҡуйғайны. Әммә бер барғас, кире әйләнеп ҡайтҡы килмәне. Ә һуңынан хужабыҙ һәйбәтерәк түләй башланы. Ул йылдарға ҡарата, көнөнә 40 – 50 евро ала торғайным. Шуға өҫтәп, мацета (беҙҙәге “чаевые”) бирәләр. Эштән һуңғы сәғәттәр өсөн өҫтәп түләнеләр. Йәшәгән урыным эшкә 3 – 4 саҡрым ғына. Иртән хужа машинаһы менән үҙе килеп ала һәм өйгә илтеп ҡуя. Алып бара алмаһа, юлға 5 – 10 евро бирә. Эш хаҡын тотҡарламаны, уны аҙна һайын түләне, шаршамбыла аванс бирҙе. Кәрәк булһа, алдан да аҡса һорап алып була ине.
Итальяндар кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба. Мәҫәлән, метрола китеп барғанда ҡолаҡсын (наушник) кейеп ултырған кеше тота ла уны һиңә тыңларға бирә. Улар аралашыусан халыҡ, ихлас. Тәүге тапҡыр баҙарға барғанда, аптырағайным. Тегендә лә, бында ла аҡыралар. Бер-береһе менән ҡысҡырып һөйләшәләр. Ҡартая бара, ныҡ ҡысҡырып һөйләшеүҙән күптәренең тауышы ҡарлыға, бөтөнләй бөтә, тип әйтһәң дә була. Ниндәйҙер вибратор кеүек нәмәне тамағына ҡуйһалар, һөйләгәндәре әҙерәк аңлашыла.
Тәүге айҙарҙа мин каретаста (беҙҙеңсә, ашхана) туҡландым. Унда оҙон өҫтәлдәр теҙелгән, итальяндар әҙер аҙыҡты таратып сыға. Тәүҙәрәк яҡшы ашаттылар: тауыҡ боттары, балыҡ, емеш-еләк тулып ултырҙы. Аҙаҡ нисек булғандыр, белмәйем. Унда оҙаҡ йөрөмәнем. Ашау буш, сөнки уны хәйриә ярҙамы итеп сиркәү ойошторған. Улар бер нисәү. Береһендә – төш көнө, икенсеһендә кисен ашаталар. Ҡайһыһы оҡшай, шуныһына бараһың. Ҡайтҡанда ла икмәк, дөгө, емеш-еләк тотторалар. Шунда уҡ фельдшер пункты бар, ауырыһаң, һине ҡабул итәләр, дарыу, кәрәк булһа, дауаханаға йүнәлтмә бирәләр. Дауаланыу бушлай. Гражданлыҡ булмаһа ла, ситтән килеүселәрҙе ҡабул итәләр. Үҙем дауаханаға эләккәнем булманы, ә Миәкәнән килгән сыуаш егете әллә нисәмә тапҡыр ятып сыҡты, операциялар яһатты. Беҙҙең ил менән Италияның бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү тураһындағы килешеүе булған икән. Тәүҙә һәйбәт ҡарайҙар ине, ә 2010 йылдарҙа, насарая башланы, тип һөйләгәйнеләр. Ашатыу яғы ла насарайған.
Һуңынан өйҙә үҙем бешерергә тотондом. Үҙебеҙҙең ризыҡтарға өҫтөнлөк бирҙем. Ә ҡатыным итальяндарҙың аш-һыуын да әҙерләп ҡараны. Төшкөлөктө хужа үҙе ашатты. Улар башлыса панина, спагетти, диңгеҙ аҙыҡтары, пицца ярата. Итте беҙгә ҡарағанда әҙерәк ашайҙар.
Мин иҫкерәк ҡалала йәшәнем, унда урамдар тар, бейек ҡатлы биналар һирәк. Өйҙәр бик боронғо, бер-береһенә терәлеп торған һымаҡ.
Кейем-һалымдың да сифатлыһы һәм сифатһыҙы бар. Яҡшыларын һайлап ҡына посылка менән тыуған яҡҡа ла ебәрҙем. Әйбер барыбер арзаныраҡ. Джинсыларҙы ул ваҡытта 7 – 10 евроға алырға була ине.
Магазиндарҙа хаҡтар төрлөсә. “Ашан”да арзаныраҡ була торғайны. Беҙ шунда йөрөнөк. Икмәк, тәмәке магазиндары айырым урынлашҡан. Супермаркеттарҙа тәмәке һатылмай. Уны бары “Табакерия” тигән махсус магазинда ғына табырға була.
Итальяндар кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба. Мәҫәлән, метрола китеп барғанда ҡолаҡсын (наушник) кейеп ултырған кеше тота ла уны һиңә тыңларға бирә. Улар аралашыусан халыҡ, ихлас. Тәүге тапҡыр баҙарға барғанда, аптырағайным. Тегендә лә, бында ла аҡыралар. Бер-береһе менән ҡысҡырып һөйләшәләр. Ҡартая бара, ныҡ ҡысҡырып һөйләшеүҙән күптәренең тауышы ҡарлыға, бөтөнләй бөтә, тип әйтһәң дә була. Ниндәйҙер вибратор кеүек нәмәне тамағына ҡуйһалар, һөйләгәндәре әҙерәк аңлашыла.
Йорттарҙа ла шулай. Балконға береһе сыға, унан – икенсеһе, өсөнсөһө. Шунан башлана “баҙар”. Йорттарҙың тәүге ҡатында магазиндар урынлашҡан. Өҫкө ҡаттан һатыусыға бау менән һауыт төшөрәләр ҙә, кәрәк әйберен һорайҙар. Һатыусы тауарҙы һала ла, былар аҡса төшөрә. Улар менән һатыулашыуы еңел. Хатта магазиндарҙа килешергә була. Сөнки шәхси эшҡыуарҙар әйберҙәрен үҙҙәре һата. Мәҫәлән, ювелир магазинындағы 150 евролыҡ сылбырҙы 130-ға һораһаң, ризалашалар.
Италияла йәшәү осоронда бик күп башҡа ҡалаға сәйәхәт ҡылдым. Францияға, Ницца, Монакоға барҙым. Бының өсөн 100 евро етә. Бер көн бараһың, икенсе көндә йөрөйһөң һәм кисенә әйләнеп ҡайтаһың. Ул ваҡытта самолетта сит илгә барып ҡайтыу арзан ине.
Ҡатыным – 2010 йылдың майында, мин 2011 йылдың башында ҡайттым. Тормош иптәшемә эш хаҡын яҡшы түләнеләр, хатта ҡайтып киткәндә 2 – 3 мең евро өҫтәп бирҙеләр, аҡ алтындан кулон менән сылбыр, биҙәүестәр таҡтылар. Ундағы йәшәүҙән ҡалған минең тәьҫораттарым һәйбәт, ә ҡатыным: “Мин каторгала булдым”, – ти. Ни өсөндөр ул оҡшатманы, яратманы.
Мин ҡайтып киткәндә Кармине ҡарт мәжлес ҡороп, килһәң, тағы эшкә алам, тип илап тороп ҡалды.
Балыҡ – тәрәнерәк, кеше яҡшыраҡ ерҙе эҙләй. Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында. Бәхетте сит ерҙә түгел, үҙ илеңдә лә табып була. Мәҫәлән, хәҙер сит илгә китергә тәҡдим итһәләр, мин бармаҫ инем. Ул ваҡытта йәшлек менән сығып киткәнмендер инде. Донъяны ла күрге килә ине.
Йәштәр үҙ ерендә эшләһен. Ә бына пенсионерҙарға сит илгә барыу отошло. 600 – 800 евро эш хаҡы алалар, өҫтәүенә, пенсия ла бара. Башлыса, уларға хеҙмәтсе, бала ҡараусы, ауырыуҙы ҡараусы булып эшләргә тәҡдим итәләр. Итальяндар үҙҙәре бындай эшкә бик тотоноп бармай. Ҡатындары бер нәмә лә эшләмәй. Ғәҙәттә, өйҙә ултыралар, бала тәрбиәләйҙәр. Көньяҡта йәшәүселәрҙең 70 – 80 проценты эшләмәй, төньяғында эшләүселәр күп. Айырылышһалар, ирҙәре ғүмер буйы ҡатындарын ҡарарға тейеш.
Унда ҡабат барғым килмәй, әлеге эшем дә насар түгел. Бәхет тигәнең тыуған ерҙә икән, тип әйтер инем.
Динә ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
Салауат ҡалаһы.