«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәштәр дәртле, йәштәр һынатмаҫ



03.07.2015 Йәштәр дәртле, йәштәр һынатмаҫ

Мораҙым тарлауығы журналистар һабантуйынан “ял итеп” тә өлгөрмәне, уны тағы халыҡ “баҫты”. Йәйен был – ғәҙәти күренеш. Йәштәр көнөндә район егет һәм ҡыҙҙарының тап ошонда йыйылыуы ғәжәп түгел. Байрамға килеүселәр эҫе ҡояш тураһында бөтөнләй иҫкә лә алманы.
2015 йыл юбилей даталарына бай. “Ҡаурый менән яҙылған…” тигән исем аҫтында үткән Йәштәр көнө Әҙәбиәт йылына, Бөйөк Еңеүҙең – 70, Күгәрсен районының 85 йыллығына арналды. Йәштәр барыһын да үҙ итә – спорт һәм ижади ярыштарҙы ла, халыҡ уйындарын һәм аҡыл йәһәтенән һынашыуҙарҙы ла, дәртле дискотеканы ла.
Байрам әҙәбиәттең “алтын быуат”ындағы китап геройҙары сығышы менән асылды. Йәштәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Харис Әбдрәхимов, йәштәр эштәре һәм спорт буйынса бүлек етәксеһе Илнур Сәйфуллин тәбрикләне, “иң-иң”дәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырыуға ҡарамаҫтан, ярыш майҙандары буш торманы: иң көслө көрәшсене сабыр ғына көтөп, тәкә лә күләгәлә ятты, волейбол тубы һауала “дәртле” генә ырғыны, йүгеректәр ҙә берәм-берәм стартҡа баҫты. Бынан тыш та бик күп ярыштан һуң спорт һөйөүсе дүрт ауыл биләмәһе асыҡланды. Улар – Волост­новка, Йомағужа, Мораҡ һәм Теләүембәт йәштәре командалары.
Ғөмүмән, йәштәр фестивале ысын мәғәнәһендә район төбәктәре араһында көс, аҡыл, таһыллыҡ, оҫталыҡ һынашы булды. Һәр ауыл хакимиәте, береһенән-береһе уҙҙырып, аш-һыу, милли костюмдар, әҙәбиәткә арналған театрлаштырылған тамаша әҙерләгәйне. Сит ил әҫәрҙәре геройҙарын да күрҙек, үҙебеҙҙең йәнгә яҡын роман-повестар, әкиәттәрҙе лә хәтерләнек. Яҡташ яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишева геройҙары ла күҙ алдына баҫты. Йәштәр рәхәтләнеп Эйектә һыу инде, Мораҙым тарлауығының иҫ киткес матур тәбиғәтендә ял итте.

Е. НИКОЛАЕВА.

* * *
Стәрлетамаҡта йәштәр байрамы “Ҡала пикнигы” исеме аҫтында үтте. Былтыр тәүге тапҡыр ойошторолған шундай сараны йолаға әйләндерергә һөйләшкәйнеләр. Бында ҡала парктарының, аллеяларының ял өсөн уңайлы мөмкинлеген күрһәтеү төп маҡсат итеп алына. Әлеге байрамда ла халыҡ көндө бик күңелле уҙғарҙы – концерт ҡаранылар, “тере” музыка тыңланылар, хатта оҫталыҡ дәрестәре лә булды.
Көндөң иң көтөп алынған мәле велоуҙыш ине. Уға стартты Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙе иғлан итте.

* * *
Йәштәр көнөн Бәләбәйҙә “Йәштәр сәләмәт тормош өсөн” тигән девиз менән билдәләнеләр. Сара Наркоманияға ҡаршы көрәш көнө менән тура килгәс, сығыштарҙа заман афәтенән алыҫ тороу зарурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Сибай, Белорет ҡалаларында ла, Хәйбулла районында ла наркотиктарға ҡаршы акция үтте. Иң төп урынды спорт ярыштары биләне.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға