«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мораҙым ҡаялары араһында



27.06.2015 Мораҙым ҡаялары араһында

Республика журналистары йәйге фестивален тәбиғәт ҡосағында уҙғарҙы.

Мораҙым ҡаялары араһындаМораҙым ҡаялары араһындаМораҙым ҡаялары араһында“Журфест” атамаһы бирелгән был йыйын быйыл Күгәрсен районының иҫ киткес матур урынында – “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында үтте. Янында тороп түбәһенә ҡараһаң, кәпәсең төшөп китерлек таш ҡаялар уратып алған иркен майҙан былай ҙа ял итеүселәр менән тулы була, ә был юлы ҡош балаларындай теҙелеп киткән палаткаларҙа республика, район баҫмаларының флагтары елберләп торҙо, ярайһы ҙур ғына тирмәләрҙә матбуғат клубтары эшләне.

“Журфест”тың темаһы БРИКС һәм ШОС илдәренең мәҙәниәтенә бағышланды. Белмәгән-ишетмәгән кеше юҡтыр – 8 – 10 июлдә Өфө тап ошо ойошмаларға ингән дәүләттәрҙән ҡунаҡтар көтә.

Мораҙым тарлауығына туристар ағылғандан-ағыла тигәнде ишет­кән бар ине, әммә бығаса уны барып күрергә тура килмәне. Һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағында үткәргән бер тәүлек шәхсән минең өсөн күңел байрамы булды.

Мораҙым ауылы район үҙәге Мораҡтан бигүк алыҫ та түгел, 25 саҡрымлап барҙыр. Юлда осраған үҙенсәлекле тауҙарға ҡарап бер нисә минут ҡына барҙыҡ та, ауылды саҡ ҡына уҙып, тәғәйен урынға килеп тә туҡтаныҡ. Бында тәүҙә осло башлы ҡунаҡ өйҙәре иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡурсаҡ йорто кеүек төҙөлгән биналарҙа йәй буйына халыҡ йәшәй. Туристарҙың байтағы махсус майҙанда палаткалар ҡороп йәшәүҙе хуп күрә, кемгәлер бөтә уңайлыҡтары булған өйҙәр уңайлы. Барыһы ла күҙ уңында тотоп эшләнгән. Тырышһалар, беҙҙә лә булдыра алалар, тип үҙ алдыбыҙға һөйләнә-һөйләнә, палаткаларыбыҙҙы, башҡа кәрәк-яраҡты йөкмәп, “Йәшлек” флагы елберләгән урынға киттек. Редакциябыҙҙың егеттәре кистән үк китеп, Эйек ярында ғына күләгәлә урынлашып ҡуйғайны инде. Таған аҫылған, утын әҙер (быныһын урындағы хужалар хәстәрләгән). Палат­каларыбыҙҙы ҡорҙоҡ та, йылы ғына, тигеҙ генә ташлы йылғала сайынып, сәй ҡайнатып эсеүгә фестивалдең асылыуы тураһында сәхнәнән көр тауыш ишетелде. Шул яҡҡа республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған журналистар араһында йә һинд кейемендә, йә ҡаҙаҡ, йә үзбәксә кейенгән кешеләр ҙә йүнәлде. Ул да булмай яныбыҙға янып торған ҡап-ҡара күҙле, үҙе лә ҡап-ҡара Гана егете Ричард туҡталып китте. Әһә, былай булғас, сара күңелле башланды, тип уйланым сәхнәнән бәләкәйҙән таныш һинд көйө яңғырап киткәс. Өлкәнерәктәр беләлер, һинд кинолары заманында ныҡ популяр була торғайны бит, клубта халыҡ шығырым тулып, илай-илай ҡарай инек.

Мораҙым ҡаялары араһындаМораҙым ҡаялары араһындаМораҙым ҡаялары араһындаМораҙым ҡаялары араһындаҺиндостан – БРИКС төркөмөнә ингән ил. Иҡтисады йылдам үҫешеүсе Бразилия, Рәсәй, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы менән бергә ошо төркөмгә ҡарай. Июлдәге саммитҡа улар ҙа килә.

Был ил мәҙәниәте менән таныштыр­ғанда, Өфө вуздарында уҡып йөрөүсе Һиндостан студенттары ла сығыш яһаны. Әйткәндәй, Ҡытай, бая үрҙә телгә алған Гана студенттары йыйынға ҡунаҡҡа саҡырылғайны. Һинд көйҙәре туҡтауға сәхнәлә бер-бер артлы беҙҙең менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән башҡа халыҡтарҙың да мәҙәниәте күрһәтелде. Африканың да дәртле көйҙәрен тыңланыҡ. Бына, афарин, журналистар бик оҫта бейей ҙә, йырлай ҙа икән.

Фестивалде тантаналы рәүештә асып ебәреп, рәсми сығыштар тамамланыуға, палаткалы майҙанда таған аҫтындағы төтөн көслөрәк сыға башланы – тәбиғәттә тамаҡ ялғауға етәме! Күгәрсен районының алдан вәғәҙәләгән “һалдат бутҡаһы”н кинәнеп ашаусылар күп булғандыр әле. Яҡташтарым йомарт – ғәм халыҡҡа Ураҙа айы башланыу хөрмәтенән ит тә таратылды. Ҡаҙанға шуны рәтләп һалып, усаҡ утын дөрләтеп ебәреүгә пресс-клуб тирмәһенән журналистарҙы осрашыу-әңгәмәләргә саҡыра башланылар. Ҡәләм тирбәтеүселәргә бәхәсләшергә “Ни өсөн “территориялар маркетингы” тигән терминдың абруйы төшөрөлдө?“ тигән тема тәҡдим ителде. Өфөлә үтәсәк саммиттарға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты вәкилдәре менән аралашырға ла мөмкинлек бирелде. Ә Мәскәү ҡунағы, Рәсәй дәүләт гуманитар университеты һәм Дашкова исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар институты уҡытыусыһы, журналист Владимир Скоробогатьконың оҫталыҡ дәресе гәзит дизайнына арналды. Баш осонда ҡыҙыу ҡояш нур сәскәндә лекция тыңлап оҙаҡ ултырып буламы – халыҡ тиҙерәк йылғаға сумырға теләне, спорт ярыштарына атлыҡты.

Ярыш тигәндәй, беҙҙең “Йәшлек” редакцияһы егеттәре волейбол командаһы туплап, дәртләнеп уйынға сығып китте. Бер нисә сәғәткә һуҙылған турнирҙың аҙағын көтә-көтә көтөк булдыҡ. Өсөнсө урын яулап “ҡайттылар”. Милли уйындарҙың географияһы киңәйгән быйыл. Уныһы шул саммит шауҡымы. “Ҡытай доминоһы”, “Городки”, “Куме алу” (тәңкә алыу, ҡаҙаҡ милли уйыны), “Аркан тартмай” (арҡан тартышыу, ҡырғыҙ уйыны), “Оломон пайга” (яулыҡ алышыу, үзбәк уйыны) кеүек халыҡ ярыштары ҡыҙыҡ булды.

Ә ҡояш һаман аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Эйектең ярын йыуған текә ҡая артына инергә уйлап та бирмәй. Шулай байтаҡ ҡына эҫе нурҙарҙы әрләп, күләгәнән китергә теләмәй саҡ-саҡ кисте еткер­ҙек. Йылға халыҡ менән тулды, үтә саялар ҡаяға ла үрмәләне. Был майҙанда ял итергә бөтә уңайлыҡтар бар. Теләһәң, Эйек һыуын тотон, теләһәң, яҡында ғына насос менән гөрләп эшләгән ҡоҙоҡ һыуын ал. Йорттоң береһен ҡуртым­ға алып торһаң (дүрт кешегә иҫәпләнгәне 2500 һум, хәйер, унда күберәк тә урынлашып була), йылы һыуы ла бар, 60 каналлы телевизор ҙа.

Һәм, ниһайәт, кис еткәс, ярыштарҙа еңеүселәрҙе бүләкләйҙәр, тип спортсы егеттәребеҙ сәхнә яғына китте. Аҙаҡ Күгәрсен таланттары әҙерләгән бай йөкмәткеле концертты ҡарарға юлландыҡ. Айырыуса Ғәзим Ильясов, Нәғим Нуриманов, “Бәйембәт” төркөмө, “Гөрләүек” бейеүселәрен алҡыштарға күмделәр.

“ЕvroАзия”, “Папа К. Band” төркөмдәре музыкаһына “елле” дискотекала кеше тағы ла күбәйеп китте. Ҡояш байыу яғына тәгәрәгәс, майҙанда усаҡтар нығыраҡ дөрләне, ҡайһы бер журналистарҙың дәртле йыр тауыштары хатта сәхнәләге көйҙәрҙән дә уҙҙырҙы. Төнгө тауыштар алыҫҡа яңғыраны. Серәкәй ҙә маҙаһыҙламаны, ҡайһылай ҙа шәп был ерҙәр!
Иртәгәһенә тағы ла мажаралыраҡ ваҡиға көтә, тип бер төркөмөбөҙ палаткаларға иртәрәк инеп яттыҡ. Ошондай күркәм урында бер көн ял итергә форсат һәм рөхсәт биргән Күгәрсен районы хакимиәтенә рәхмәт.

Төндәр ярайһы һыуыҡ икән. Шулай ҙа тәбиғәттә, замана йәштәре әйтмешләй, супер! Таңдары бигерәк тә! Иртә менән Эйеккә йыуынырға төшөп, усаҡ ҡуҙын дөрләтеп, ҡаҙанға бутҡа бешерергә ҡуйғансы, ҡояш тағы күтәрелде. Беҙ мәмерйәгә сәфәргә барабыҙ, тип дәртләнеп торабыҙ. Майҙан бер аҙ бушаны. Кемдер кисә үк ҡайтышты, берәүҙәр беҙҙең кеүек таңдан тороп төйнәнде. Беҙ ҙә палаткаларҙы йыйып машинаға илтеп һалғас, баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Хәмитова, рәссамыбыҙ Рөстәм Илтенбаев һәм мин мәмерйә күрергә киттек. Ошо районда тыуып үҫеп, туғандарымдың байтағы тарлауыҡта бер-икешәр тапҡыр ял итһә лә, үҙем килгәнем юҡ ине. Ни тиклем дә күркәм ерҙәрҙе күрмәй йөрөсәле! Фестивалгә килеүемдең дә төп маҡсаты ошо төбәктәге берәй мәмерйәгә инеп сығыу ине. Берәй тием, сөнки бында мәмерйәләр биш тиҫтәләп. Бәлки, унан да артығыраҡтыр.

Кассала мөләйем апайға 350 һум аҡсабыҙҙы түләп, Эйек күпере аша үтеп, тауға үрмәләнек. Яңы Мораҙым мәмерйәһенә юлыбыҙ. Саҡрым тирәһе атлағанбыҙҙыр. Арыманыҡ та. Әлфиә Солтанғәли ҡыҙы – Бөрйәндән. Уға тауға менеү тигеҙ юлдан атлау менән бер. Рөстәмебеҙ – Өфө егете, йәш кеше ыһ та итмәй эре таштарҙы еңел һикереп кенә үтә. Үҙем иһә һигеҙенсе ҡаттағы редакциябыҙға йәйәү менеп-төшөп йөрөйөм. Маҡтана икән тип уйламағыҙ. Кем мәмерйәгә килергә уйлай, шуларға ишара ғына бирәм. Ғөмүмән, йәйәү йөрөү файҙалы, йәмәғәт. Юлда әллә нисәмә кешене уҙып киттек. Тағы бер кассаға барып, итек, фонарь, каска алдыҡ та, тейешле дәфтәргә хәүефһеҙлек техникаһы менән таныштыҡ, тип имзаны ла ҡуйғас, 15-ләп кеше йыйылғас, мәмерйәгә төшөп киттек.

Беҙҙе оҙатып, әй юҡ, әйҙәп йөрөүсе экскурсоводыбыҙ Самат Юлтин бер шаяртып, бер етди генә итеп, ер аҫты донъяһы менән таныштыра ла башланы. Был турала яҙыу-һөйләү генә етмәй, ә күрер кәрәк! Ул һауаһы, ул һал­ҡынлығы (йылыраҡ кейенеп ба­рырға кәрәк), ул сылтырлап ағып ятҡан шишмәһе (эскәрәк ингәс, эсә торған урыны ла бар), ул сталактиттар, сталагмиттар! Баҫ­ҡыс­тан да төштөк, бау буйлап та, шаптырлатып һыуҙы ла кисеп үттек, сүгәләп тә барҙыҡ бер аҙ, ҡыҫынҡы ғына ерҙән дә сыҡтыҡ. Хатта “Концерт залы” (сәхнәһе, балконы бар) тип аталған бер урында акустиканы тикшереп, йырлашып та ҡараныҡ. Ырым-хөрәфәттәргә ышаныусылар фонарҙарын һүндереп, “Теләк теләү залы”на инеп сыҡты. Бынан тыш та ҡарап иҫ китә торған нәмәләргә күп осраныҡ. Уралдың иң серле мәмерйәләре ошонда инде, тине беҙгә Самат ҡусты. Рәхмәт уға. Юлыбыҙҙы ҡыҙыҡ та, хәүеф­һеҙ ҙә итеп, оҙатып-әйҙәп йөрөгәне өсөн.

Бына шул була икән дә мәмерйә! Барып күрегеҙ әле! Был яҡтар менән ғорурланырға ғына түгел, һаҡларға, шул уҡ ваҡытта танытырға ла кәрәк. Иң мөһиме – ҡәҙерен белергә!

Журналистар фестивалендә ҡатнашып, ошо матур ерҙәрҙе тамаша ҡылғаныма ҡыуанам. Ойоштороу­сылар киләһе йыл да Баш­ҡортостаныбыҙҙың хозур бер төйәген һайлар әле.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға