«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Үкенестәр өтә күңелде



28.08.2015 Үкенестәр өтә күңелде

“... Иң тәүҙә эш тибеҙ.Тәүҙә – йәмәғәт тормошо, унан – үҙеңдеке... Шулай өйрәнгәнбеҙ. Эш тибеҙ, сәсәйбеҙ, тормош һиҙҙермәй йәнәштән үтә. Үҙебеҙҙе бөткөһөҙ мәшәҡәттәр, ваҡ ығы-зығы биләй, ә ысын эшкә ваҡыт юҡ. Гел йәмәғәт йөгө, гел уның йомошо... Ә йәндәй дуҫтарыбыҙға, яҡындарыбыҙға ғүмер ҡалмай. Йәнәһе, эшемде теүәлләйем, йәнәһе, Таңһылыу көтә, ҡуна ҡала була.
Ниңә, нишләп ҡайтып әйләнмәнем икән? Ниңә күреп кенә булһа ла китмәнем? Шул ҡотһоҙ китаптар менән булышам, донъя­ның эшен бөтөрәм...
Үрһәләнәм. Ниңә шул саҡлы ла аяуһыҙ был донъя? Бер йәм, бер ҡот юҡ, тормоштоң ҡыҙығы юҡ!..”
Күңел ҡылдарын әрнеткән, йәнде әсеткән, йөрәкте һулҡылдатҡан был юлдар яҙыусы Ринат Камалдың киң билдәле повесы “Таня-Таңһылыу”ҙан. Инде нисә тапҡыр ошо бер үк повесты уҡыйым, ләкин уҡып туя алмайым, уҡыған һайын уҡығы килә. Уҡығанда бөтә күңелең менән бирелеп, онотолоп китәһең, гүйә китап геройҙары менән бергә йәшәйһең, бер ҡаҙанда ҡайнайһың, хатта тормош ваҡлыҡтарына бүлгеләнеп, бер минутҡа ла айырылғы ла килмәй. Эйе, тетрәнмәйенсә уҡыу мөмкин дә түгел был китапты! Ә бит Фәнисәнең өҙгөләнеүҙәренә мин дә ауаздашмын дабаһа! Тап уның хәленә ҡалған саҡтарым аҙ булманы бит! Ғүмерлек үкенестәр иҫкә төшһә, әле булһа ла йөрәк һыҙлай.
Шулай, бер нисә йыл элек йәйге каникулдың һуңғы көндәрендә ҡустым Рөстәм, кеҫә телефонынан шылтыратып: “Апай, Темәскә диләнкә белешергә килгәйнек, һин өйҙәме?” – тип һораны. Әлеге лә баяғы Фәнисәләй булып, хөкүмәт эшен алға ҡуйып (мәктәптә ремонт эшендә йөрөй инек): “Юҡ, мин бушамайым, эштә, өйҙә берәү ҙә юҡ”, – тинем ҡырҡа ғына. Йәнәһе, эш мәлендә ваҡыт уҙҙырып, тамаҡ йүнәтеп йөрөргә ни! Араларҙың алыҫлығында һәм дә артыҡ йыш килмәгәндәрендә эш тә юҡ. Ҡайһылай дорфа ҡыланғанмын! Бәлки, ҡустымдың мине күргеһе, һөйләшкеһе, эс-серен сискеһе килгәндер, ә мин? Йәненә толҡа тапмағанда йәки һис тә көтмәгәндә, бикле ҡапҡа аша үрмәләп төшөп, төн уртаһында беҙҙе аптыратып килеп ингәнендә, ниңә был юлы аңғартып, рөхсәт һорағандай килергә булғандыр, исмаһам, тотһон да килһен ине, ят кешеме һуң мин? Хәҙер терһәкте тешләрҙәй булам да ул, ләкин үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай шул!
Ошо ваҡиғаға күп ваҡыт та үтмәне, ноябрь баштарында, ял көнө өйрәк һуйып йөрөйбөҙ, ҡустым йәнә шылтыратты. Бер-ике ауыҙ һүҙ алышҡас, ҡасан күсәһегеҙ, тип һораным. Сибайҙағы йорттарын һатып, күрше Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһынан ике бүлмәле фатир алғайнылар. Яуап “10-дарында” булды. “Ярай, Рөстәм, беҙ өйрәк йолҡабыҙ, аҙаҡ һөйләшербеҙ әле, Филүзәгә бирәм”, – тип телефонды ҡыҙыма тотторҙом. Их, белһәм ине шул саҡ уның менән һуңғы тапҡыр һөйләшкәнемде! Бер нисә көн үттеме-юҡмы, ҡустым юл һәләкәтенә осрап, реанимацияла бер аҙна ятты ла, иҫенә килә алмай, мәңгелеккә арабыҙҙан китеп тә барҙы. Яҙмыштың аймылышыуы булдымы, әллә 32 йәшлек ҡустымдың туғандарынан айырылып, сит ергә барып йәшәгеһе килмәнеме, үҙе әйткән көндә – ноябрҙең нәҡ 10-нда йән бирҙе. Тиҙҙән уның юҡлығына дүрт йыл тула, әсе һағыш күңелдәрҙе өтә, үкендертә, уйландыра… Әле булһа үҙемде әрләйем: ниңә туғаныма аҙ ғына ваҡыт бүлмәнем, ниңә шунда ҡайтып әйләнмәнем? Нишләп дәүләт эшен гел өҫтөн ҡуябыҙ, эш тип сабабыҙ, үҙебеҙгә, яҡындарыбыҙға ваҡыт тапмайбыҙ?! Ә ошоға оҡшаш миҫалдар тормошта берәү генә түгел бит. Тимәк, ҡайһы саҡта аҙ ғына туҡтап торорға, уйланырға ла кәрәктер.
Ошолай, минең кеүек, Фәнисә кеүек үкенмәҫ, ғазапланмаҫ өсөн...

Илүзә ӘФЛӘТУНОВА.
Баймаҡ районы,







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға