«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хыялы тормошҡа ашты



23.10.2015 Хыялы тормошҡа ашты

Хыялы тормошҡа  ашты“Йәшлек”тең 24-се һанында баҫылған “Донья гиҙгән – күпте күргән” мәҡәләһендә Өфө егете Ришат Солтановтың Ер шарын әйләнеп сығыу теләге тураһында яҙғайныҡ. Ниһайәт, ул мәлдә сәйәхәт өсөн бағыусыларҙы эҙләгән егеттең хыялы тормошҡа ашты. Бөгөн ул Ҡытай буйлап яңы мотоциклда елә.
Туҡталыштарҙың береһендә беҙҙең менән бәйләнешкә лә инде.
– Бағыусылар маршрутты Мурманскиҙан түгел, ә Өфө ҡалаһынан башларға тәҡдим итте. Үҙем карта өҫтөндә эшләһәм, мәғлүмәт һәм документтар йыйһам, CFMOTO һәм Motul компаниялары яңы мотоцикл, уға май әҙерләне. Килешеү буйынса, социаль селтәр­ҙәр һәм төрлө форумдар аша мотоцикл торошо хаҡында һәм күргәндәремде теркәп барырға тейешмен. Владивосток ҡалаһына ҡәҙәр ике ай самаһы ваҡыт талап ителде, әммә был миңә илде яҡын белер өсөн бик аҙ булды, тип уйлайым. Беҙҙең ил киң. Ошо ҙур арауыҡ араһында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыларын, шул иҫәптән иҫ киткес тауҙарҙы, күлдәрҙе, йылғаларҙы, төрлө милләтле һәм төрлө дин тотҡан кешеләрҙе күреү, аралашыу үҙе бер ғүмер кеүек булды. Улар араһында дуҫлыҡты нығытыу һәм төрлө ерҙә йәшәүсе төрлө милләт кешеләренең традицион мәҙәниәтен һаҡлау. Юлда миңә туғандарым, дилер үҙәктәре, байкерҙар клубтары ярҙам итә.
Әлеге ваҡытта Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекиндамын. Ҡытайҙарҙың мәҙәниәте, тарихы һәм бөгөнгө тормошо менән танышаһы көндәрем алда әле. Мотоциклды сығарған заводта хеҙмәтләндереү үткәндән һуң, компания етәкселеге, инженерҙар менән осрашып, үҙ тәҡдимдәремде индерәсәкмен, сөнки әлегә тиклем ҡытай мотоциклдарында береһе лә Ер шарын урап үтмәгән. “IzgeYul” проектының финанс яғын да хәл итергә тырышырмын. Артабан Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәренә йүнәлмәксемен, – ти Ришат.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға