«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ғүмер бүләк иткән көндәлектәр



27.11.2015 Ғүмер бүләк иткән көндәлектәр

(“Көндәлегем, тыңла мине!”, “Йәшлек”, 34, 36, 37, 38-се һандар, 2015 йыл)

Ғүмер бүләк  иткән  көндәлектәрКүптән бындай йәнгә ауаздаш яҙмаларҙы уҡығаным юҡ ине. «Йәшлек» гәзитендә баҫылған «Көндәлегем, тыңла мине!» хаҡында бара һүҙем. Түҙмәй, баҫылып бөтмәҫтән үк уға ҡарата фекеремде яҙып, редакцияға алып барҙым. Тик ул юлдарҙың авторының күптән арабыҙҙа юҡлығын белгәс, тағы ла нығыраҡ тетрәндем.

Был яҙмалар нимәһе менән уйға һалды һуң? Кеше ҡасан көндәлек яҙа? Эсендәге серҙәрен, уй-хистәрен кемгә лә булһа һөйләй алмағандан, һөйләһә лә, аңламауҙарынан, яңғыҙлығынан, ҡулына ҡәләм алып, күңелендәген ҡағыҙ биттәренә күсерә. Көндәлек иң тоғро дуҫына, серҙәшенә әйләнә. Ундағы яҙмалар бөтә кеше өсөн дә тәғәйенләнмәй. Һүҙ бөйөк шәхестәрҙең көндәлектәре хаҡында бармай. Хәйер, улар ҙа, бәлки, аҙаҡ бөтәһе лә уҡыһын өсөн тип түкмәйҙер эсендәге уй-хистәрен.
Рита исемле ҡыҙҙың да яҙмаларын, әсәһенең рөхсәте менән, Ынйы исемле әхирәте матбуғатҡа тәҡдим иткән.
Көндәлек юлдары менән таныша башлағас та шундай күп уҡыған, белемле, әҙәби әҫәрҙәрҙе яратҡан, уларҙы баһалай белгән, тәнҡит күҙлегенән үҙ фекерҙәрен яҙа барған зыялы ҡыҙ күҙ алдына килеп баҫты. Мин уны китапханала эшләйҙер, тип уйлағайным. Сөнки эш ваҡытында кеше булмағанда китап уҡыуы хаҡында яҙған. Аҙаҡ белеүемсә, Рита һатыусы булып магазинда эшләгән икән. Шунда ла бер минут буш ваҡытын әрәм итмәй матурлыҡ донъяһына сумған. Рита уҡыған китаптарҙың исемлегенә иғтибар итәйек әле: Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Про­метей!», Михаил Булгаковтың «Мас­тер и Маргарита», Валентин Пикул­дең «Воин, метеору подобный», «Аль­фред Нобелдең васыяты», Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау», «Йырланмаған йыр», «Ай тотолған төндә», Колин Маккалоуҙың «Поющие в терновнике», Зәйнәб Биишеваның «Сәйер кеше», Мостай Кәримдең «Ғүмер миҙгелдәре», «Йәләлетдин атай», «Алтын шәүлә» әҫәрҙәре.

Уҡыған китаптары араһында Мостай Кәрим әҫәрҙәренең күпселекте тәшкил итеүе юҡҡа түгел. Бына нимә тип яҙа ул был хаҡта: «Мостай Кәрим минең өсөн иң яҡын дуҫым һымаҡ. Уның әҫәрҙәрен уҡыһаң, күңел яҡтырып, йылынып ҡала. Теле лә матур, ябай, аңлайышлы, бай. Яҙыусы менән ара­лаш­ҡан һымаҡ булам. Ҡайһы берҙә яңғыҙлығыңды ла онотаһың. Их, уның әҫәрҙәре күп булһын ине, бөтәһен дә уҡып бөткө килһә лә, әҫәрҙәре бөтмәһен ине. Айыры­лышҡы килмәй уның менән».
Иң мөһиме түбәндәге һөйләмдер: «Мостай Кәрим мине башҡорт телен, туған телемде яратырға өйрәтте». Яҙыусы әҫәрҙәренә ҡарата әйтелгән шунан да ҙур баһаның булыуы мөмкинме? Көндәлектәрен дә күберәк рус телендә яҙған, үҙе лә русса ижад иткән ҡыҙ: «Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесын уҡығас, русса яҙырға ҡул бармай тора», – тигән һүҙҙәрҙе теркәп ҡуйған. Артабан да яратҡан әҙибенең китаптары хаҡында фекерҙәрен белдергән: «Был яҙыусының әҫәр­ҙәрен ғәмһеҙ уҡығаным булманы: илатып та, көлдөрөп тә, уйлатып та ала. Мостай Кәрим минең иң ярат­ҡан яҙыусыма әйләнде. Һүҙ оҫтаһы, аҡыл эйәһе кешелектең яҡшы яҡтарын күрә белеүе менән хайран ҡалдырҙы».

Ошолай һәр уҡыған китабы хаҡында үҙ уйҙарын яҙа барған, ҡайһы бер фәһемле урындарын, күңел хистәренә тап килгән ерҙәрен көндәлегенә күсереп ҡуйған.

«Пушкинды беренсе тапҡыр аңланым, – ти Рита, көҙгө тәбиғәткә һоҡланып, – күпме төҫтәр, биҙәктәр, формалар. Тел байлығы етмәй яҙырға».

Уҡылған әҫәрҙәренә ҡарата һығымта яһағандай: «Яратҡан яҙыу­сыларым: Александр Пушкин, Валентин Пикуль һәм Мостай Кәрим», – тип айырым билдәләгән.

Үҙенең күңел торошона тап килгән, оҡшаған шиғырҙарҙы ла көндәлегенә теркәгән. Шул юлдар араһында үҙем хаҡында яҙылғандарын да күреп ғәжәпкә ҡалдым.

«27.11.2007. Зөһрә Ҡотлогил­динаның «Күҙҙәремә ҡара» тигән шиғырҙар йыйынтығын алып ҡайттым. Шулар араһынан ҡайһы берҙәрен күсереп алдым. Күп шиғырҙары оҡшай уның. Улар минең хистәремә тап килә. Бөтәһен дә яҙып алып бөтөп булмай. Минең иҫем китә: ниндәй талантлы шағирә. Һоҡ­ланам! Бүтән бер һүҙ ҙә әйтә алмайым».

Рита талантлы китап уҡыусы булған. Был һүҙбәйләнешкә аптыраусылар ҙа табылыр. Ул һүҙҙе Рәшит Солтангәрәев әйткәйне. Бер саҡ Рәшит ағай менән һөйләшеп торғанда минең әхирәт хаҡында һүҙ сыҡты. Уның бөтә яңы әҙәби китаптарҙы уҡып барыуы, оҫта тәнҡитсе булыуы тураһында әйттем. «Әгәр үҙе яҙһа, бына тигән яҙыусы сығыр ине», – тинем. Шунда Рәшит ағай: «Яҙыусылар беҙҙә былай ҙа күп, ә һинең әхирәтең һымаҡ талантлы уҡыусылар һирәк. Ә улар беҙгә бик кәрәк», – тигәйне.
Рита исемле ҡыҙҙың көндәлектәрен уҡығас та Рәшит ағайҙың ошо һүҙҙәре иҫкә төштө. Ул бөтә китаптарға ҡарата күңелендә тыуған уйҙарын, фекерҙәрен, әҙәби әҫәр­ҙәр тыуҙырған кисерештәрен яҙып барған. Ҡараған фильмдарынан, тыңлаған йырҙарынан йәшәүгә көс алған. Ул саҡта әле сирле икәнлеген дә, теүәл бер йылдан был үлемесле ауырыуҙың яҡты донъянан алып китерен дә һиҙмәгән ҡыҙ өсөнсө тапҡыр «Изгой» фильмын ҡарап: «Ул миңә ныҡ ярҙам итте. Миңә лә йәшәүҙе дауам итергә кәрәк», – тип яҙа. Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары», «Ташлама утты, Про­метей!», «Йәләлетдин атай», «Ғүмер миҙгелдәре» кеүек әҫәрҙәре, «Титаник» фильмы һәм башҡа автор­ҙарҙың китаптары тураһында тәжрибәле тәнҡитсе күҙлегенән фекер йөрөтөп, тәьҫораттары менән бүлешә. Ниндәй талантлы уҡыусы булған Рита, тип һоҡланаһың. Улай ғына ла түгел, оҫта тәнҡитсе һәләтенә лә эйә булған. Йәл, ғүмере иртә өҙөлгән.

Көндәлектең күп кенә өлөшө мөхәббәт хистәренә арналған. Үтә шәхси тойғоларына, иң изге серҙәренә һаҡһыҙ ҡағылыуҙан ҡурҡам. Юғары күңелле ҡыҙ үҙе лә бит йөрәк кисерештәрен Мостай Кәримдең Прометей монологы аша аңлатырға тырышҡан һәм ошо юлдарҙы күсереп алған:

Һинән башҡа донъя япа-яңғыҙ,
Донъя етем, үкһеҙ.
Әйтерһең, күк ерһеҙ тороп
ҡалды,
Ә ер ҡалды күкһеҙ.

Көндәремдең ҡанаттары һынды,
Һүнде беҙҙең оя.
Йондоҙҙар ҙа йым-йым нурҙар
түгеп,
Йомма йәштәр ҡоя.

Сабырлыҡтың алтын
сылбырҙарын
Бына-бына өҙәм...
Эй йондоҙҙар!
Зинһар, иламағыҙ,
Үҙем дә саҡ түҙәм.

...Инде был ерҙә Рита үҙе лә, яҙмыш бүләге итеп бирелгән мөхәббәте лә юҡ. Әммә юғары рухлы ҡыҙҙың көндәлектәре тереләрҙе тетрәтә. Һәр йәшәгән көндөң әһәмиәтле, мөһим икәнлеген иҫкәртә. Донъя тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙары, «тормоштоң мәғәнәһе, тотҡаһы өсәүҙә – Хоҙайҙа, әсәйҙә һәм минең һөйгәнемдә» тигән юлдары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Әхирәтенең көндәлектәрен әсәһенең рөхсәте менән уҡыусылар иғтибарына тәҡдим иткән Ынйы беҙҙе Ританың бай күңел донъяһы менән таныштырып ҡына ҡалмай, ә бер-беребеҙ һәм тормош тураһында уйланырға, эргә-тирәләге яҡындарыбыҙға иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Көндәлектәр юҡҡа ғына яҙылмай. Һине аңларлыҡ кешеләр барында, сереңде тыңларлыҡ, терәк-таяныс булырлыҡ тоғро йәрҙәр эргәңдә сағында ялҡынлы ла, һағышлы ла хис-тойғолар икәү генә уҡый торған күңел дәфтәрҙәренә генә яҙылалыр.

...«Көндәлегем, тыңла мине!» яҙмаларының гәзит биттәрендә донъя күреүенә айҙан ашыу ваҡыт үтһә лә, унан алған тәьҫораттар һаман күңелдән китмәй. Шиғри күңелле, хисле йөрәкле, изге йәнле ҡыҙ үҫтергән, ғәзиз балаһын юғалтыу хәсрәттәрен кисергән Әсәгә Хоҙай ярҙам бирһен. Ҡыҙының яҙмалары, бәлки кемгәлер фәһем булыр тип, матбуғат биттәрендә баҫтырырға рөхсәт иткән оло йөрәкле Әсәгә, Ританың рухын йәшәтеп, был көндәлектәрҙе руссанан тәржемәләп баҫырға әҙерләгән әхирәте Ынйыға ҙур рәхмәт. Әҙәбиәтте яратҡан ҡыҙҙың көндәлектәренең Әҙәбиәт йылында сығыуы бигерәк тә әһәмиәтле һәм фәһемле. Беҙ, яҙыусылар, бер-беребеҙҙең китаптарын уҡыйбыҙмы? Яңы сыҡҡан әҫәрҙәр хаҡында фекерҙәребеҙҙе әйтәбеҙме? Ҡәләмдәштәребеҙҙең шәп шиғыр­ҙарын яттан беләбеҙме? Ауыр саҡта бер-беребеҙгә ярҙамға киләбеҙме, хәлебеҙҙе белешәбеҙме? Ошондай уйландырырлыҡ, аҙаҡ башҡалар ҙа һоҡланып уҡырлыҡ юғары көндәлектәр яҙабыҙмы?

Уҡыусыларҙы тетрәндергән яҙмаларың өсөн рәхмәт һиңә, Рита һылыу. Көслө рухлы булыуың, әҙәбиәтте, тормошто, һөйгән йәреңде үлеп яратыуың сикһеҙ һоҡланыу тойғолары уята. Был донъянан киткәс тә яҙмаларың кешеләрҙе мәрхәмәтле, миһырбанлы булырға өйрәтә. Көндәлектәрең менән һин тереләр күңеленә индең һәм был донъяла йәшәүеңде дауам итәһең. Көндәлектәрең һиңә икенсе ғүмер бүләк итте.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға