29.06.2015 КҮРӘҘӘСЕМЕ ӘЛЛӘ САУҘАГӘРМЕ?
Рәсәй халҡы төрлө күрәҙәсе, тылсым эйәләренә, сихыр ҡайтарыусыларға күренеү өсөн йыл һайын 30 миллиард һум аҡса тотона. “Ул әле ашай!” – тинеләр. Көтөп торабыҙ, бер сәғәт самаһы ашаны. Әҙерләп мәшәҡәтләнде шикелле. Ул тиклем талантлы кеше үҙенә берәй ашнаҡсы яллаһа ла булыр ине инде. Торам һаман көтөп, алдан өс кеше бар, минән һуң да килделәр. Бына шулай башланды Өфөләге бер күрәҙәсенең ишек төбөндә тапанған көнөм. Ныҡ шәп күрәҙәсе, Мысырҙан килгән, имеш, барып күрәйем, алда нимә көтөүен беләйем, тинем инде. Дөрөҫөн генә әйткәндә, күрәҙәселәргә бөтөнләй ышанмайым, был кешене таныштар аша ишетеп, ҡыҙыҡ өсөн, мәҡәләмде яҙырға нигеҙ булһын, тип кенә эҙләп таптым.
Ниһайәт, минең сират етте, теге әҙәм ябай ғына аҡ кейемдә, 40 йәштәр тирәһендә. Ғәрәп кешеһе булыуы ла шундуҡ шик тыуҙырҙы – үзбәк, ахыры. Ярай, быныһы бик мөһим түгел, үттем, ҡаршыһына ултырҙым. Был миңә русса вата-емерә: “Ты христианка, с тобой тяжело будет работать”, – тип аптыратты. Ҡуй инде, христиан динен ҡасан ҡабул иткәнемде лә белмәй ҡалғанмын бит. “Юҡ, мин мосолман, шаһәҙәм әйтелгән, ислам ҡағиҙәләрен дә үтәргә тырышам. Етмәһә, мин – башҡорт, беҙҙекеләр этник мосолман”, – тигән булдым. Ләкин был мине тыңламай, күҙен йомоп, хисләнеп ултыра. Еҫкәнә – ытырғанып киттем. Мысыр тиклем Мысырҙан килгәс, республиканың төрлө райондарында йәшәүсе башҡорттар тышҡы ҡиәфәте менән айырыла икәнлеген уйлап та бирмәгән инде. Мине рус кешеһе тип уйлап, буталды – аңлашылып тора. Шулай ҙа бирешмәне: “Һин күңелең менән христиан кешеһе”, – тине. Күҙен дә асып торманы. Быны, минән христиандар еҫе сыға, тип аңларға кәрәкме икән ни? Ярай, шулай булһын да ҡуйһын тип, ышанғанымды күрһәтер өсөн, ҡалтырап киткән булдым. Күҙен асты. Ҡулымды ҡарай башланы. Шул арала минең быға тиклем дә күрәҙәселәргә мөрәжәғәт иткәнемде, тормошомда юғалтыуҙар булыуын, эшемдең офиста икәнлеген һөйләп ташланы. Һе, әлбиттә, ҡулдар аша кешенең ҡайҙа эшләгәнлеге аңлашылып тора – көрәк менән ҡәләм тотоусыларҙыҡы айырыла, әлбиттә. Бөтөнләй бер кемде лә юғалтмаған әҙәм юҡ, ә инде күрәҙәселәр менән бер ваҡытта ла аралашмаған кеше лә бик һирәктер. Үҙҙәре лә урамда тотоп алып бәйләнә бит. Асыу килә башланы. Шәхси тормошҡа ҡағылған бер нисә һорау бирҙем, яуаптары бик ҡыҙыҡ булды: үҙең теләһәң булыр, әммә һин ныҡ итеп телә. Булмаһа, тимәк, ныҡ теләмәгәнһең. Был һорауға яуапты төшөңдә күрерһең һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, бер аныҡ яуап юҡ, аныҡ һығымта юҡ, ни бәйләнеп тә булмай – баҙарҙа һатып оҫтарып бөткән кеше рәүешендә. Теленең осона сығырлыҡ түгел. Махсус подъезд эргәһендә тороп, башҡаларҙан да һораштым: “Эйе, дөрөҫ әйтте, үткәндәрҙе күрҙе – олатайымдың үлгәнлегенә тиклем белде”, – кеүек мәғәнәһеҙ яуаптар алдым. Ысынлап шаҡ ҡатырғыс хәл: бер ниндәй аныҡ дата юҡ, исем юҡ, һан юҡ, дөйөм һүҙҙәр генә. Ә кешеләр был “күрәҙәсе“гә ышана. Етмәһә, ышанмай ултырғас, был әҙәм мине ҡыуып сығарҙы, ҡарғап та маташты.
Тағы ла шуныһы – тылсым эйәләренең күпселеге аҡсаны һорап алмай, имеш, кеше күпме теләй – шунса бирә. Яҡшы уйлап сығарылған – аҡсаны һорап алмағас, кеше шунда уҡ һине изге итеп күрә башлай. Ләкин берәү ҙә түләмәй сығып китмәй, бит кәмендә 300 – 500 һумын ҡалдыра. Был төптән уйланылған аҡса һурыу юлы ғына. Мин “Мысыр” ҡунағына 3 сәғәттә 10 кешенең килеүенә шаһит булдым, көнө буйы аҡсаны көрәп ала инде.
Миллиард һумдар әйләнә
Тикшеренеүҙәр асыҡлауынса, Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кеше ғүмерендә бер генә тапҡыр ғына булһа ла күрәҙәсе йәки башҡа тылсым эйәһе менән аралашҡан. Аралашҡан һәм аҡсаһын сығарып биргән. Медицинаға бер ҡағылышы ла булмаған дауалау алымдарын ҡулланыу, һөйгән кешеһен ҡайтарыу, берәйһенең юлына аяҡ салыу өсөн илебеҙ халҡы йыл һайын 30 миллиард доллар аҡса тотона. Һәм был сумманы һауанан алмағандар, ул быйыл март аҙағында етди тикшеренеүҙәр ярҙамында асыҡланған. Рәсәйҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың 67 проценты, ә инде ирҙәрҙең 4 проценты даими рәүештә тылсым эйәһе менән аралаша. Етмәһә, ышаныусыларҙың бөтәһе лә тиерлек үҙен йә мосолман, йә христиан тип һанай. Алға киткән Европа илдәрендә, мәҫәлән, төрлө күрәҙәселәргә ышаныусылар юҡ тиерлек. Ләкин унда ла тылсым эйәләре аҡса эшләй ала – уларға Рәсәйҙән килгән иммигранттар бара.
Кеше шул тиклем ялҡау һәм яуапһыҙға әйләнде. Мәҫәлән, берәй ҡатын бер нисек тә ауырға ҡала алмауына зарлана, берәй тылсым эйәһенең адресын, телефон номерын эҙләй. Табиптарға барҙыңмы, үҙебеҙҙең республикала Перинаталь үҙәк бар – шунда булдыңмы тиһәң, йыш ҡына: “Юҡ”, – тигән яуап ишетәһең. Сәс ҡойолһа – күҙ тейгән, егетең ташлаһа – икенсе ҡыҙ сихырлаған, башыңа кирбес төшһә – кисәге сиған ҡатынының ҡарғышы төшкән. Иҫең китер.
Тормоштан алынған бер миҫал, бәлки кемгәлер фәһем булыр:
– Бер егетте үлеп яраттым. Тик ул миңә бөтөнләй ҡараманы, теләһә ниндәй ҡыҙҙар менән осрашып тик йөрөнө. Яратыуым шул тиклем көслө ине, нисек тә булһа үҙемдеке иткем килде. 7 йыл элек 5 мең һум аҡса түләп, русса әйткәндә, “приворот” эшләтеп, кейәүсә сыҡтым. Бөтәһен дә һөйләгем килмәй, әммә егеткә, уңайын табып, “өшкөртөлгән” һыу эсерҙем. Сәсен алып, күрәҙәсегә бирҙем – әллә нимәләр эшләтте. Ысынлап та сихыры көслө булдымы – егет ике аҙна эсендә дуҫлашырға тәҡдим яһаны, өйләнештек. Ләкин шул тиклем бәхетһеҙмен. Ирем мине яратмаған кеүек тойола, уны бер туҡтауһыҙ ҡыҙғанам. Нисектер, тылсым бөтөр ҙә, мине ташлап китер кеүек. Сихырлауым тураһында бер генә минутҡа ла онотҡаным юҡ, һәр көнөм әрнеүҙәр менән үтә. Ысынлап яратмағанын беләм бит. Ғаиләлә тыныс ҡына булмағас, ирем ныҡлап эсә башланы, эшен дә йүнләп алып бара алмай. Балабыҙҙың бер күҙе зәғиф тыуҙы, быға ла мин ғәйепле кеүек. Сихыр тулы ирҙән һау бала тыуамы инде? Үҙемдең тормошомдо ла, уныҡын да боҙҙом. Шул тиклем үкенәм, яуапһыҙ мөхәббәт үтер ҙә китер ине ул. Сабыр итергә кәрәк булған. Сихырлы тип уйлаған кеше менән йәшәү – ҡылған гонаһым өсөн иң ҙур яза.
Айгөл.
Әлбиттә, кешеләрҙең күптәре күрәҙәсегә аптыраған көндән бара, уларҙы төрлө сир, ҡайғы бөгөп һала. Табиптар ярҙам итә алмаған осраҡта, тылсымға булһа ла ышанғы килә башлай. Ләкин иғтибарлап ҡарағыҙ әле: яҡындарығыҙ араһында тылсым ярҙамында дауаланғандар бармы? Юҡ, берәү ҙә юҡ! Күрәҙәсегә барып, хәлен һөйләп, күңелен бушатып, өмөт уянып, ҡанатланып китеүселәр булыуы мөмкин. Ләкин был бит ни бары психологик ярҙам ғына. Бының өсөн яҡшы әхирәтең йәки психолог менән һөйләшеү ҙә етә. Борондан ҡалған эс һылатыу кеүек процедуралар менән бутамағыҙ, бында тылсым юҡ, был – массаж. Эсе төшкән ҡатындарға ауырға ҡалырға ярҙам итеүе ихтимал.
Клиенттарҙы табыр өсөн тағы ла бер хәйлә – лицензия алып эшләүсе тылсым салондары йәки кешеләр. Беҙ бит йондоҙҙарға ғына түгел, документтарға ла ҡарайбыҙ. Кем бирә һуң бындай документты, тип аптырап тормағыҙ, әлбиттә, бер кемгә лә “тылсым эйәһе” тигән таныҡлыҡ тапшырылмай. Лицензиялар ябай ғына, башҡа төр эшҡыуарҙарға бирелгән кеүек үк документ. Дәүләт уларҙы илдең бюджетына һалым түләргә генә бурыслы итә. Сантехника һаттың ни, өшкөртөлгән тоҙ ни – шул бер үк процедура үтеп, документ юллайһың. Шуға ла лицензияһы булған өсөн генә тылсым эйәләренә ышаныу – иҫәрлектең аръяғы. Һауыҡтырыусыларҙың күпселеге медицина буйынса белем алыу түгел, кешенең тән төҙөлөшө тураһында ла бер ниҙә белмәй. Ләкин улар күрһәткән хеҙмәттәр законлы булып сыға – сөнки лицензиялары бар.
Дистанцион ярҙам күрһәтеүсе тылсым эйәләре бар, йәғни интернет аша аҡса күсерәһең дә, тиҙ генә проблемаңды хәл итеп ҡуяһың, имеш. Өфөлә лә күп ундайҙар, интернет аша күҙ тейеүҙе бөтөрөү, мәҫәлән, 500 һум самаһы тора. Әгәр уларға ышаныусылар булмаһа, эшләмәҫтәр ине. Әгәр аҡса күсереп тә, проблема һаман бөтмәй икән, бер ваҡытта ла аҡсаңды кире ала алмаясаҡһың. Сөнки мотлаҡ рәүештә, берәй шартты үтәмәгәнлегең асыҡланасаҡ. Мәҫәлән, ныҡлап теләмәгәнһең йәки күрәҙәсегә ышанмағанһың.
Үҙебеҙҙе мосолман тибеҙ икән, шуны белергә кәрәк: Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бер хәҙисендә билдәләүенсә, күрәҙәсегә, йондоҙ һанаусыға, тылсым ярҙамында дауалаусыға мөрәжәғәт итеүсенең 40 көнгә иманы юғала, 40 көн доғаһы, намаҙы ҡабул булмай. Быныһы – күрәҙәселәргә мөрәжәғәт иткән өсөн генә яза әле. Ә инде уның һүҙҙәренә ышаныу – оло гонаһ. Был – бер кешене Аллаға тиңләү, уның яҙмышыңды, киләсәгеңде үҙгәртә алыуына ышаныу, тип аңларға кәрәк. Ғәфү ителмәҫлек хата. Шуға ла исламда күрәҙәселәр һәм башҡа тылсым эйәләре менән аралашыу ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ кешегә күрәҙәлек итеп аҡса эшләү өсөн дә был донъяла булмаһа, теге донъяла яуап бирергә тура киләсәк. Был донъяла уҡ булыуы ла бик ихтимал, алданған, һаман да сире бөтмәгән, һөйгәне әйләнеп тә ҡарамағандарҙың асыуы яман булыуы мөмкин.
Бер ниндәй ҙа аҡ һәм ҡара тылсым юҡ. Бөтәһе лә гонаһ һәм мәғәнәһеҙлек. Мәҫәлән, берәй ҡыҙ фәлән егетте ҡаратам тип, тылсым юлын һайланы, ти. Бер уйлаһаң, проблема юҡ кеүек – кеше мөхәббәте өсөн көрәшә. Ә егеттең психикаһына тәьҫир итеүҙең эҙемтәләрен кем уйларға тейеш? Баҡтиһәң, беҙҙең Рәсәйҙә һәр биш йөҙ кешегә бер тылсым эйәһе тура килә икән. Илдең әрмеһе алыҫ тора был һандан. Уларға ышанып барыусылар үҙенең генә түгел, яҡындарының да тормошон боҙа.
– Апайым күрәҙәселәргә йөрөргә ярата. Бер тапҡыр иренең дә яҙмышын һорашҡан, ҡайҙа эшләгәнлеген дә әйткән. Еҙнәм электрик ине. Алтын ҡуллы электрик ине тип әйтке килә, беҙҙең йорттағы бөтә мәшәҡәттәрҙе лә үҙ өҫтөнә алды, ҡулы башҡа нәмәләргә лә оҫта булды. Күрәҙәсе еҙнәмде, электр тогынан үләсәк, тип фаразлаған. Апайым, нишләптер, был һүҙҙәрҙе еҙнәмә лә еткергән. Уныһы әллә ни иғтибар итмәһә лә, күңеленә шик төштө. Ләкин бит эшләргә кәрәк, һөнәрен үҙгәртмәне. Беҙҙә бейек кенә урында электр бырауы менән тишек эшләргә кәрәк булғас – саҡырҙыҡ. Ҡыйын ғына эш, баҫҡыста баҫып тороп бырауларға кәрәк. Еҙнәм уңайһыҙ ғына итеп баҫып тора, ҡараһам, ҡулдары ҡалтырай, маңлайы шыбыр тиргә батҡан. Бер ҡулы менән баҫҡысҡа тотоноп тора ине, ҡапыл уның тирләгән бармаҡтары яҙылып китте лә, күҙ асып йомғансы, ергә килеп төштө. Ә эшләп торған электр бырауы уның муйыны аша үтеп сыҡты. Шул минутта кисергәндәремде бер Аллаһы Тәғәлә генә белә. Апайым күңеленә шик һалып, ҡулдарын ҡалтыратып, ирен харап итте. Ҡурҡмаһа, был фажиғә ғүмергә лә булмаҫ ине. Етмәһә, һаман ғәйебен танымай, апайым менән аралашыуҙан да туҡтаным – нервым етмәй. Күрә алмаҫ хәлгә еттем, еҙнәмдең бер минут эсендә яҡты донъя менән хушлашыуы ғүмергә онотолмаҫлыҡ итеп тетрәндерҙе.
Айрат.
Ысынлап та, интуицияһы яҡшы үҫешкән кешеләр бар һәм буласаҡ. Дөрөҫ фаразлағандар ҙа осрай, бик һирәк кенә булһа ла. Ләкин алдағы көндә нимә буласағын алдан белеүҙең ниндәй мәғәнәһе бар һуң? Шул һорауға кем яуап бирә? Бер генә дин дә күрәҙәселәргә барыуҙы өнәмәй, бәхетле йәшәүсе бер генә кеше лә проблемаларын тылсым ярҙамында хәл итмәгән. Кемдең күрәҙәсе менән аралашҡандан һуң ҡыуанып сыҡҡаны бар? Улар кеше күңеленә шик һалып, ҡурҡытып аҡса эшләй. Ниндәй генә бәләгә тарыһаң да, алдыңда ярҙам итерлек ике юл бар – дауахана һәм хәлеңә инеп тыңлаусы, йүнле кәңәш биреүсе ябай кешеләр.
Лилиә СИРАЕВА.