«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эш ҡыуалармы, эш ҡыралармы?



30.11.2010 Эш ҡыуалармы, эш ҡыралармы?

Эш ҡыуалармы, эш ҡыралармы?Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, ти халыҡ. Һуңғы йылдар­ҙа, иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарына ла көрсөк килеп ҡағыл­ғас, быға ҡәҙәре дәүләт предприятиеларында, бюджет ойошмаларында, колхоз-совхоздарҙа хеҙмәт иткән меңәрләгән халыҡ эшһеҙ ҡалды. Бығаса киләсәге өсөн рухи тетрәнеү кисермәй, нисәмә йыл фиҙакәр эшләгән, исеме маҡтау таҡтаһынан төшмәгән байтаҡ кеше, билдәһеҙлеккә ташланғанлыҡтан, баҙап, йә эскегә һалышты, йә, бөтөнләй өмөтө өҙөлөп, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙең еңел юлын тапты – башын элмәккә тыҡты. Бәғзе берәүҙәр тамаҡ аҫрарлыҡ аҡса артынан Себер тарафтарына, Мәскәүгә, башҡа ҡалаларға китеп олаҡты, өсөнсөләр яҙмыштарын алып-һатыу менән бәйләне. Йылғырыраҡ һәм дыуамалыраҡтар үҙҙәренең предприятиеларын асырға баҙнат итте.
Республика статистика идаралығынан алын­ған мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, 2010 йылдың ғинуарына Башҡортостанда 125,5 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Шуларҙың 27,3 меңе – бәләкәй, 400-ө – урта эшҡыуарлыҡ предприятие­һы. 93,2 мең шәхси эшҡыуар һәм 4,6 мең крәҫтиән-фермер хужалығы булған.
РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты ҡурсалау департаменты директоры Андрей Шаров хәбәр итеүенсә, былтыр илдә йәнә 143 мең яңы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ойошторолған. Уларҙың ярҙамы менән 200 мең өҫтәмә эш урыны барлыҡҡа килгән. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына ярҙам итеү маҡсатында, уларға донъя баҙарына юл ярыу­ға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн, Рәсәй хөкүмәте 2 миллиард һум аҡса бүлгән.
Дөйөм алғанда, эштәр шулай, ә урындарҙа хәл нисек һуң? Сөнки йыш ҡына үҙ эшен асыр­ға йөрьәт иткән кешеләрҙән: «Күп һанлы чиновниктар, мең төрлө сәбәптәр табып, аяҡ сала, төрлө кәртәләр ҡуя. Кәрәкле кешеләргә аҡса төртмәйенсә бер нәмә лә эшләп булмай», – тигән фекерҙе ишетергә тура килә.
«Был йәһәттән беҙҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа айырыуса иғтибар бүленә. Бөгөн районда йәшәгән халыҡтың 20 проценты иҡтисадтың ошо тармағында мәшғүл. 2009 йыл күрһәткестәре буйынса, был өлкәлә 6364 кеше эшләй. Һүңғы мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, Мәләүез районында 2749 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Шуларҙың 416-һы – бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеһы, 500-ө сауҙа һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй, 59 крәҫтиән-фермер хужалығы бар, ҡалғандары – шәхси эшҡыуарҙар», – Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вахитов шулай ти. Күрһәткестәр, ысынлап та, һоҡланырлыҡ. Мәгәр ошо һандар араһында айырым кешеләрҙең мәнфәғәттәрен ергә һалып тапаған осраҡтар ҙа юҡ түгел районда. Күптән түгел ошондай бер ғибрәтле хәл тураһында миңә телефон аша бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә эшләүсе «Рәсәй терәге» ойошмаһының Мәләүездәге вәкиле Светлана Хәлфина хәбәр иткәйне. Яңыраҡ Светлана Миңзаһит ҡыҙы әсенеп һөйләгән кешенең үҙе менән яҡындан танышырға форсат тейҙе.
Әхсән Әхмәтгәрәй улы Аҡкучуков Йомағужа районының Кинйәбай ауылында тыуған. Хәҙер ул район булмаған кеүек, Әхсән уҙамандың ауылы ла юҡ инде. Нөгөш һыу һаҡлағысын төҙөгәндә, Кинйәбай, тиҫтәгә яҡын башҡа ауылдар кеүек, һыу аҫтында ҡалған. Ауылдарын һыу йотҡас, унда йәшәгән халыҡ төрлө яҡҡа һибелгән. Әхсәндең ата-әсәһе Бөрйән районының Мәҡсүт ауылына килеп һыйынған.
Бәләкәйҙән урман эшенә ылығып үҫкән Әхсән Әхмәтгәрәй улы, донъялар боларып киткәс, үҙ эшен башларға була һәм Мәләүез районының Первомайский ауылында таҡта ярыу цехы асырға ҡарар итә.
– Был ваҡытта мин, ғаилә ҡороп, ошо ауылда йәшәй инем, – тип башланы һүҙен Әхсән уҙаман, минең аптыраулы ҡарашымды күреп. Ысынлап та, Мәләүездең ни ҡыҫылышы бар Бөрйән кешеһенә, тигәнерәк һорау тыуа биреп ҡуйғайны башта. Шуны һиҙҙе, ахырыһы, әңгәмәсем. – Ун бер йыл ул ваҡытта әлеге район башлығы Малик Вахитов етәкселек иткән «Арыҫлан» совхозының ҡыҙрай бүлексәһендә бригадир, механизатор булып эшләнем. ҡатыным Иззида ла ошо хужалыҡта эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
1996 йылда, хеҙмәтсәндәргә совхоз етәкселеге эш хаҡы түләй алмай башлағас, эргәләге минераль ашламалар заводының ярҙамсыл хужалығына күсергә мәжбүр булдым. Өс йыл буйы унда умартасы булып, бал ҡорттары менән булыштым.
Өс йыл эшләгәс, был эшен дә ҡалдырырға мәжбүр була Әхсән. Сөнки нишләптер завод етәкселәре күстәрҙе Йәрмәкәй районына күсерергә ҡарар итә.
– Миңә лә күстәр менән шунда күсергә тәҡдим иткәйнеләр, бал ҡорттары артынан баҫтырып йөрөп булмай бит, баш тартып, тороп ҡалдым, – ти Әхсән уҙаман.
2005 йылда Первомайский ауыл советына, ҡыҙрайҙа таҡта ярыу цехы асыу өсөн ер биреүҙәрен һорап, ғариза яҙа Аҡкучуков. Берәү ҙә ҡаршы булмай бындай уйына Әхсәндең, теләгең бар икән, рәхим ит. Ғариза яҙыу – бер, иң ҡатмарлыһы – тейешле документтарҙы юллай башлағас.
– Ер алам тип, бер нисә йыл көтөргә тура килә әле. Шунан әллә күпме чиновниктың тупһаһын тапайһың, – тип баш сайҡай Әхсән Әхмәтгәрәй улы. – «Башнефть», «Башгеоло­гия» ойошмаларынан башлайһың да, райондың архитектура, экология, санитар-эпидемиология, электр селтәре, янғынға ҡаршы көрәш, мәҙәниәт бүлектәренең һәр береһенән рөхсәт алаһың. Ошо документтар менән баш ҡалаға бараһың. Сөнки, мин башлағанда, ауыл хужалығына ҡараған ерҙәрҙең статусын сәнәғәт ерҙәре итеп үҙгәртергә рөхсәтте бары тик БР Ер һәм мөлкәт министрлығы ғына бирә ине. Ошоларҙың барыһын да үтеп бөткәнсе аҡылдары зәғиф булғандарҙың дауаханаһына инеп китмәһәң, артабан тағы шул уҡ ойошмаларҙың ишектәрен икенсегә ҡаға башлайһың. Тәүгеһендә рөхсәт биреүҙәрен ялбараһың, икенсеһендә килешеү төҙөү өсөн аяҡтарына йығылаһың.
Ер алыуға ауыл советының фатихаһы булғас, 2007 йылдың 29 ғинуарында Мәләүез районы хакимиәте, ҡыҙрай ауылында таҡта ярыу цехы төҙөү өсөн шәхси эшҡыуар Аҡкучуков һайлаған ерҙең сиктәрен билдәләү актын раҫлау тураһында 96-сы һанлы ҡарар сығара. Был ҡарар өс йыл үҙ көсөнә эйә, тип әйтелә документта. Ә инде 2008 йылдың 29 майында, Ә. Аҡкучуковҡа ер бирергә һәм уның сиктәрен документта күрһәтелгәнсә билдәләргә, тигән 1200-се һанлы ҡарар ҡабул ителә.
2009 йылдың 4 авгусында БР Хөкүмәте рәйесе Р. Сарбаев ҡул ҡуйған 821-Р һанлы ҡарар донъя күрә. Унда, «Рәсәй Федерацияһында ерҙәрҙе бер категориянан икенсе категорияға күсереү тураһында» Федераль закондың 3-сө, 7-се, 15-се статьяларына таянып һәм «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы БР Законының 25.5 статьяһына нигеҙләнеп, 02:37:160701:114 кадастр һаны һуғылған 0,2464 гектар ер биләмәһен, таҡта ярыу цехы урынлаштырыу маҡсатында, ауыл хужалығы еренән сәнәғәт категорияһында булған ерҙәр иҫәбенә күсерергә, ҡарарҙың үтәлеше өсөн яуаплы итеп БР Ер һәм мөлкәт министрлығын һәм Мәләүез районы муниципаль район хакимиәтен билдәләргә, тип әйтелә.
Тейешле документтар юллап йөрөгән арала, Әхсән Аҡкучуков «Арыҫлан» совхозы директоры Д. Ғәбитов үҙ ҡулы менән төртөп күрһәткән һәм үрҙә телгә алынған майҙанда таҡта ярыу цехы төҙөй башлай. Эргәһенә, эшләгән кешеләргә ризыҡланып, ял итеп йөрөү өсөн, бүрәнәнән бәләкәй генә өй ҙә күтәреп өлгөрә.
Өфөнән Хөкүмәт рәйесе ҡул ҡуйған документты тотоп, ҡанатланып ҡыҙрайға ҡайтып төшкән Аҡкучуков саҡ артына ҡоламай. Ни күҙе менән күрһен: уның иңе – 40, буйы 60 метрҙай ус аяһындай ерендә Арыҫлан хужалығы етәкселәре һыйыр фермаһы төҙөп ята, имеш.
Тәбиғи, Әхсән Әхмәтгәрәй улы, килеп тыуған хәлде аңлатыуын һорап, хужалыҡ рәйесенә ашыға. «Һин кем әле ул ҡәҙәре, минән ер талап итеп йөрөргә? – тип ҡаршы ала Аҡкучуковты Данияр Ғаяр улы. – Һин үҙ ке­ҫәңде ҡалынайтыу өсөн пилорама ултыртыр­ға йөрөйһөң, ә мин дәүләт тип тырышам!»
Аҡкучуков, ярҙам һәм хаҡлыҡ эҙләп, район­ға юллана. Ергә хоҡуғы барлығын белдергән документтарын тотоп, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы А. Барановҡа мөрәжәғәт итә ул. «Һин ҡайҙан килдең бында? – Александр Михайлович сәйерһенеп Аҡкучуковҡа ҡарай. – Ә-ә, Бөрйәндәнме? Ана, ҡайт та, Бөрйәнеңдә төҙө пилораманы, йөрөмә бында кеше башын ҡатырып».
Ә хакимиәт башлығы ғәжәпкә ҡалған кеше була, Ғәбитовтың ете быуынына ҡәҙәре тетмәһен тетә. Һуңынан: «Бар, әйт Даниярға, икенсе урындан ер бирһен һиңә», – тип сығарып ебәрә.
Шуныһы ғәжәпләндерә: «Арыҫлан» хужалығы етәкселәре ферманы документһыҙ-ниһеҙ төҙөй башлай. Әле лә уға бер ниндәй ҙә документтар эшләнмәгән. Тимәк, Аҡкучуковтың еренә хужалыҡ етәкселәре законды тупаҫ боҙоп баҫып ингән.
– Әлбиттә, ер бүлергә рөхсәт биргәндә, хужалар минән аҡса өмөт иткәндәрҙер, – ти Әхсән Әхмәтгәрәй улы. – Сөнки Мәләүездә күп нәмә власта ултырған түрәләрҙең «ҡулдарын йылытыу» юлы менән башҡарыла. Ләкин мин уларҙың аппетиттарын баҫырлыҡ малды ҡайҙан алайым? Үҙем эшһеҙ, ҡатыным хаҡлы ялда, бер ул үҫтерәбеҙ, ул да йыш ауырый, беренсе төркөм инвалиды. Хаҡлы рәүештә миңә бүленгән ерҙе даулап, үҙемдең дә һаулыҡ ныҡ ҡаҡшаны, әллә күпме аҡса сарыф ителде.
ҡул ҡаушырып тик ятмай Аҡкучуков, үҙе әйтмешләй. Хаҡлыҡ эҙләп, Рәсәй Президентына ла, РФ Хөкүмәте Рәйесенә лә, үҙебеҙҙең Башҡортостан Республикаһы етәкселәренә лә, прокуратураға ла, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла күп мөрәжәғәт итә. Уның төрлө инстанцияларға яҙған хаттарын, уларға килгән формаль яуаптарҙы күҙҙән үткәргәнсе генә лә байтаҡ ваҡыт үтә.
Тиҫтәләгән ойошмаға хаттар яҙған арала Әхсән Әхмәтгәрәй улы БР буйынса Мә­ләүездең муниципаль милеккә идара итеү идаралығы менән таҡта ярыу цехы урынлаш­ҡан ерҙе 49 йылға ҡуртымға алыу тураһында килешеү ҙә төҙөп өлгөргән һәм 2010 йылдың 15 мартында Милекте дәүләт теркәүе палатаһының Мәләүез филиалында теркәп тә ҡуйған. Был фактты 02-04-12/001/2010-736-сы һанлы документ асыҡ дәлилләй. Уларҙан тыш БР ер һәм мөлкәт министры урынбаҫары Р. Әхмәтвәлиевтың 2010 йылдың 28 апрелендәге РА-521/5558-се һанлы, БР Президен­тының территориялар һәм дәүләт наградалары идаралығы начальнигы Р. Ғәбиҙуллиндың 2010 йылдың 26 октябрендә яҙған 8593/00-се һанлы яуаптары ла бар. Уларҙа, башлыса: РФ Граждандар кодексының 305-се статьяһына ярашлы, ергә хоҡуғы булған кеше, әгәр хоҡуғы боҙолған икән, икенсе яҡтан уны законға ярашлы итеп үҙгәртеүҙе талап итергә тейеш, был осраҡта ер һеҙгә 49 йылға ҡуртымға бирелгән, файҙаланығыҙ, тип әйтелә.
Тик быларҙың барыһына ла урындағы түрәләр төкөрөп бирҙе, ти. Уларҙың үҙ туҡһаны туҡһан, пилорамаңды ал и баста! Улар ферманың алдын уратып алған, Аҡкучуковтың таҡта ярыу цехы кәртә уртаһында тороп ҡалған. Улай ғына ла түгел, таҡта ярыу цехы өҫтөнән, ҡап урта өлөшөнән, электр сымы һуҙып ҡуйыр­ға ла баштары еткән. Электр сымы һуҙылған икән, тимәк, эшләргә рөхсәт ителмәй. Хәүефһеҙлек сараларын тупаҫ боҙоу, тигән һүҙ был.
Аҡкучуковҡа бирелгән ерҙең кадастр паспортын үҙгәртергә лә баҙнат иткәндәр әле. 2009 йылдың 5 ноябрендә бирелгән 02/09/1-408070-сы һанлы тәүге документта ер сиктәре бер төрлө күрһәтелгән. Әхсән Әхмәтгәрәй улы, үҙенең хоҡуҡтарын яҡлағанда, ана шул документҡа таянып эш итә лә инде. 2010 йылдың 27 майында 02/10/1-366169 һаны аҫтында яңы документ донъя күргән. Унда иһә ер сиктәре бөтөнләй икенсе итеп төшөрөлгән. Документтарҙың икеһенә лә РФ «Роснедвижимость» идаралығының Мәләүез филиалы етәксеһе О. Романникова ҡул ҡуйған, зәңгәр буяуға мансылған мисәт тә һуғылған. Айыҡ аҡыл менән уйлаһаң, ҡулъяулыҡ ҙурлыҡ бер ергә ике кадастр паспорты бар икән, уларҙың береһе ялған булып сыға. Тимәк, вазифа биләгән кеше, хужаларға ярар­ға тырышып, бәлки, уларҙың бойороғо буйынсалыр, енәйәт юлына баҫҡан түгелме?
– Мин үҙемдең хоҡуғымды һуңғы һулышыма ҡәҙәре яҡлаясаҡмын, – ти Әхсән Аҡкучуков. – Нишләп әле мин, типһә – тимер өҙөрҙәй ир, үҙемдең күптәнге хыялымдан баш тартырға, урындағы түрәләр теләмәй тип кенә таҡта ярыу цехын асмаҫҡа, ғаиләмде астан үлтермәҫ өсөн аҡса эшләмәҫкә тейеш?! Әле, аҡтыҡ һыйырымды һатып булһа ла, Арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә торам.
Аҙаҡҡы һыйырын да һатыр Әхсән уҙаман, Арбитраж суд, бәлки, уның ергә булған хоҡуҡтарын да раҫлар. Мең һынау аша төҙөргә ирешкән таҡта ярыу цехын да эшкә ебәрә алыр ул. Мәгәр күңел рәнйеү­ҙәре бөтөрмө икән?

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.


Мәләүез районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға