15.01.2016 "Боламыҡҡа – май, һәр нәмәгә яй кәрәк"
Кеше тулы автобус, йөклө кит ишеләй, ауыр сайҡала-сайҡала яндан үтеп китте. Водитель минең яҡҡа ҡараманы ла. Ҡарау менән ни, барыбер ултыртырға урыны юҡ… Илар сиккә етелде. Һирәк-мирәк үткән машиналарға өмөтләнеп, күпме ҡул болғама, береһе лә туҡтарға уйламаны. Былай юллыҡлы ул мин: юлға сығыуым була, транспорты осрай ҙа һала. Ләкин йәкшәмбе көндәре Озерный айырмаһынан Белорет яғына китеүе мең бәләгә әйләнә. Айырмала туҡталҡа, йә, исмаһам, ағас ышығы ла юҡ – һыуыҡ ел үтәнән-үтәләй өрә. Һикерәңләп, бейеп торһам да, ярты сәғәттән бар ерем шыҡырайып ҡатты, тештәр үҙ тормошо менән йәшәргә кереште – акцентлы стаккато менән бер-береһенә бәрелеште генә! Эмалде генә бөтөртә икән был һалҡындар, тип көн торошон әрләүҙән башлағайным, бер аҙҙан барыһына ла өлөш сыҡты. Кеше балаһында уларҙың эше бармы, тип иң тәүҙә автобус водителдәре әрләнде: «Айырмаға тиклем ете саҡрым тирләп-бешеп йәйәү килеп, һуңынан ел уртаһында туңып торғаныбыҙҙы белә-күрә, беҙҙең өсөн һис ҡасан урын алып ҡалмаҫтар». Шунан шәхси автомобиль хужаларына күстем: «Бер остоҡ ҡына (үҙемде әйтәм) баланы йәлләп, ултыртып алыусы әҙәм юҡ. Йүнһеҙҙәр… Машина алһам, гел дә юлсыларҙы аласаҡмын, һеҙҙең кеүек ҡаты бәғерлелек күрһәтмәйем». Сират атай-әсәйемә етте: «Юл буйындағы берәй ауылда төпләнһәләр ни була? Ю-юҡ, әллә ҡайҙа, Хоҙай ҡушмаған төпкөлгә ерегергә кәрәк булған уларға…» Уйҙарымдың ҡамсыһы ялт-йолт килеп, үҙемде лә ярҙы: «Эт ҡушҡанмы һиңә Белоретҡа, педучилищеға уҡырға инергә? Барыр инең Учалылағы берәй уҡыу йортона. Ауыл балаһына ярамағанмы һөнәрселек училищеһы? Рәхәтләнеп кенә автобуста барыр ҙа ҡайтыр инең. Йөрө инде бына хәҙер ҡырын яҡҡа, артың туңып…» Ҡышын ни, ҡараңғы тиҙ төшә, күҙ бәйләнә лә башланы. Тап ошо мәлдә һәр саҡ ҡатмарлы һайлау алдында тороп ҡалаһың: кире ауылға тәпәйләргәме әллә тағы саҡ ҡына көтә бирергәме? Ҡайтырға сыҡһаң, Белорет яғына буш машина үтеп китер һымаҡ. Айырмала тора бирһәң, бөтөнләй ҡараңғыға ҡалыуың, юлда аҙашыуың ихтимал. Ҡайтыу менән дә иртәгә таң менән тағы айырмаға юлланырға кәрәк… Инде ни эшләргә белмәй туң бағаналай ҡатып торғанда, ат юртҡан тауыш ҡолаҡҡа салынды. Юлда пәйҙә булған сана шыйлап үтеп, ауылыбыҙ яғына боролдо. Толопҡа төрөнгән берәү минән күҙен алмай, сыбыртҡыһы менән алға ымлап күрһәтте. Әле генә ҡыбырларға ла хәл юҡ һымаҡ ине, мине ҡалдырып, китеп бара күрмәһен, тип аттан былайыраҡ юртып, саналағы һалам өҫтөнә ҡаҡайып барып ултырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Озерныйғамы? – толоптоң киң һәм оҙон яғаһы эсенән ҡалын тауыш ишетелде.
– Эйе-эйе, – тип әйтергә итәм, ләкин өшөгәнгә тел дә, ирендәр ҙә буйһонорға теләмәй. Ыңғырашҡандай ғына өн һығып сығара алдым. Толоп хужаһы минең яҡҡа әйләнде. Һаҡал-мыйығына, ҡалын ҡаштарына, хатта танау эсендәге йөнөнә ҡәҙәр бәҫ ҡунып, салланған бабай дилбегәһен ҡырҡа тартты:
– Тр-у-у, малҡай!
Саҡ ҡыҙғайным ғына, быныһы тағы ниндәй алдан планлаштырылмаған туҡталыш, тигәндәй, ҡарт алаша ризаһыҙлыҡ менән башын сөйә-сөйә, туҡтаны. Бабай ауыр ҡуҙғалып сананан төштө лә, толобон сисеп, миңә кейҙерергә кереште. Юҡ, рә-рәхмәт, кә-кәрәкмәй, тип теш шыҡылдатҡаныма ыжлап та бирмәне, толопҡа урап, ян-яҡтан аҫтыма силғауҙарын ҡыҫтырып уҡ ҡуйҙы.
– Нисауа, хәҙер йылынырһың, – фуфайкала ҡалған изге йән үҙе дерелдәп ҡуйҙы, күрәһең, һыуыҡбай ҡосағын ҡытыҡланы. Бабай йәһәтерәк ҡыймылдап, урынына ултыра һалды, дилбегәне ҡулына алды ла, малды ҡыуҙы:
– Ну-у, әйҙә…
Өҫтөнән быу күтәрелгән көйәҙ алаша башын сайҡай-сайҡай теләкһеҙ генә ҡуҙғалды. Бабай шул арала ҙур бейәләйҙәрен сисеп, «Беломорканал»ын көйрәтеп ебәрҙе, бер-икене һурғас, ҡаж да ғож йүткерергә тотондо. Ҡыҙарып-бүртенеп йүткереп бөткәс, ласҡылдатып ҡаҡырығын төкөрҙө:
– Әшәке нәмә, ауыҙыңды ҡайырайым, – тип тәмәкеһен бармаҡтары менән ыуалап һүндерҙе лә, төпсөгөн кире ҡапҡа тыҡты, аҡланды, – әбей, артыҡ расхудландыраһың, тип, тәмәкегә аҡса бирмәй… Ни ташлап булмай ҡороғорҙо…
Тәнде иретеп, иҙрәткән йомшаҡ, ҡалын, йөнтәҫ толоп эсендә ләззәтләнеп, сана ыңғайына бәүелеп, йәнем рәхәтләнде. Йылына башлағас, иң тәүҙә танауым терелде. Баҡтиһәң, юлдашым һалмыш, үҙенән араҡы еҫе борхолдап тора. Эскеселәрҙе енем һөймәй, башҡа ваҡыт булһа, турһайыр ҙа, ләм-мим өндәшмәҫ инем. Ләкин әлеге мәлдә бар донъяға ҡабаттан йөҙөм менән боролғайным, бабайға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Эскән кешенең тотҡа-биктәре ысҡынып-асылып, телдәре ҡысый башлай, был олатайҙың да һөйләшкеһе килеп, баянан бирле интегә шикелле, тип, һүҙ ҡуштым:
– Ә Һеҙ ҡайһы яҡтан?
– Мин ни, күрше райондан, хәҙер Баттал аша үҙебеҙгә сығам! – бабай ҡыуанып китте, йәнләнде. – Гадук ныҡлап ауырып киткән, дауаханала ята, тигәнде ишетеп, ул-был була ҡалдыниһә, бәхилләшәйем, тип, Миндәккә барһам, ул ни, һин дә мин йөрөп ята. Йүкә телефон аша хәбәр килеп еткәнсе, дауаланып та сыҡҡан.
– Һеҙ хәлен белешкәс, барыбер ҡыуанғандыр, – тим.
– У-у, – ҡытҡылдап көлдө, танауының ян-яғына баҫып, шытырлатып һемгерҙе. – Бер яртыны һуҡтыҡ та, ҡайтырға сыҡтым. Яҡын ара түгел бит… Ә һин уҡып йөрөйһөңмө?
– Эйе, автобус алманы.
– Кемгә уҡыйһың?
Мин, үҙемде «бер остоҡ» тиһәм дә, ҡара икмәк, аҡ май ашап, крәҫтиән тормошоноң әсе һурпаһын апаруҡ һемерергә өлгөргән тос ҡына кәүҙәле ун алты йәшлек Белорет педагогия училищеһының икенсе курс студенты, ғәҙәттә, осраҡлы юлдаштарҙы, юрисҡа йә журналисҡа уҡыйым, тип алдайым. Сөнки һигеҙенсе синыфтан һуң поликлиникаға белешмә алырға барғанда, бер һауалы ханымдың, ауылдыҡылар училищенан ары китә алмай ул, тигән һүҙҙәре бик ныҡ зитҡа тейгәйне. Шуға шикле күренгән әҙәмдәргә үҙемде, буласаҡ адвокат, тип танытам да, Енәйәт кодексынан ятлап алған бер нисә статьяны ҡыҫтыра-ҡыҫтыра, алдарында эре генә ҡиәфәттә төрлө тоҙһоҙ хәбәр сурытам. Тел сарларға яратыусылар өсөн иһә мин – буласаҡ гәзит хәбәрсеһе: «Һөйләгеҙ, һөйләгеҙ, иптәштәр, һеҙ минең өсөн – оло табыш! Һуңынан мәҡәләне гәзиттә уҡырһығыҙ». Шул тиклем оҫта, ышаныслы шаштырам, улар ғына түгел, хатта, Хужа Насретдин ишеләй, үҙемдең алдаҡҡа үҙем дә ышанам. Алдашыуҙың гонаһ икәнен белгәнгә, иҫән-һау ғына ҡайтып етһәм, башҡаса ғүмерҙә лә алдашмайым, тим дә бит (тумыртҡа тәүбәһе!), сәйер-сәйер кешеләре осрап тик тора… Һул иңбашымда ултырған фәрештәнең ҡулын талдырмаҫҡа ниәтләп, миңә изгелек күрһәткән бабайҙы алдарға телем дә әйләнмәй, башланғыс синыфтар уҡытыусыһына уҡығанымды әйттем.
– Улай икән… Ну-о, йәһәтерәк ҡыймылда! – бабай атын шәбәйтте. – Минең әбей йәш сағында Биләрит урмандарында күрен ҡырҡҡан. Өйләнгәндән шуны һөйләй башлағайны, иҫенә төшкән һайын һаманғаса һөйләй. Үҙәгенә үткәндер инде бахырҙың… Мин күренгә эләкмәнем, һуғыш башланғанда миңә туғыҙ ғына йәш ине, ә ул минән биш йәшкә өлкән. Тирлән яғында ла урман ҡырҡҡан, Күҙйылға ла ҡалмаған, Ҡарағайлы ла… Һал ағыҙғанда боҙло һыу эсендә йөрөп, һалҡын тейҙереп, балаға уҙа алманы. Гадук шуны минән күрәсе, бөгөн, һинең ғәйрәт самалы булған, тип йәнгә тейҙе.
– Мин дә Һеҙҙең кеүек ныҡ ғәрсел, – тинем. Әммә юлдашым мине ишетмәй, һүҙен дауам итте:
– Һинән айырылып, миңә генә сыҡһа, ун бала таптырыр инем, тип йәнде көйҙөрҙө… Бала саҡ дуҫың шулай тиһен әле! Һуғыш йылдарында уларҙың ғаиләһе менән өйҙәш йәшәнек, бергә баҫыуҙа таш йыйҙыҡ, башмаҡ көттөк, бесән саптыҡ, арҡаны арҡаға терәп йоҡланыҡ – беҙгәме инде талашырға? Бер әпәкәйҙе икегә бүлеп ашаһаҡ та, инде бисәмде лә икебеҙгә бүләйемме?
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
(Дауамы бар).