25.07.2015
“Американдар ябай, ихлас халыҡ, тик рәсәйҙе белмәйҙәр”
– Американдар һиңә ҡунаҡҡа килә икән, улар үҙҙәрен үҙ өйҙәрендә кеүек хис итә. Рәхәтләнеп йорт эсендә тышта кейгән аяҡ кейемендә йөрөйҙәр, һыуытҡыстан рөхсәтһеҙ әйбер алыуҙары мөмкин. Тыуған көндә ҙур өҫтәл тултырып ризыҡ теҙеп ултыртыу тигән нәмә юҡ. Бер мөйөшкә ҡуяһың да, улар шунан алып ашай, эсә.
Стәрлетамаҡ ҡыҙы Рита Мәхмүтова бер нисә йыл инде АҠШ-та йәшәй һәм эшләй. Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының сит телдәр факультетын тамамлаған ҡыҙ Флорида штатының Орландо ҡалаһындағы Дисней уорлд күңел асыу үҙәге хеҙмәткәре. Инглиз һәм немец телдәрендә еңел аралашҡан ҡыҙ Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарында волонтер булараҡ ҡатнашты. Ҙур саранан тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, Америкалағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләү өсөн беҙҙең редакцияла булып китте.
– Саммитҡа волонтер сифатында эләгеүе ауыр булдымы?– Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән бөтә донъя күләмендәге мәртәбәле сарала ҡатнашмай ҡалыу яҙыҡ булыр ине. Ҡышҡыһын ойоштороу комитетына резюме ебәрҙем. Әңгәмәләшеүгә барғас, мине тиҙ алдылар. Саммитта пресс-үҙәктә эшләнем. Беҙ, волонтерҙар, үҙ-ара дуҫ, татыу, берҙәм булдыҡ. Сараның яҡшы ойошторолғанлығы һоҡландырҙы. Беҙгә ҡыҙыҡлы тренингтар ҙа үткәрҙеләр. Миңә Бразилия, Ҡытайҙан килгән журналистар менән аралашырға тура килде. Улар инглиз телен һәйбәт белә ине. Ҡунаҡтар беҙҙең сувенирҙарҙы күпләп алды. Ҡурай менән ҡыҙыҡһындылар, ҡайҙан һатып алырға була, тип һорайҙар ине. Өфөнө, таҙа, матур, йәшел ҡала, тип оҡшаттылар.
– АҠШ-ҡа нисек барып юлыҡтың?– Дүртенсе курста ҡыҙҙар менән студент программаһы буйынса эшләргә һәм сәйәхәт итергә булдыҡ. Дисней уорлдта һатыусы-консультант булып эшләнем. Сит илдәге тормош, эш оҡшап ҡалды. Вузды ҡыҙыл дипломға тамамлағас, тағы уларға эшкә барырға резюме ебәрҙем. Эшкә саҡырғайнылар, киттем.
– Дисней ҡаласығын күреү – һәр кемдең хыялы…– Эйе, Дисней уорлд – ысын мәғәнәһендә әкиәттәге мөғжизәләр ҡаласығы. Унда американдар ҙа, сит ил ҡунаҡтары ла ғаиләләре менән ял итергә килә. Бөтә нәмә лә балалар өсөн эшләнгән. Ул төрлө тематик зоналарға, илдәргә бүленгән. Аттракциондар, ял итеү урындары, магазиндар, ресторандар тәүлек әйләнәһенә эшләп тора. Поезда, трамвайҙа, атта йөрөргә мөмкин. Дисней уорлдтың инфраструктураһы ла үҫешкән. Юғары класлы отелдәрҙең һәр береһе индивидуаль стилдә төҙөлгән. Унда карнавалдар, фестивалдәр, парадтар, шоуҙар бик күңелле үтә.
– Нимәгә өйрәнеүе ҡыйын булды?– Улар ашаған ризыҡҡа. Сөнки уның тәме юҡ. Американдар бөтә әйберҙе майҙа йөҙҙөрөп, ҡыҙҙырып ашай. Беҙ ашаған йәшелсә-емештәр уларҙа юҡ. Салат әҙерләгәндә майонез йәки ҡаймаҡ түгел, икенсе төрлө соус ҡулланалар. Йәшәй-йәшәй уларҙың аштарына ла өйрәндем.
– Нимәһе һоҡландырҙы?– Американдар ҡунаҡтарҙы йылмайып ҡына ҡаршы ала. Самолеттан килеп төшөү менән шундай ихлас, йылы мөхиткә килеп эләгәһең. Уларҙа беҙҙең кеүек насар юлдар юҡ, бер соҡор күрһәләр, шунда уҡ уны асфальт менән тигеҙләп тә ҡуялар. Ҡалалары таҙа, төҙөк. Отелдәрҙең, ҡунаҡханаларҙың архитектура яғынан ҡыҙыҡлы итеп төҙөлөүе оҡшаны. Эйфель башняһы, пальма, пирамида кеүек төҙөлгәндәре бар. АҠШ-та магазиндарҙа ташламалар күп, халыҡты сифатһыҙ әйбер һатып алдамайҙар. Мәҫәлән, торт алдым да, уны оҡшатманым йәки яртыһын ашаным да, башҡа ашағым килмәй икән, кире алып барып бирә алам.
Халыҡ сәйәхәт итергә ярата. Улар отпусктарында мотлаҡ ял итергә бара. Ҡыш сығырға Майамиға – йылы урынға кеше күп килә. АҠШ-та өй алдында балалар майҙансыҡтары юҡ. Унда улар секцияларға күпләп йөрөй, урамда уйнамайҙар ҙа.
– Ниндәй ҡылыҡтары сәйер күренде?– Американдар һиңә ҡунаҡҡа килә икән, улар үҙҙәрен үҙ өйҙәрендә кеүек хис итә. Рәхәтләнеп йорт эсендә тышта кейгән аяҡ кейемендә йөрөйҙәр, һыуытҡыстан рөхсәтһеҙ әйбер алыуҙары мөмкин. Тыуған көндә ҙур өҫтәл тултырып ризыҡ теҙеп ултыртыу тигән нәмә юҡ. Бер мөйөшкә ҡуяһың да, улар шунан алып ашай, эсә.
Кейенеүҙәре лә оҡшамай. Сит илдә Рәсәй кешеләрен тейешле, зауыҡлы итеп биҙәнә, кейенә белеүҙәренән танып, айырырға мөмкин. Американдар хатта мәҙәни сараларға ла футболка, шортыла йөрөргә һис тә тартынып тормай. Беҙҙең кеүек, уларҙа байрамдар күп түгел, Яңы йылда һәм Рождествола ғына ял итәләр.
– Рәсәйгә мөнәсәбәттәре нисек?– Улар – эгоистар, сит ил кешеләрен өнәп еткермәйҙәр. Украинаны яраталар. Беҙҙең Рәсәйҙе цивилизацияһыҙ, урамдарында айыуҙар йөрөй, эскеселәре күп булған ил тип күҙ алдына килтерәләр. Географияны мәктәптә уҡытыу шул тиклем түбән кимәлдә ҡуйылғандыр инде. Рәсәйҙең ҡайҙа урынлашҡанын да белмәйҙәр. Сит илдәр тарихын да, үҙҙәренекен дә яҡшылап белмәйҙәр. Беҙҙе, башҡорт ҡыҙҙарын, Филиппин ҡыҙҙарына оҡшаталар.
– Эш хаҡтары тураһында һорамай булдыра алмайым…– Эш хаҡтары ла, пособиелар ҙа юғары. Шуға хәйер һорашып ултырыусылар юҡ. Эшһеҙ булһаң да, пособие бара. Пенсиялары бәләкәй булһа, бабай-әбейҙәр сәйәхәт итмәҫ ине. Бәләкәй генә эш хаҡы алһаң да, көн дә ресторанда ашарға, таксиҙа йөрөргә мөмкин.
– АҠШ-та мосолмандар, башҡорт-татар диаспоралары күпме?– Ғәрәптәр күпләп йәшәй. Ҡайһы бер штаттарҙа ислам дине байрамдарын айырым бинала йыйылып, намаҙ уҡып, ҙурлап үткәрәләр. Татарҙар күп. Хатта ниндәйҙер бер штатта институтта татар телен дә өйрәнәләр.
– Сит илдә биш йылға яҡын йәшәйһең. Унда дуҫтарың да күптер инде?..– Кешеләр бер-береһенә ихлас булғас, тиҙ дуҫлашып китәһең. Американдар араһында әхирәттәрем күп.
– Ҡунаҡҡа саҡырманыңмы һуң?– Улар Рәсәй менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, АҠШ-та беҙҙең илдә лә сәйәхәт итерлек матур урындар булыуы тураһында пропаганда юҡ. Шуға саҡырғаным булманы.
– Бөтөнләйгә океан артында ҡалырға теләгең юҡмы?– Эшкә барыуымдың маҡсаты ил гиҙеү, инглиз телен ғәмәлдә ҡулланып ҡарау ине. Миңә ундағы йәшәү рәүеше оҡшай. Әммә ғаиләм, туғандарым менән аралашыу етмәй, һағындыра. Өфөлә тәржемәсе эше табылһа, ҡайтырға әҙермен.
З. ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.