«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Имен ғаилә башланғысы – айыҡ туй



16.01.2016 Имен ғаилә башланғысы – айыҡ туй

Әбйәлилдә район ҡатын-ҡыҙҙар советы «Айыҡ туй» акцияһына йомғаҡ яһаны .

Нимә генә тип әйтмә, хәҙерге заманда хәмер­һеҙ туйҙы күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Туй үткәреү өсөн өтөлөп-ҡырылған ата-әсәләр ҡоҙалар, ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙартмаҫлыҡ итеп һығылып торған мул һыйлы табын ҡорорға тырыша. Хатта, кәрәк булһа, күгәрсен һөтөн дә табырҙар ине. Иллә-мәгәр өҫтәл уртаһында аҡлы-ҡыҙыллы иҫерткес эсемлектәр үҙенең лайыҡлы урынын биләй. Тел асҡысы, күңел күтәргес, тип юҡҡа ғына юғары баһа­ламай­ҙар йылтыр шыйыҡсаны: бер-икене тамаҡ сылатыуға оялышып ултырған ҡоҙа-ҡоҙасалар араһында тартыныу ғәләмәте юҡҡа сыға, кәйеф күтәрелә. Был мәжлестең башы ғына. Туйҙың нисек тамамланғанын һөйләп торорға түгел – һәр кем үҙе белә, һәр ҡунаҡтың үҙ самаһы.

Ә шулай ҙа айыҡ туй үткәрергә була, тип ышандырҙы ҡатын-ҡыҙҙар советтарын етәкләүселәрҙең ултырышына саҡырылыусылар, үҙҙәренең аныҡ миҫалдарына нигеҙләнеп. Айыҡ туй сәбәпселәре булған йәштәр сарала ҡатнаша алмаһа ла, туй тәьҫораттары менән уларҙың әсәй-өләсәйҙәре бүлеште. Әбделмәмбәттән Рәмилә һәм Фәнис Хаҡыевтар октябрҙә ҡайны-ҡәйнә булған, ҡыҙҙары Дилбәрҙе кейәүгә биргәндәр.

Имен ғаилә башланғысы – айыҡ туй– Ниндәй туй үткәрәбеҙ, тигән һорау беҙҙең алда торманы. 90-сы йылдар башынан ғаиләбеҙ менән дин юлындабыҙ. Дин нигеҙҙәрен эстәп үҫкән ҡыҙыбыҙ үҙенә йәр итеп шулай уҡ дин тотҡан, мәҙрәсә тамамлаған Хәлил ке­йәүебеҙҙе һайланы. Булмы­шыбыҙға ҡаршы килмәгән эскелекһеҙ матур туй үткәрҙек. Ғаилә байрамына бөтә туғандарыбыҙҙы саҡырҙыҡ, беҙҙең яҡтан ғына 60-тан ашыу ҡунаҡ булды. Туй ике яҡта уҙҙы, икенсе көндө Баймаҡ районының Йомаш ауылына ҡоҙалар­ға юлландыҡ. Ҡоҙа­ларыбыҙ ҙа мәжлестең хәмерһеҙ үтеүенән ҡә­нәғәт ҡалды. Ҡыҙымдың туй күлдәге лә йыйнаҡ, ипле һәм иҫ киткес матур булды, – тип һөйләне Рәмилә ханым һәм иғтибарға йәштәрҙең туй фотоальбомын тәҡдим итте.

Имен ғаилә башланғысы – айыҡ туйТал Ҡусҡары ауылынан Зөлфиә һәм Самат Ғәбитовтар ғаиләһендә айыҡ туй беренсе мәртәбә түгел. Алты йыл элек өлкән ҡыҙҙары Дилбәрҙе кейәүгә бирәләр. Шунда икеһе лә иман юлына аяҡ баҫҡан йәштәрҙең теләге буйынса йәштәр туйы – хәмерһеҙ, ә ололар туйы ғәҙәткә ингән «этикет» буйынса араҡы менән үтә. Тормошҡа айыҡ күҙ менән баҡҡан, дини йолалар күҙәтелгән йәш ғаиләлә бөгөн Кәрим һәм Хәким исемле инсанлы улдар үҫә. Әйтергә кәрәк, бынан дүрт йыл элек Ғәбитовтар Өфө тарафына күсеп киткән. Үткән йәйҙә улар икенсе ҡыҙҙары Гөлсәсәкте кейәүгә биргән. Ышаныуҙары, маҡсаттары, холоҡтары тап килгән ике йәш йөрәк ҡауышып, тағы бер иманлы, сәләмәт аңлы ғаилә тыуған. Гөлсәсәк «Баш­ҡортостан» гәзите хәбәрсеһе булһа, кейәүе Азат – юрист. Мостаевтарҙың туйы хаҡында Гөлсәсәктең өләсәһе Сәүҙә Әғзәм ҡыҙы бына нимәләр һөйләне:

– Егерменән ашыу туй үткәргән кеше булараҡ, үҙемдең, апайымдың балаларын башлы-күҙле иттем, айыҡ туйға еткән туй юҡ, тип ышаныслы әйтәм. Балаҡайҙарымдың туйы иҫ киткес шәп, һоҡланғыс үтте, тормоштары ла уң, ыңғай булһын. Табын артында берәү ҙә араҡы һорап ҡызырыҡлап ултырманы, тилергән-ҡаңғырғандар булманы. Эскеһеҙ ҙә уйнап-көлөргә, күңел асырға мөмкин. Айыҡ туй үткәрергә ниәтләүселәргә шуны кәңәш итер инем: ҡымыҙ, буҙа һәм төрлө һуттар өҫтәлегеҙҙә мул булһын.
Ишбулды ауылында айыҡ туй Хәлисовтар йортонда гөрләгән.

– Айыҡ туй үткәрегеҙ, тип халыҡ араһында һүҙ ҡуйыртыуҙан әллә ни фәтүә юҡ. Ә башлап үҙең ҡушылып, һуңынан башҡаларҙы ла быға өндәүҙең әһәмиәте бар, – тип тәжрибә уртаҡлашты Ишбулды ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ауылда тәүге айыҡ туйҙы үткәреүсе әсә Миңзәлә Хәмзә ҡыҙы. Хәлисовтар ғаиләһенә килен төшкән. Ашаған белмәй – тураған белә, тигәндәй, Миңзәлә Хәмзә ҡыҙы айыҡ туй үткәреүҙең ыңғай яҡтарын барлағанда, иҡтисади йәһәттән арзанғараҡҡа төшөүен билдәләне. «Йәшел йылан» аңды ғына томаламай, кеҫәгә лә ныҡ һуға. Айыҡ туй менән ғаилә тормошона нигеҙ һалыусы Гөлназ менән Руслан бөгөн бәхетле атай-әсәй, ҡыҙ үҫтерәләр. Уларҙан өлгө алып, айыҡ туй ойошторорға йөрьәт итеүселәр Ишбулдыла әлегә булмаһа ла, айыҡ юбилей уҙған.

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Луиза Сәғәҙиева, айыҡ туй үткәреүсе ғаиләләргә инселәп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Мәңге бергә булырға вәғәҙә биреп, парлы ғүмер башлаусы йәштәрҙең айыҡ туйҙары ғына түгел, ә тормош юлдары ла башҡаларға үрнәк булһын.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға