«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бар булайыҡ, бай булайыҡ!



02.10.2015 Бар булайыҡ, бай булайыҡ!

(«Әйбер ҡоло булмайыҡ", "Йәшлек", 35-се һан, 11 сентябрь, 2015 йыл)
Тормошта уңа алмай, йә уҡый алмай, йә йүнле эштә эшләй алмай бай, етеш, матур тормошта йәшәй алмаған бәндәләр, башҡа өлгөлө, гөрләтеп йәшәгәндәрҙән көнләшеп, үҙенең булдыкһыҙлығын, ялҡаулығын аҡлап ҡолаҡҡа ятмаған фекерен башҡаларға тағып, халҡым аңына кире йоғонто яһай. Гөлдәр Кадаева тәүге һөйләмендә үк үҙен хәйерсе менән тиңләй. Бик яратҡан айфонын бер нисә йыл йыйған аҡсаһына алғандыр инде. Уны боҙған өсөн, үҙенең йәненән дә артыҡ күреп, илап ултыра. Әле генә машинаһын боҙған. Йүнле кеше автомашинаны ҡарап, йүнәтеп йөрөтә. Аяғын һындырып, автомашинаһын боҙоп, айфонын һыуға ташлаған бәндә гәзит аша мине нисек итеп “йәшәргә” өйрәтә. Александр Маккуин дизайнер булып, кредиттарын кире ҡайтара алмай икән, ниңә уға күп, үҙе түләй алмаҫлыҡ кредит алырға? Беҙҙә лә бит, төрлө банк хеҙмәткәрҙәре, ин, кредит ал, тип арттан йүгереп йөрөй. Кредитҡа аҡса алыуы еңел, түләүе, проценттары менән кире ҡайтарыуы ауыр. Быларҙы бит хәҙер инде төпкөл ауылдағы әбей-бабайҙар ҙа белә.
Бахыр автор: “Минең дә бурыстарым һәм кредиттарым быуа быуырлыҡ”, – тип яҙа. Әгәр ҙә мәгәр, алған аҡсаңды ваҡытында түләмәһәң, ватыҡ машинаң менән төрмәгә лә ултыртып ҡуясаҡтар. Шуның өсөн инереңдән алда сығырыңды уйларға кәрәк.
Мин дә күп ҡатлы йортта йәшәйем, быға тиклем кеше үлгәнен сүплеккә ҡарап белмәй инем. Бынағайыш, был автор күршеһенең үлгәнен сүплектән белә икән. Ә мин күршенең фатирына инеп, хәл-әхүәлен белеп, ауырып китһә, ярҙам итергә тырышҡан булам. Баҡтиһәң, сүплеккә ҡарап йөрөргә кәрәк икән. Әстәғәфирулла!
Русса бик матур әйтем бар: “Ты никогда о себе не говори, что ты дура. Об этом скажут твои подруги”.
Наҙанлыҡтан ҡотолоу өсөн, бәлки, ҡайһы берҙә Далай-лама фәлсәфәһенә дөрөҫ иғтибар итергә кәрәктер. Фэн-шуй тураһында бер нисә тапҡыр бик зирәк, белемле Нурмөхәмәт хәҙрәт тә сығыш яһаны. “Юҡ-барҙы уйлап сығарып, уға ышанып йәшәү – тома наҙанлыҡ”, – тине. Фэн-шуй беҙҙең традицион ислам диненә, ғилеменә, булмышына ҡырҡа ҡаршы сыға.
Беҙҙең ауылда иҫке кейемде, туҡымаларҙы, бер ҙә, юҡ-барға фэн- шуй ҡуша, тип сығарып ырғытманылар. Бик туҙған булһа, әрмәк һуға торғайнылар. Ағас һандыҡ төбөндә, олатайымдың һуғыштан алып ҡайтҡан кавалеристарҙың кубанка папахаһы бар ине. Өләсәйем ваҡыты-ваҡыты менәнуны һандыҡтан алып, саңын ҡағып, елләтеп, эстән генә ниндәйҙер доғаларын уҡып, иҫке генә, ләкин таҙа яулығына төрөп, илай-илай кире һала торғайны. Бында ниндәй фэн-шуй булырға мөмкин?! Ни эшләп, оло кеше үҙенең күңеленә, йөрәгенә һеңеп бөткән камзулын йәки шәлен, фэн-шуй, – тип сығарып ырғытһын? һин дә бит, айфоныңды һыуға батырғас, илап ултырғанһың.
Ә нисек итеп ҡәйнешеңде “үлсәп” яҙғанһың? Уның да яҡты теләге булған. Ул да балалары булыуын теләгән, көткән... Әммә Аллаһы Тәғәлә бала насип итмәгән. Бәлки, ул ошо буш коляскаға ҡарап уйланалыр, йыуаналыр... Тере кешегә, уның ауыртҡан еренә аямайса һуғырға ярамай бит.
Атайың шәп, тырыш, егәрле, юҡты бар итә торған кеше булған. Ул ҡыпһыуыр өсөн аварияға эләкмәгән, ә юл хәрәкәте тәртибен боҙған өсөн ауыр йәрәхәт алған. Быларҙың икеһе – айырым төшөнсәләр.
“Табуттың багажы юҡ” тип, кәрәкһә лә кәрәкмәһә лә күп лыҡылдарға оҫтарып алдыҡ.
Төп эш шунда. Бер классик әйтмешләй, көнтмеш аңды билдәләй (Бытие определяет сознание). Беҙ ошоно онотоп, башҡаларҙы ла онотторорға уйлайбыҙ. Беҙҙең халыҡтан Рәсәй күләмендә булһа ла бөгөн төртөп күрһәтерлек, , банкир ҙа, эшҡыуар ҙа, генераль директор ҙа, губернатор ҙа – ҡыҫҡаһы, бер генә билдәле шәхес тә юҡ. Рухи байлыҡ, әлбиттә кәрәк, шуға ҡарамаҫтан, матди байлыҡ туплау, уны эшләп алыу, туғандарыңа ярҙам итеп төҙөгән коттеджыңды йәки “Мерседес”тарыңды теге донъяға кем алып китергә өндәй? Әйҙә, уларҙы балаларыңа, туғандарыңа бүләк итеп ҡалдыр. Улар рәхмәт уҡып, доға ҡылып, мәсеттәргә йөрөп, һеҙҙе иҫкә алыр, һин һатып йәки ярҙам итеп алған фатирҙа йәшәп ҡыуанасаҡтар. Шул бәхет түгелме ни!
Ҡыҫҡаһы, бергәләп байығайыҡ! Матди яҡтан да – рухи яҡтан да!

Хөрмәт менән, Затымаҡ ТУҒАНАШ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға