02.10.2015 Һин йылмайһаң, донъя яҡтыра йәки Йылмайлик нисек тыуған?
Йылмайһаң, тормош матурыраҡ күренә, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Ышанаһығыҙмы? Ышанығыҙ шул. Дөрөҫ тә инде. Йылмайыуҙың кәйеф күтәргес бер сара икәнен беләбеҙ. Һиңә ҡарап йә яратҡан кешең, йә балаң, йә әсәйең йылмайһа, йәшәүҙең мәғәнәһе шул икән, тип тә ҡыуанабыҙ. Йылмайыу көнө билдәләнеүе лә юҡҡа түгел. Хатта уға бөтә донъя статусы бирелгән. 1999 йылдан октябрҙең беренсе йомаһында билдәләнә ул. Ә тарихы?
Тарихы былай.
Американың Харри Бэлл атлы рәссамына бер мәл (яҡынса 1960 йылдарҙа) ярайһы билдәле генә страховка компанияһы визит карточкаһы эшләргә ҡушҡан. Сағыу ҙа булһын, йәтеш кенә лә, күрер күҙгә күркәм дә, тигәндәр. Тиҙ генә эшләп бөт, тигән кеүегерәк наказ да бирелгән, ти. Рәссам ни эшләһен, ҡулына ҡәләмен алған да, тегеләй былай һыҙғыларға тотонған. Һәм… ун минуттан һуң заказсыларға йылмайыу ғәләмәте сағылдырылған бер ҡыҙыҡ ҡына йөҙ һүрәтен күрһәткән. Смайлик тип атағандар уны. Интернетта, телефонда смайликһыҙ хат-хәбәр яҙышмайбыҙ ҙа хәҙер.
Сит ил кешеләре тик йылмайып йөрөй, тигән була беҙгә шул тарафтарҙа булып ҡайтыусылар. Рәсәй халҡы иһә теләһә кемгә йылмайып бармай шул. Менталитет шундай. Ә инде яҡын кешеләргә нисек ихласлап йылмайғаныбыҙҙы күрһәләр! Донъялағы иң киң йылмайыуҙың шундай булғанын белерҙәр ине.
Һәр хәлдә, ауыҙ йырыуҙың файҙаһын да беләбеҙ. Ул кәйефте генә түгел, ә иммун системаһын да күтәрә. Тағымы? Тағы йылмайыу “йоғошло” ул. Ғалимдар шулай ти. Йылмайған кешегә ҡара әле, һинең дә ирендәрең ирке-е-ен итеп йәйелеп китер.
Белгестәр күп кенә ҡыҙыҡлы фактты асыҡлаған.
Шулай итеп, йылмайыу
l стрестан ҡотҡара (йылмайғанда эндорфин бүленә);
l бәхетлерәк итә;
l 53 мускулды эшләтә;
l тыумыштан бирелә (йәғни бәпес йылмая белеп тыуа);
l карьера өсөн уңайлы (йылмайған кеше һөйкөмлө күренә бит);
l йөҙҙөң иң күренгән торошо (йылмайған ауыҙ 100 метрҙан күренә);
l ҡатын-ҡыҙҙың иң яратҡан “шөғөлө”;
l йөҙҙө матурайта;
Йәнә лә:
l йылмайыуҙың 19 төрө бар;
l йөҙөңдө “йәмшәйтеү”гә ҡарағанда, йылмайыу еңелерәк.
Бер көләмәс тә бар әле.
– Һеҙ минең йылмайғанымды фотоға төшөрмәҫһегеҙме? Был бит бөтөп барған күренеш…
Юҡ, улай була күрмәһен инде. Йылмаяйыҡ, йәмәғәт, йылмаяйыҡ! Уның өсөн хаҡ һорамайҙар.