«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Былар ҡыҙыҡлы



12.09.2015 Былар ҡыҙыҡлы

Былар ҡыҙыҡлы1. Күпселек илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй.
2. Ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда яҡынса ике тапҡыр шәберәк күҙ йомғолай.
3. Америка штаты Колорадола йоҡлаған ҡатын-ҡыҙҙы үбеү тыйыла.
4. Ҡул биреп күрешкәндә, ҡатын-ҡыҙ усты ҡыҫмай тиерлек.
5. Гонконгта ҡатын үҙенә хыянат иткән ирен үлтерә ала. Тик бысаҡ, пистолет, бау һәм башҡа әйберҙәрҙе ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Хәленән килһә, ҡулы менән һыға инде...
6. Инглиз ғалимдары асыҡлауынса, сығанаҡ бармағы һуҡ бармағынан ҡыҫҡараҡ булған ҡатын-ҡыҙҙың спортта юғары уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге ҙурыраҡ.
7. Ҡатын-ҡыҙға, ҡулыңды күрһәт, тиһәң, ул күпселек осраҡта ҡулын усы менән аҫҡа һоноп күрһәтә (ә ирҙәр, ғәҙәттә, усын асып ҡулын һона).
8. Нимәнелер бәрергә йыйынһа, ҡатын-ҡыҙ ҡулын артҡа ташлай (ирҙәр – ситкә).
9. Мунсанан, душтан һуң һәр гүзәл зат, ҡыҫҡа сәсле булһа ла, башына таҫтамал урай.
10. Арттан берәйһе өндәшһә, ҡатын-ҡыҙ башын ғына бороп ҡарай (ирҙәр бар кәүҙәһе менән борола).
11. Ҡатын-ҡыҙ халат билбауын кендектән өҫтәрәк бәйләй (ирҙәр аҫтараҡ).
12. Ҡатын-ҡыҙ иҫнәгәндә, ҡағиҙә булараҡ, ауыҙын усы менән ҡаплай (ә ирҙәр – йоҙроғо менән).
13. Ҡатын-ҡыҙ буш ҡул менән йөрөргә яратмай, шуға гел дә нимәнелер тота: сумка, бирсәткә, шарф осон һ.б.
14. Ҡатын-ҡыҙ тауға менгәндә йәки төшкәндә ҡабырғаһы менән хәрәкәт итергә тырыша.
15. Ҡатын-ҡыҙ үксәһен күрер өсөн иңбашы аша артҡа ҡарай (ирҙәр аяғын тубығына һала).
16. Пляжда эҫе ҡом буйлап ҡатын-ҡыҙ аяҡ осона баҫып йөрөй (ирҙәр – үксәһенә).
17. Ҡатын-ҡыҙ ултырғанда тубыҡтарын бер-береһенә терәй, һәр хәлдә аяҡтарын йәнәш ҡуя.
18. Ауыр әйберҙе күтәреп йөрөтөргә тура килгәндә, ҡатын-ҡыҙ уны ҡабырғаһына йәтешләп тоторға тырыша (ирҙәр йөктө һәр саҡ алдында тота).
19. Социологик һорау алыуға ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙың ни бары туғыҙ ғына проценты үҙен ысын һылыу, тип иҫәпләй. Ҡырҡ өс проценты үҙен тәбиғи итеп күрә, тағы егерме дүрт проценты үҙҙәрен уртаса, тип һанай, ҡалғандары үҙҙәрен һөйкөмлөләр рәтенә индерә.
20. Донъялағы иң беренсе программист ҡатын-ҡыҙ – Англиянан Ада Лавлэйс.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға