«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Аҡсаның 39 проценты – ашауға



03.07.2015 Аҡсаның 39 проценты – ашауға

Аҡсаның  39  проценты – ашауғаСоциологтар ғаилә бюджетының ҡайҙа тотонолоуын тикшерергә булып киткән дә, илдең алты төбәгендә һорашыуҙар уҙғарған. “Нильсен” (“Nielsen”) маркетинг компанияһы (Американыҡы, төрлө илдәрҙә филиалдары эшләй) белгестәре Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Дондағы Ростов, Екатеринбургта, йәғни миллиондан ашыу халыҡ йәшәүсе ҡалаларҙа эшләгән.
Асыҡланыуынса, кешеләрҙең ризыҡҡа тотонған сығымы артҡан, магазинға ла йышыраҡ йөрөй башлағандар. Мәскәү, Екатерин­бург һәм Новосибирскиҙа йәшәүселәр айлыҡ аҡсаһының 39 – 69 процентын аҙыҡ-түлек һатып алыуға тотона икән. Супермаркеттарға айына ун тапҡыр һәм унан да күберәк баралар. Сағыштырыу өсөн: былтыр бер айҙа һигеҙ тапҡыр ингәндәр.
Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Түбәнге Новгородта халыҡ әллә әҙерәк ашай, әллә һаҡсылыраҡ – уларҙың айлыҡ бюджетынан 17 – 34 процент ҡына ризыҡҡа тотонола. Дөйөм алғанда, кешеләр запасты ике-өс көнлөк итеп ала.
Рәсәй ҡулланыусылар берекмәләренең үҙәк союзы (“Центросоюз”) рәйесе Евгений Кузнецов фекеренсә, аҡсаның ризыҡҡа күберәк тотонолоуы, магазинға йышыраҡ йөрөү кешенең күп ашай башлауын күрһәтмәй, ә хаҡтар артыуын раҫлай. Әгәр элегерәк 1000 һумға алған ризыҡ өс көнгә етһә, хәҙер етмәй һәм ҡабаттан һатып алырға тура килә.
“Агро.ру” сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға