«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Улар үҙ йылынан нимә көтә?!



26.12.2015 Улар үҙ йылынан нимә көтә?!

Резеда ӘМӘКӘСОВА, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, йырсы:

Улар үҙ йылынан нимә көтә?!– Бала саҡта Яңы йыл байрамын түҙемһеҙлек менән көтөп ала инем. Бер туған ағайым менән дәфтәр биттәрен буяп, ҡырҡып, елем менән йәбештерә-йәбештерә сылбыр эшләп, өй биҙәйбеҙ, тышта ҡар тәгәрәтеп, Ҡыш бабай әүәләйбеҙ... 10 йәшкә тиклем Ҡыш бабайҙың ысын икәненә ышанып йөрөнөм, аҙаҡ Ҡарһылыу булып сығыш яһарға тәҡдим алғас ҡына барыһы ла уйын икәнен аңланым. Әммә күңелем һаман да мөғжизәгә ышана.
Мәктәптә уҡыған саҡта балаларға өлкәндәр байрамына сығырға рөхсәт булмай торғайны. Бал-маскарадты эй күрге килә, 6-сы класта уҡыған саҡта әхирәтем менән хәйлә ҡорорға тотондоҡ. Мәскәй әбей булып кейендек тә, клубҡа сығып киттек. Буйға оҙонораҡ булып күренер өсөн аяҡ ослап ҡына баҫып йөрөйбөҙ, үҙебеҙ өлкәндәр ыңғайына бейейбеҙ, уйындарҙа ҡатнашабыҙ. Танырға тырышып, яныбыҙға килгән кешеләрҙе һепертке менән ҡыуып ебәрәбеҙ. Шул байрам айырыу­са күңелле хәтирә булып иҫтә ҡалды.
Һәр йылды иң яҡын кешеләрем менән, мул табын артында ҡаршы алырға тырышам. Балыҡтан әҙерләнгән ризыҡ мотлаҡ табын түрендә була, уны ғаиләбеҙ менән яратып ашайбыҙ.
Маймыл йылы һәр ғаиләгә именлек, һаулыҡ, татыулыҡ килтерһен. Иң яҡын, ҡәҙерле кешеләр иҫән-һау булһа, башҡа бер ни ҙә кәрәк түгел. Яңы йыл менән!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға