«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Төндө йоҡлап үткәрегеҙ



16.07.2015 Төндө йоҡлап үткәрегеҙ



Иң файҙалы йоҡо – киске сәғәт туғыҙҙан төнгө ун икегә тиклем. Был ваҡытта беҙҙең организм 50 процентҡа элекке хәленә ҡайта.
Ҡояш байығанда, йәғни киске сәғәт биштән һигеҙгә ҡәҙәр һәм ҡояш сыҡҡас, йәғни иртәнге сәғәт туғыҙ менән ун ике араһындағы йоҡо иң зарарлыһы һанала. Был ваҡытта организмда кәрәкле матдәләр алмашыныуы булырға тейеш. Ә йоҡо был процесты тотҡарлай.
Төндә тейешенсә йоҡламау гипертония, аритмия ауырыуҙарына, бөйөр сиренә килтерә. Төндә йоҡламау ғүмерҙе 5 – 10 йылға тиклем ҡыҫҡартыуы ихтимал.
Йоҡо урыны ла мөһим роль уйнай. Диванға, йәйелмәле креслоға ҡарағанда, карауатта йоҡлау файҙалыраҡ. Ә бына ортопедик матрас йоҡлағанда тәндең арығанлығын ала.
Төндө, һис шикһеҙ, йоҡоға бағышлағыҙ. Ә инде кисектергеһеҙ эшегеҙ булһа, һис юғында, өс-дүрт сәғәт йоҡоно киске туғыҙҙан ун икегә тиклем аранан "урларға" тырышығыҙ. Сәләмәт булыу өсөн организмға тәүлегенә ете-һигеҙ сәғәт йоҡо талап ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға