«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ул уҡырға, эшләргә, йәшәргә тейеш



11.09.2015 Ул уҡырға, эшләргә, йәшәргә тейеш

Ул уҡырға, эшләргә, йәшәргә тейеш– Һаумыһығыҙ! – бәләкәй генә булһа ла, таҙалыҡ, тәртип хөкөм һөргән өйҙә мине яҡты сырай менән Лидиә апай ҡаршы алды. – Әхәт ауырып киткәндән бирле береһе менән дә осрашырға теләмәй, ояла, дуҫтарым мине бындай хәлдә күрмәһен, ти. Ә һеҙҙең менән осрашырға ул бик теләп риза булды. Беҙҙең ауыр хәлгә битараф булмағанығыҙ өсөн Әхәт, һеҙҙе яҡын күрә.
Беҙ түргә ингәндә Әхәт ҡустылары Ләйсән һәм Лена менән нимәлер хаҡында һөйләшә ине. Әхәт, беҙҙе күреү менән торорға ынтылғандай, бер аҙ ҡалҡынып ҡуйҙы, тик килеп сыҡмағас, ғәйепле йылмайып, “Һаумыһығыҙ”, – тине.

– Шунан, Әхәт, хәлдәр нисек, ауырыу­ҙы еңеп буламы? – тигән һорауыма ул:
– Яҡшы, – тине.
– Маҡтанһам, күҙ тейер, тип ҡурҡам, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итәм. Күптән түгел улыбыҙ әкренләп баҫып тора башланы, үҙе ҡалаҡ тотоп ашарға тырыша. Алдан ятып ҡына торһа, һуңғы ваҡытта ултыра, кәйефе лә яҡшы. Нур терапияһы файҙаға булды, – тип һүҙ ҡушты Лидиә Марсил ҡыҙы.
Бәлә рөхсәтһеҙ йөрөгән ҡунаҡ кеүек, исемеңде лә һорап тормай, килә лә етә. Моратовтарҙың йорто ишеген ул 2013 йылдың ғинуар айында шаҡый. Был ваҡытта бәхетле ғаилә, Яңы йылды ҡаршылап, рәхәтләнеп ял иткән була. Был көндө Лидиә бөгөнгөләй хәтерләй:
– Иртән тороп тышҡа сыҡһам, Әхәт ергә сүкәйеп ултырған. Төҫө ҡасҡан, ауырығаны йөҙөнә сыҡҡан. Тиҙ генә сәй әҙерләнем дә, балаларҙы ашарға ултырттым. Шунан һуң бәләкәстәр­ҙең: “Әсәй, ағайыбыҙ беҙҙе үсекләй, бер күҙен әллә ҡалай борғолай”, – тигәненә ҡараһам, Әхәттең күҙе тура ғына түгел, ситкә ҡарап тора ине. Шундуҡ уны дауаханаға алып барып, окулисҡа күрһәттек. Окулист ҡарағандан һуң, аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтмәй, беҙҙе неврологҡа ебәрҙе. Невролог: “Баш мейеһендә ниндәйҙер ҡатлам бар. Тикшерелергә Өфөгә барырға кәрәк”, – тине. Өфөлә анализдар әҙер булғас, табиптар, баш мейеһендә яман шеш, тигән диагноз ҡуйҙы. Ғүмерҙә ишетмәгән, тап булмаған ауырыуға башта аптыраныҡ, аңлап та етмәнек, унан һуң интернетҡа инеп, уҡығас, ҡайғыбыҙҙың сиге булманы.
Март айында Әхәткә беренсе операция – шунтирование яһап, ярты йылдан яман шеште алырбыҙ, тип өйҙәренә ҡайтарып ебәрәләр. Тик бер ни тиклем ваҡыттан Әхәттең хәле ҡапыл насарая, уға тиҙ генә операция яһағандан һуң, ул комаға китә.
– Мине улымдың янына индермәнеләр. Көнөн дә, төнөн дә реанимация ишеген һаҡланым, табиптар аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтмәне. Дауахананың баш табибына ялбара торғас, ул мине палатаға индерҙе. Әхәттең ҡулын ҡыҫып тоттом. Һәм ошо минутта мөғжизәгә тиң ваҡиға булды: малайым күҙен асып, ике аҙналыҡ йоҡоһонан уяна башланы, – тип күҙ йәшен йәшермәне Лидиә Марсил ҡыҙы. – Мине шундуҡ шәфҡәт туташтары палатанан сығарҙы, ә баш табип миңә Әхәткә йышыраҡ инеп йөрөргә ҡушты.
Әхәттең хәле бер аҙ яҡшырған һымаҡ була ла, тағы ла насарая. Август башында уға – өсөнсө, бер ни тиклем ваҡыттан дүртенсе операцияны яһай­ҙар, бер нисә тапҡыр химия һәм нур терапияһы уҙғаралар.
Әхәт ауырып киткәс, Моратовтар уны һауыҡтырыу өсөн барыһын да эшләй. Лидиә Марсил ҡыҙы эшен ташлап, улын дауахананан дауаханаға йөрөтә, уның янынан китмәй. Ғүмере буйы совхозда эшләгән Әсхәт Сөнәғәт улы, совхоз бөтөрөлгәс, йорт тирәһендә мал күптәп тота башлай. Тик аҡса кәрәк булғас, уларҙы ла һатып бөтөп баралар. Оло улдары Артур – ғаиләнең төп таянысы. Екатеринбургта эшләп йөрөй, эш хаҡын Әхәткә ебәреп тора. Айҙар, Лена һәм Ләйсән ата-әсәләренең ярҙамсылары, улар һәр ваҡыт ағалары янында.
Юлға һәм дауаланыуға киткән аҡса ғаилә иңенә ҙур йөк булып ятҡан: әсәһе көнө-төнө улы менән булырға тейеш, атаһы ла, совхоз ябылыу сәбәпле, эшһеҙ ҡалған. Бынан тыш, ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Райондағы мәрхәмәтле кешеләр хәленән килгәнсе Моратовтарға ярҙам күрһәткән, шулай уҡ Әхәт өсөн шәф­ҡәтлелек концерты ойошторолған. Тик уѓа дауаланыу һәм реабилитация курсын үтеү өсөн тағы ла ярҙам кәрәк.
Әле Әхәт өйҙә реабилитация курсын үтә, шул көндәрҙә ул тағы ла Өфөгә тикшерелергә барасаҡ.
– Дауаханаға барѓым килмәй, өйҙә рәхәт. Әсәй, бармаһаҡ булмаймы? – тип һорай Лидиә апайҙан Әхәт.
– Һауығыу өсөн дауаханаға барырға кәрәк. Табиптар һине аяҡҡа баҫтырасаҡ. Алла бирһә уҡып бөтөрһөң, һөнәрле булып, үҙ тормошоңдо ҡорорһоң, – тип йыуата улын Лидиә Марсил ҡыҙы.
Әхәт менән хушлашып, тышҡа сыҡҡас, Лидиә апай:
– Шулай өмөттө өҙмәҫкә тырышып, бер-беребеҙҙе дәртләндереп торабыҙ. Улыбыҙ донъя күреп тә өлгөрмәгән, уға уҡырға, эшләргә, йәшәргә кәрәк. Ул йәшәһен өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.

Салауат районы.

“Ил төкөрһә, күл була” тигән әйтем бар. Йәмәғәт, Әхәттең яҙмышына битараф ҡалмайыҡ, уның ғаиләһен яҙмыш һынауын яңғыҙ үтеүгә дусар итмәйек. Һәр кемебеҙ хәленән килгәнсә аҡса күсерһә, Әхәтте ҡурҡыныс сирҙән йолоп ҡалыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Кемдең аҙ ғына булһа ла мөмкинлеге бар, мәрхәмәтле булып, Моратов Әхәт Әсхәт улы исеменә Һаҡлыҡ банкында асылған картаға – 4276806011752325 иҫәбенә йәки Лидиә Моратова исемендәге 8-917-468-66-98 мобиль банкына аҡса һалыуығыҙҙы һорайбыҙ. Дуҫтар, Моратовтар бәләһенә вайымһыҙ булмайыҡ, һәр беребеҙ күрһәтелгән иҫәпкә аҡса һалып, Әхәтте һауыҡтырыу өсөн бер аҙым яһайыҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға