16.01.2016 Осраштыра, ҡауыштыра "Аулаҡ өй"
Фәймә Батыр ҡыҙы тураһында бөгөн ярты республика халҡы белә, тиһәк тә, хата булмаҫ. Әлеге ваҡытта республикала эшләп килгән 27 таныштырыу клубы араһында иң уңышлыһы һәм әүҙеме тип нәҡ ул ойошторған клуб һанала. Бер урында ғына тормаған, һәр саҡ алға ынтылған Фәймә Ниғмәтуллина үҙ эшен йылдан-йыл киңерәк йәйелдерә бара. Башта ул кисәләрен ете районда ғына ойошторһа, бөгөн Учалы, Баймаҡ, Сибай ҡалаларында клуб филиалдары уңышлы эшләй. Яңыраҡ Өфө ҡалаһында “Пар алма” тигән тағы бер филиал асҡан. Киң танылыу алған клуб етәксеһе үҙ командаһы менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Алтын тирмә”, “Бәхетнамә” тапшырыуҙарында ла йыш сығыш яһай. “Бәйләнештә” селтәрендә “Аулак ой, Айгуль” тигән төркөм асҡан. Унда кисәгә килә алмаған яңғыҙҙар таныша, танышҡандары дуҫлыҡтарын интернет селтәрендә дауам итә ала. Фәймәнең ыңғай эшен күп кенә ауыл хакимиәте башлыҡтары, клуб мөдирҙәре, китапханасылар ҙа хуплап күтәреп алған һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. Был йәһәттән бигерәк тә Баймаҡ етәкселәре әүҙемлек күрһәтә, улар кисәләрҙең нисек уҙыуы менән яҡындан ҡыҙыҡһынып тора, күп халыҡ йыйылған урында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлау буйынса ярҙам итә, дежур патрулдәр ҡуя. Бәлки, шуғалыр ҙа иң күп сара тап ошо районда уҙа. Улар ике аҙнаға бер уҙып торһа ла, бындағы халыҡ дәртлелеге, әүҙемлеге менән башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән айырыла һәм кисәгә 200-ләп кеше йыйыла. “Аулаҡ өй” кисәләренә йөрөүселәр үҙҙәренә мотлаҡ пар эҙләргә, ҡауышырға тейеш тигәнде аңлатмай. Бындай осрашыуҙар буш ваҡытты күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү мөмкинлеге лә ул.
Хәҙер һәр кисәнең йөкмәткеһе, айырым темаһы бар. Байрамдар уйын-көлкө, йыр-бейеү, күңелле сәй табыны менән ойошторола. Уларҙа халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Ә инде сараның эскеһеҙ үтеүе иһә уға айырыуса йәм өҫтәй. “Аулаҡ өй” клубының хәҙер үҙ йолалары бар һәм, һәр ҡауышҡан илленсе парға алтын балдаҡ бүләк итергә, тип ҡарар ителгән. Көҙгөһөн ике йөҙөнсө булып өйләнешкән пар – Баймаҡ районының Билал ауылынан 52 йәшлек Зифа апай менән Әбйәлил районынан Варис ағай тәүгеләрҙән булып алтын балдаҡ хужаһы булды. Уларҙың туйы, тәүге тапҡыр тормошҡа сыҡҡан Зифа апайға туй күлдәге кейҙереп, барыһы менән бергәләп, йолаларға таянып уҙғарылған.
Зифа апай ошоға тиклем туй күлдәге, никах балдағы кеймәгән. “Үҙемде туй күлдәге кейгәнмен икән тип бик йыш төштә күрә инем. Туй күлдәге кейгән ҡатын-ҡыҙҙарға һәр ваҡыт аҡ көнләшеү менән ҡараным. Кейәүҙә тип уйлаһындар өсөн, бер ваҡыт никах балдағы ла алдым, үкенескә күрә, күп тә үтмәй, уны урлаттым. Һәр ваҡыт Хоҙайҙан үҙемә ғаилә бәхете, парлы ғүмер кисереүемде ялбарып һораным. Тормош юлым да еңелдән булманы. Аллаһы Тәғәлә яратҡан ҡолона һынауҙар аша бәхет бирә, тип ышандым. Ҡаланан ауылға күсеп ҡайтҡас, ниңә беҙҙең ауылда ла төрлө осрашыу кисәләре үткәрелмәй икән, тип уйлай инем. “Аулаҡ өй” кисәһе үткәрелгәнен ишеткәс, яңғыҙаҡтарҙы хәстәрләгән кешеләр барлығын белеп ҡыуандым. Барлыҡ ялбарыуым, хыялым Фәймә Ниғмәтуллина арҡаһында тормошҡа ашты. Ул үткәргән “Аулаҡ өй” кисәһендә табыштыҡ һәм, күп тә үтмәй, ҡауыштыҡ”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.
Клубтың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу маҡсатында беҙ ҙә “Аулаҡ өй” кисәһендә ҡатнаштыҡ. Залға килеп инеү менән урта һәм оло йәштәгеләрҙең күберәк булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Быға ғәжәпләнергә лә кәрәкмәйҙер, хәҙер йәштәр өсөн күңел асыу, буш ваҡытын үткәреү урындары күп. Кисәгә Магнитогорск, Учалы, Баймаҡ ҡалаларынан, Әбйәлил, Белорет райондарынан бик күп ҡунаҡ килгән. Кемдеңдер үҙенә, икенсе береһенең туғанына йәки танышына пар күҙләү уйы булһа, өсөнсөләрен иһә үҙебеҙҙең телдә йырлашып, аралашып ултырыу уйы килтергән. Сараны музыкаль яҡтан биҙәү өсөн бейеүселәр, алып барыусылар, аккомпаниатор саҡырылған. Ҡунаҡтарға әҙерләнгән самауырлы сәй табыны ла кисәгә йылылыҡ өҫтәгәндай.
Йәшерәк ҡунаҡтар араһынан Әбйәлилдән килгән өс егет менән аралашабыҙ:
– Белоретта бындай кисәләргә йәштәр әҙерәк килә икән, ә бына Баймаҡта халыҡ күп йыйыла, йәштәр ҙә күп. Вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләйбеҙ. Тик эш тип кенә йәшәп булмай, инсафлы, тәрбиәле берәй ҡыҙҙы кәләш итеп алырға ине. Шуға күрә бындай кисәләргә кәләш күҙләү уйы менән киләбеҙ. Хәҙерге ҡыҙҙар насар тип әйтеп булмай, шулай ҙа уларҙың ҡайһы саҡта артыҡ заманса булып китеүе ҡурҡыта. Ауыл клубтарында дискотекаларҙа шешәһе менән һыра тотоп эсеп йөрөгән, тәмәке тартҡан ҡыҙҙар ҙа йыш осрай. Ә “Аулаҡ өй”гә килгән ҡыҙҙар үҙҙәрен барыбер тыйнағыраҡ тота. Бында, бәлки, ололар менән бер рәттән күңел асыу, улар эргәһендә тәрбиә ҡанундарын һанлау, ололарҙы хөрмәт итеү ҙә ҙур роль уйнайҙыр.
“Аулаҡ өй”ҙөң йыш ҡунағы булған, Магнитогорск ҡалаһынан Сәриә апай ҙа бындай кисәләрҙе ойоштороусы булыуына ҡыуаныуын йәшермәй:
– Бөгөн “Аулаҡ өй” клубы тураһында төрлө фекер йөрөй. Берәүҙәр унда йөрөүҙе килешеп етмәгән шөғөл тип һанаһа, икенселәре, бигерәк тә яңғыҙлыҡтың әселеген үҙ иңендә татығандары, ойоштороусыларға рәхмәтен белдерә. Йәшем 68-гә етһә лә, бер кисәне лә ҡалдырмаҫҡа тырышам. Таныштарымды, хеҙмәттәштәремде лә үҙ артымдан эйәртәм. Әлбиттә, хатта туғандарым араһында ла мине аңламаусылар, оло башың менән йәштәр кеүек йөрөргә оялмайһыңмы, тиеүселәр ҙә бар. Беҙ бит ниндәйҙер яҙыҡ эш менән булышырға йыйылмайбыҙ. Бейеп-йырлап, матур итеп, үҙебеҙсә күңел асабыҙ. Магнитогорск ҡалаһында йәшәһәк тә, милли костюмдарыбыҙҙы алып, әхирәттәребеҙ менән гастролгә сыҡҡандай тейәнеп сығып китәбеҙ. Күптәр бындай таныштырыу клубтарына сәйерһенеп ҡарай. Клубҡа килгәс тә, кем менәндер ҡауышырға тигән талап юҡ бит.
Фәймә (Айгөл) Ниғмәтуллинаның әүҙемлеген, эшен ең һыҙғанып башҡарыуын уның республикалағы таныштырыу клубтары араһынан икенсе тапҡыр гран-при алыуы ла асыҡ күрһәтә. Быйыл да ул 27 алып барыусы араһынан иң яҡшыһы тип табыла һәм миҙал, 15 мең һум аҡса, 5 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Киләсәккә пландары ла ҙур Фәймәнең. Яҡын арала бындай кисәләрҙе райондың Инйәр ауылында ла ике аҙнаға бер тапҡыр үткәреп торорға тип планлаштырған. Шулай уҡ сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр, кем менәндер танышырға теләге булып та, кисәгә килергә уңайһыҙланғандар менән айырым эш алып барыласаҡ.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет ҡалаһы.
Автор фотолары.