«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡыҙ урлау



03.12.2015 Ҡыҙ урлау

Ҡыҙ урлауБорон халҡыбыҙҙа ҡыҙ урлауға бәйле хәлдәр киң таралған булған. Был хаҡта беҙ бала саҡта унда-бында ишетеп ҡала торғайныҡ. Ауылға килен төшкән, тигән хәбәр ишетелдеме – ҡыҙҙар һәм малайҙар шул еңгәйҙе күрергә йүгерә инек. Унан балдаҡ, сигелгән ҡулъяулыҡ, янсыҡ алырға тип килгән балаларҙан сират теҙелә торғайны.
Ул саҡта беҙгә 9 – 10 йәштәр тирәһе булғандыр. Күсей ауылынан бер ағайҙың Ирәндек аръяғынан кәләш урлап алып ҡайтыуы хаҡындағы хәбәрҙе ишетеп ҡалдыҡ та, кемуҙарҙан шунда йүгерҙек. Еңгәй тейеш кеше ап-аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, тубығынан аҫҡа төшөп торған ҡыҙғылт-ҡуңыр сәсле ине. Ошо «урланып» килгән ҡыҙ әкиәттәге Һыуһылыу булып, ә урлаған ағай һөйгән ҡыҙын Ҡаф тауы (Ирәндек була инде) артындағы дейеү ҡулынан алып ҡайтҡан әкиәт батырылай күҙ алдыма баҫҡайны.
Әлеге ваҡиғаның тарихын бик белгем килһә лә, бер ҙә форсат теймәне. Шулай итеп, ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән икән.
Күптән түгел шул «урланып» килгән ҡыҙҙан, хәҙер инде Яңылбикә еңгәйҙән, ошо тарихты ныҡышып һөйләтеп алдым. Шуны һеҙгә лә бәйән итмәксемен.
– Яҡын әхирәтем әрмелә хеҙмәт итеп йөрөгән егетенә (исеме Марат ине) беҙ өс әхирәт төшкән фотоны һалып ебәргән. Марат менән бергә ике Күсей егете – Мөхәммәт Исрафилов менән Ҡазихан Исламғолов хеҙмәт иткән. Ҡазихан мине күреп оҡшата ла: «Ошо ҡыҙға өйләнәсәкмен», – тип, Марат менән бәхәсләшә. Хат яҙа. Мин бер гәзиттән әбей һүрәтен ҡырҡып һалып ебәрҙем. Ҡазихан: «Ошо әбей һымаҡ булһаң да, барыбер һине аласаҡмын», – тип яуап ебәрҙе. Ул әрменән декабрь айында ҡайтты ла, Юлдыбайға 6 айға тракторсылар курсына уҡырға китте. Уҡып бөтөп ҡайтыуға, беҙ, Иҙрис фермаһының 27 һауынсыһы, Ирәндеккә йәйләүгә сыҡтыҡ. Темәс һауынсылары – Ҡуштүбәлә, Күсейҙекеләр Йәкәү тигән ерҙә ята. Күсей егеттәре Ҡазихан, Мөхәммәт, Әхмәтзәкир һыбай йәйләүебеҙгә килә лә беҙҙе Йәкәүгә уйынға саҡыра. Бер көндө Әхмәтзәкир менән Мөхәммәт, икеһе бер атҡа атланып, ҡыҙҙарҙы уйынға саҡырырға килгәнендә, малсы егеттәр уларҙы баҫтырған. Шунда Мөхәммәт кәкре ҡайынға эләгеп, аттан һыпырылып төшкән дә ҡалған. Әхмәтзәкир артына ҡараһа, Мөхәммәт юҡ, ти. Баҡтиһәң, ул аттан да алда йән-фарман йүгереп бара икән. Шуны һуңынан һөйләп көлөп йөрөнөләр.
Ҡайһы саҡта Иҫәнбәт егете Морат Вәлиев бортлы машинаһы менән килеп, ҡыҙҙарҙы Күсей ауылы клубына (хәҙерге мәсет) уйынға алып бара торғайны.
Бер барғаныбыҙҙа әхирәттәр менән ап-аҡ штапель тауарҙан бер иш итеп, әберкәләп тегелгән күлдәк кейгәйнек. Күсей егеттәре – тракторсылар. Эй оҫта бейейҙәр. Беҙ ҙә ҡалышмайбыҙ. Саң борҡотоп бейейбеҙ. Алдан әҙерләп ҡуйған биҙрәнән һыу һибеп, саңды баҫабыҙ.
Ҡара-ҡаршы төртмә таҡмаҡтар әйтешәбеҙ:
– Майлы кейем, майлы кейем,
Майлы кейем кеймәйем.
Ыстағафирулла тәүбә,
Трактористы һөймәйем.
– Майлы кейем кейер инең,
Майлы кейем эләкһә.
Ҡыҫып һөйөп үбер инең,
Т(ы)ракторист эләкһә.
Исламғолов Иҙрис ағай (аҙаҡ ҡайнағам булды) уртала зырлап өйрөлөп бейей-бейей ҙә ҡыҙҙарҙы ҡосаҡларға итә. Күлдәгебеҙҙе йәлләп, ҡасабыҙ, әммә барыбер ҡотолоп булмай: өҫтөбөҙҙә майлы бармаҡ эҙҙәре тороп ҡала ине.
Бер саҡ Ҡазихан менән Мөхәммәт мотоциклда йәйләүгә килгәйне, ҡойма ямғырға эләгеп, ҡайта алмай, будкала йоҡланылар. Ямғыр шул тиклем көслө булды, хатта флягалар ағып китеп бөттө...
Йәйләүҙә май айынан алып авгус­ҡа тиклем яттыҡ. Ҡазихан менән йәй буйы дуҫлашып йөрөнөк. Атайым, уны күрмәһә лә, дуҫлашҡаныбыҙҙы ишетеп ҡала. Ә мине күрше ауыл егете оҡшата ине: үҙе аҡыллы, баҫалҡы, оҫта баянсы. Бер колхозданбыҙ. Атайым мине, кесе ҡыҙын, Ирәндек аръяғына биргеһе килмәй: «Унан ҡайһылайтып ҡайтаһың, алыҫ бит, юл юҡ. Һағынырһың. Үҙебеҙ ҙә йыш бара алмаҫбыҙ. Әллә ниндәй кешелер әле уның. Һуңынан үкенерһең. Ана, күрше ауыл егете яҡшы кешенең балаһы, шуға бирәм», – ти.
Башымда ҡайнаған уйҙарҙан һиңмай була яҙҙым: ике егетте бизмәндең ике яғына һалып, ҡырҡ ҡат үлсәп ҡарайым. Икеһе лә һәйбәт. Яңылышып, хурлыҡҡа ҡалып ҡуйһам, тип шөбһәләнәм. Уйҙарҙан уйылып китә яҙам. Әммә Ҡазихан яғы еңә лә ҡуя. Ярата инем шул.
Бер көндө Ҡазихан менән Әхмәтзәкир килеп инде. Әсәй Түбин баҙарына киткәйне. Атай өйҙә. Көтөлмәгән хәлдән телһеҙ ҡалдым. Былар атайыма: «Апа, өй һалайыҡ тигәйнек, бура һатыусы юҡмы икән?» – тип күҙ ҙә йоммайынса алдап, хәйләләп ултырған була. Атайым: «Ярай, һораштырырмын», – тине лә быларға сәй эсереп сығарҙы. Бер-ике көндән Ҡазихан «кәзә» мотоциклы менән килеп етте. Әсәһенең ҡустыһы Әбделхай ҡайнаға, мотоциклын биреп: «Урлап булһа ла алып ҡайт», – тип ебәргән икән. Аҙаҡ мотоциклын бөтөнләйгә беҙгә биреп ҡуйҙы. Ҡазиханға бындағы хәлде һөйләгәйнем, ул: «Берәүгә лә бирмәйем. Атайың бирмәһә, урлап алам. Ышан миңә, матур йәшәйәсәкбеҙ», – тип ҡайтып китте. Шул арала теге күрше ауыл егетенең еҙнәләре атайым менән килешеп, беҙгә бата уҡытты. Унда мин дә, теге егет тә булманыҡ. Апайҙарымда инек, бергә ултырып сәй ҙә эсмәнек. Беҙҙең яҡта ҡыҙҙы ҡушыу йолаһы туй мәлендә башҡарыла ине. Шуға ла туйға тиклем егет менән ҡыҙ бергә була алмай. Теге егет – үҙҙәрендә, мин атайымдарҙа йәшәп ятабыҙ. Ун өс көн үтеп китте, йүгереп йөрөп туйға әҙерләнәләр.
Бер көндө әхирәтем Гөлзифа менән фермала һыйыр һауҙыҡ та, быҙауҙарҙы эсерергә китеп барабыҙ. Эңер ваҡыты. Берәү алдыбыҙҙан үтеп китте: башында кәпәс, комбайнерҙарҙың күҙлеген кейеп алған. Таныманыҡ. Иғтибарлыраҡ ҡараһам – Ҡазихан. Кеше танымаһын тип, шулай кейенеп алған икән. Мине әйттергәндәрен ишетеп килеп еткән. Өсәүләп һөйләшеп ултырабыҙ. «Күсейҙә бөтә туғандарым көтә. Ҡурҡма. Беҙҙең хәлде улар яҡшы белә. Мин һине урлап алып ҡайтам», – тине. Ни эшләргә белмәй, бергилке торҙом да, ҡапыл ҡәтғи ҡарарға килдем: «Хәҙер тороп ҡалһам, аҙаҡ ғүмер буйы үкенермен!..» Әхирәтем дә: «Кит тә бар», – тине. Шулай итеп, яратыуым атай-әсәйемдән ҡурҡыуымды ла, кеше ни әйтер, тип оялыуымды ла еңде. Йәһәт кенә өйгә ҡайта һалып, матур ынйылы күлдәгемде кейҙем, башыма йәшел кизе яулығымды ябындым. Атай менән әсәй мал менән булышып йөрөй ине. Беҙ әлеге лә баяғы «кәзә» мотоциклында ҡастыҡ. Ҡап-ҡараңғы. Түбин аша үтеп, төнгө сәғәт ун икелә генә Күсейгә килеп еттек. Туғандары, ысынлап та, шәм шикелле көтөп торған. Еңгәләре күп икән. Мине уратып алдылар ҙа, ҡәҙерле кешеләй күреп, арҡамдан һөйәләр, яраталар. Бер нәмә лә һорашмайҙар. Ихлас ҡунаҡ иттеләр. Иртәгәһенә буласаҡ ҡәйнәм Фәтхиә, Гәүһәр, Fәлимә, Хәлимә, Зөһрә, Зәйтүнә, Флүрә, Fәйниямал исемле еңгәй-апһындарға ҡунаҡ күрһәтергә булды. Уларҙы сәғәт өскә саҡырғайны. Тап шул мәлдә генә атайым менән Әшрәф ағайым пар атта килеп туҡтаны. Урамда бағана ултыртып йөрөгән Ҡазихан ҡапҡаны асып индерҙе. Атайым уға сыбыртҡыһы менән бер яндыра тартҡас, Ҡазихан: «Был йола бәйғәмбәрҙәрҙән ҡалған»,– тигән була, ти. Сыбыртҡыһын ҡулында уйнатып, атайым өйгә килеп инде. Уның артынса – Ҡазихан (ул-был хәл булһа, яҡлашырға типтер инде). Шул ерҙә ҡунаҡ күрергә тип килгән, сынъяһау итеп кейенгән һигеҙ апһыным атайымды өйрөлтөп алды ла ҡуйҙы. «Ҡоҙа, теймә киленгә, йәштәрҙең бәхетенә арҡыры төшмә инде», – тип һүҙ менән әүрәтә башланылар. Мин шул мәлдә: «Ата-а-ай», – тип йүгереп килеп муйынына аҫылындым да ҡуйҙым. Икәүләшеп илайбыҙ. Атайым: «Ни эшләп миңә әйтмәнең инде, сыбыртҡы менән ярам тип килгәйнем», – тигән була. Уны ҡунаҡ итергә өгөтләһәләр ҙә туҡтаманы: «Ярай, мәжлесегеҙҙе боҙмайым», – тине лә ошо ауылда уҡытыусы булып эшләгән ауылдашы Хәким Моратовтарға китте. Моратов ағай уны ауылдың абруйлы кешеһе Мөхәммәт муллаға алып барған. Мулла: «Ҡыҙың һәйбәт урын­ға килгән, фатихаңды бир. Йәшәһендәр», – тигән. Никахҡа туҡтаманы. «Ҡайтҡым килә», – тип илағайным, атайым: «Бер-ике көндән килеп ҡайтырһығыҙ», – тип ҡайтып китте. Икенсе көндө беҙгә никах уҡынылар. Атайым урынында Һиҙиәт Латипов апа ултырҙы. Һуңынан ул мине ғүмере буйы үҙ ҡыҙылай күреп, ҡыҙым, тип йөрөттө.
Ике көндән, ат егеп алып, атайымдарға киттек. Юлда бер әбейҙе ултыртып алғайныҡ, уныһы ҡайта һалып, беҙҙең килеүебеҙ тураһында ауылға хәбәр таратҡан. Атайымдың ҡәйнеше кешеләрҙе йыйып: «Ирен зәғифләп ҡайтарабыҙ», – тип төндә һыбай өйҙө уратып сабып йөрөнө. Иртәгәһенә ҡайтырға сыҡҡайныҡ, артыбыҙҙан өс һыбайлы ҡыуа сыҡты. Атайым, әллә һиҙенгәнме икән, арбабыҙға мылтыҡ (уныһы әллә ата, әллә юҡ, ҡурҡытыу өсөн генәлер инде), бер оҙон таяҡ һалып ебәргән булды. Ҡазихан тегеләрҙе: «Яҡын килһәгеҙ, атам да ҡуям!» – тип ҡурҡыта. Мин теге оҙон таяҡ менән һелтәнгән булам. Шулай итеп, беҙҙе Сапсал йылғаһына тиклем баҫтырып килделәр ҙә кире боролдолар.
Күпмелер ваҡыттан һуң тәүҙә Түбәнге Иҙристә, аҙаҡ Күсейҙә алтышар дуғанан торған туй үтте. Ике яҡта ла 3 – 4 көн ятып ҡунаҡ булдылар. Беҙҙең яҡтағы туйҙа, тауыш-ғауға сығып ҡуймаһын тип, ауыл советы рәйесе үҙе йөрөнө, – тип хәтирәләргә бирелде Яңылбикә еңгәй. – Ошо ҡыҙ урлау ваҡиғаһынан һуң Иҙрис ауылы халҡы: «Һин бындағыларҙы аҡылға ултыртып, тәртипкә һалып киттең. Һеҙҙең ваҡиғанан һуң егеттәр кәләштәрен әйттергәс тә үҙҙәренә алып ҡайта башланы», – тип һөйләр булды. Ҡазихан ағайың менән шул тиклем бәхетле йәшәнек. Бер ауыҙ ауыр һүҙ әйтмәне, бармаҡ менән дә сиртмәне. Күҙемә ҡарап: «Бына нисек итеп һине рәнйетмәк кәрәк», – ти торғайны. Ҡазихандың атаһы һуғышта ятып ҡалғайны. Әсәһе беҙҙең менән торҙо. Ҡәйнәм менән 25 йыл бергә йәшәнем. Мин килен булып төшкәндә уға 43 кенә йәш ине. Шул тиклем яҡшы кеше булды. Үҙ әсәйем һымаҡ ине. Ә ҡайынһеңлем (бикәсем) Зөлфиәне үҙ ҡыҙымдай күрҙем. Үҙем кейәүгә бирҙем. Ағайың менән өс өй һалдыҡ...
Бына ошоларҙы бәйән итте Яңылбикә еңгәй. Күҙ алдымдан бер оло мөхәббәт тураһындағы мажаралы фильмдың кадрҙары үткәндәй булды. Ысынлап та, уларҙың бәхетле ғаиләһенә ҡарап һоҡланмаған кеше булмағандыр. Уларҙың оло һөйөүенең емеше булып дүрт бала донъяға килә. Миңһылыу, Әнғәм, Гүзәл – юғары белемле уҡытыусылар. Ете төрлө һөнәргә эйә булған кесе улы Әхтәм ата нигеҙен ташламай, ғаиләһе, әсәһе менән донъя көтә. Яңылбикә еңгәй килене Гөлнараны (ул ауыл мәктәбендә директор урынбаҫары) үҙ ҡыҙылай күреп, уртаҡ тел табып йәшәй. Күп итеп мал көтәләр, үҙ техникалары ла бар. Ишек алдына инеү менән Әхтәмдең оҫта ҡуллы, эшкә бөтмөр хужа, ә килененең уңған хужабикә булыуын аңларға мөмкин.
Ҡазихан ағай менән Яңылбикә еңгәй 40 йыл бәхетле ғүмер итте. Ағай алдынғы механизатор ине, эш стажы – 47 йыл. Тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды: 62 генә йәшендә был яҡты донъянан китеп барҙы. Быға һуғыш осорона тура килгән бала сағы, ауыр эш сәбәпсе булғандыр, тип уйлайым. Яңылбикә еңгәй 40 йыл һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Алдынғы һауынсыны 14 тапҡыр ауыл советына депутат итеп һайлайҙар. Ағай менән еңгәйҙең иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау грамотаһы, социалистик ярыштарҙа еңеүсе, коммунистик хеҙмәт ударнигы значоктары, хеҙмәт ветераны миҙалдары – намыҫлы хеҙмәттәренең юғары баһаланыуына дәлил.
Үкенескә күрә, Яңылбикә еңгәйгә бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килә. Улы Әнғәм йәш кенә көйө фажиғәле һәләк була. Хәсрәтен ул балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән баҫа. Бөгөн Яңылбикә еңгәй – 12 ейән-ейәнсәренә, дүрт бүләһенә һөйөклө өләсәй.
Мин гәзит уҡыусыларға Яңылбикә һәм Ҡазихан Исламғоловтарҙың мөхәббәт тарихын һөйләнем. Сая ағай, ҡыйыу еңгәй, һоҡланғыс ғаилә... Уларҙың йәш сағындағы тәүәккәл аҙымы әлеге замана йәштәренә өлгө булһын. Өйләнмәй йөрөгән егеттәр Ҡазихан ағай һымаҡ ҡыйыу, сос, сая булһын ине. Ҡыҙ урламаған хәлдә лә, яулап алһындар!

Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА,
мәғариф ветераны.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға