«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Өфөнөң ҡайһы урынын яратаһығыҙ?



13.06.2015 Өфөнөң ҡайһы урынын яратаһығыҙ?

“Тау башында балҡый бер ҡала…” – тип йырлай торғайныҡ бәләкәй саҡта. Уның ысынлап та балҡыймы, юҡмы икәнендә эш тә булмаған инде. Өфө бит – баш ҡала. Ул һәр яҡлап та күркәм, матур, төҙөк булырға тейеш. Һәм һәр беребеҙ шуға ышанған да. Хәҙер генә ул ҡайһы берәүҙәр күберәк әрләй. Имеш, ҡалала йүнле ял урыны ла, яҡшы юлдар ҙа юҡ һ.б., һ.б. Ә бит күңел күҙең менән баҡһаң, Өфөбөҙҙә матур урындар байтаҡ. Ҡала төҙөкләнмәй, яңырмай, тип әйтеү дөрөҫ түгел.
Баш ҡаланың ҡайһы ерен халыҡ айырыуса үҙ итә икән? Уның тыуған көнө алдынан гәзит уҡыусыларға шул һорауҙы бирҙек.

Эльмира ИШЕКӘЕВА, 10-сы класс уҡыусыһы:
– Тыуған ҡаламда яратырлыҡ, һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ урындар күп ул. Матурлыҡты күрә белергә кәрәк. Мин Өфөбөҙҙөң проспекттарында йөрөргә яратам. Ағиҙел яры буйын, театр­ҙар янын ҡыҙырабыҙ. Парктарында ла күңелле. Бәләкәйерәк саҡта “Күҙәтеү ҡуласаһы”нда бер йәйҙә әллә нисәмә тапҡыр йөрөй инем, хәҙер улар икәү, хет йыл әйләнәһенә шунда мен дә ҡаланы күҙәт, өйрән. Салауат Юлаев һәйкәле тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй – ул бөтәһенең дә иң яратҡан урыны. Мин унда көн һайын барһам да ялҡмайым.

Самат ДӘМИНЕВ, водитель:
– Өфөнөң ҡайһы урамынан ҡала транспорты йөрөй – бөтәһен дә яҡшы беләм. Әлбиттә, руль артында гел генә тирә-йүнде ҡарап йөрөй алмайым, шулай ҙа билдәләрлек күркәм урындар бар. Балаларыма – парктар, аттракциондар, ҡатынға ҙур магазиндар оҡшаһа, үҙемә яңы төҙөлөп ятҡан йорттар янынан үтеүе бер ҡыуаныс. Төҙөлөш бара икән, тимәк, ҡалабыҙ тағы ла ҙурая, замансалаша, тигән һүҙ.
Ғаилә менән яратып ял иткән урыныбыҙ – Дуҫлыҡ монументы эргәһе, шундағы яр буйы. Бәлки, ошо тирәлә йәшәгәнгә шулайҙыр. Кеше күпләп килә торған урындарҙы тағы ла төҙөгөрәк, таҙараҡ итергә, ял өсөн уңайлыҡтар булдырырға кәрәк.

Илдар ВАХИТОВ, технолог:
– Ышанаһығыҙмы, юҡмы, Өфөлә минең иң ярат­ҡан урыным – “Өфө-Арена” боҙ һарайы. Эйе, эйе, мин хоккей көйәрмәне. Миҙгел барышында “Салауат Юлаев” өсөн “ауырырға” ошонда килеп йөрөйөм дә, ғәҙәткә инеп китә, йәйен дә аяҡтар үҙенән-үҙе шул яҡҡа тарта. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, машина менән йыш-йыш үтеп китәм. Рәхә-әт булып ҡала. “Салауат”тарҙың иң яҡшы уйындары иҫкә төшә, еңеүҙәре, ундағы шатланыуҙар күҙ алдына килә. Бына бит ул нисек!

Әлмира ХӨСӘЙЕНОВА, һатыусы:
– Ҡасандыр мәҙәниәт хеҙмәткәре инем, шуғамы икән, ҡалала театр, музейҙар, билдәле кешеләр­ҙең һәйкәлдәре булған урындар бик оҡшай. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, “Нур” татар дәүләт театры ғына ла ни тора. Ҡыҙым, әсәйем менән унда йыш булабыҙ. Мостай Кәрим, Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәлдәре янына ла килеп торабыҙ. Салауат проспектында төҙөлә башлаған мәсет тә әле үк үҙенә тарта. Шундайыраҡ биналар, үҙенсәлекле һәйкәлдәр, фонтандар күберәк булһын ине.

Азалия НИҒМӘТОВА, студент:
– Әгәр мин Өфөгә турист булып килһәм, Салауат һәйкәлен, Ағиҙел яры буйын, лимонарийҙы, “Күҙәтеү ҡуласаһы”н күрмәй китмәҫ инем. Ә үҙем тыуғандан бирле ошонда йәшәгәс, әле иң яратҡан урындарым – “Семья”, “Мир” сауҙа-күңел асыу үҙәктәре. Йәштәр өсөн бик уңайлы урын. Магазиндарында йөрөйһөң, киноға инәһең, интернетта ултыраһың, кафелары, уйын залдары ла бар. Ҡыҫҡаһы, иртән инеп, кис кенә сығырға була. Теләгем: парктарҙы тағы ла ҡыҙығыраҡ итһендәр һәм бик күп фонтан төҙөһөндәр ине.

Артур НИЗАМЕТДИНОВ, кредит инспекторы:
– Өфөлә йылға буйҙарын яратам. Тик унда ял урындары бик шәптән түгел. Әле төҙөкләндереү эштәре бара, унан һуң күпкә матурайыр, өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә уңайлылыҡтар булдырылыр тип уйлайым. Аква-паркта ла күңелле генә ял итеп сыҡҡайныҡ. Матур урындар күп, тик ҡунаҡтарға күрһәтеп маҡтанырлығы Салауат һәйкәле лә ҙур мәсеттәр генә һымаҡ.
Шәхсән үҙем сит ил ҡунаҡтарын иҫ китмәле тәбиғәтле райондарға алып сығыр инем. Баш ҡалабыҙ ғына туристарҙы йәлеп итә алмаҫ, ә бына тауҙарыбыҙ, күлдәребеҙ, урман-шырлыҡтар – эйе, шаҡ ҡатырлыҡ ерҙәр етерлек.

А. ЗИННУРОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға