«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ә беҙҙең ауылда...



16.05.2015 Ә беҙҙең ауылда...

Мөслимә ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВА-МӨХӘММӘТОВА,
Әбйәлил районы:


– Һүҙем – донъяларының ҡотон һаҡлап, өмәләрҙә, мәҙәни сараларҙа, милли байрамдарҙа әүҙем ҡатнашҡан, тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған Әбйәлил райо­нының «Умырзая» фольклор төркөмө хаҡында. Улар Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Еңеү яҙы» тип аталған бай йөкмәткеле, театрлаштырылған концертын Яйҡар ауылында башлап ебәрҙе. Шуныһы ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ: төркөмдә бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә үҙ иңендә татыған тыл һәм хеҙмәт ветерандары, уларға эйәргән йәш килендәр ҙә бар. Уларҙы донъя мәшәҡәттәренән айырып, ауырыу-һыҙланыуҙарын оноттороп, тормоштарына дәрт өҫтәп ойоштороусы Идея Ғәлимова өс өлөштән торған тамаша әҙерләгән. Таҡмаҡтарҙың һүҙҙәрен инәйҙәр менән бергә яҙып, үҙе бейеү, инсценировкаларын уйлап, музыкаль яҡтан биҙәп, сәхнәгә сығарған. Ә инде фольклор өсөн сәхнә костюмдарын исеменә есемен тура килтереп тектереүҙә Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова ҙур ярҙам күрһәткән. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаһа ла, Нурлығаян инәй Мансурованың бер яңылышмай оҙон шиғыр­ҙар һөйләүен, һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуалаған Өмөгөлсөм Әхмәҙиеваның «Ҡайтығыҙ, торналар!», «Етегән шишмә» йырҙарын халыҡ көслө алҡыштарға күмде. Шулай уҡ Люциә Фәррәхова менән Хазина апайҙың өҙә баҫып бейеүе барыһын да һоҡландырҙы. Ағинәйҙәр советы рәйесе Рәйдә Әхмәҙиева һәм ветерандар советы рәйесе Зөһрә Баһауетдинова һуғыш ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшкән ауырлыҡ-михнәтте тамашасы күңеленә барып етерлек итеп сәхнәләштерә алды.
Төркөмдөң иң бәләкәй артисы Ильвира Ғәлимованың «Әбйәлилем» шиғырын һөйләүе лә, бейеүе лә ҙур баһаға лайыҡ. Тамашасы булараҡ, шундай фекергә килдем: «Умырзая» фольклор төркөмөнөң сығышы тыуған илгә оло һөйөү, йәштәр өсөн илһөйәрлек тойғоһо уятыусы тәрбиәүи сара булһа, өлкән быуынды йәшлек хәтирәләренә әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итте. Яҡын-тирәләге ауылдарҙа концерттарын ҡуйып бөткәс, күрше Учалы районына гастролгә сығырға ниәтләйҙәр.

Мәғәфүр ХӘБИБУЛЛИН,
Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл хакимиәте башлығы:


– Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына биш ветеранға торлаҡ сертификаты тапшырылды. Дөйөм алғанда, беҙҙең ауыл хакимиәтенән 41 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йорт һатып алыуға бүленгән аҡсаға документ алды. Байрамға әҙерлек барышында һуғышта һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған стелаларҙы ла яңырттыҡ, ремонт эштәре башҡарылды.
Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы үҫә, яңыра, йәштәр ҙур, матур йорттар һала. Быйыл Йәштәр урамына «зәңгәр яғыулыҡ» үткәрелде. Бында 30-лап йорт буласаҡ. Ауылда эш булмағас, йәштәрҙең күбеһе ситтә эшләй. Былтыр бер эшҡыуарыбыҙ «500 ферма» программаһына ярашлы һөт эшкәртеү цехы асып, алты кешегә эш урыны тәҡдим итте. Урындағы халыҡ үҙ хужалығынан артҡан һөтөн ошо предприятиеға тапшыра, аҡсаһы ваҡытында түләнә. Цех мәктәптәрҙе лә сифатлы һөт менән тәьмин итә, продукцияһы үтемле.
Тырыштар, йүнселдәр һәр саҡ йүнен таба: йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнеүселәр, теплицала йәшелсә үҫтереп һатыусылар ҙа бар. Әле беҙҙә өмәләр ҙә, мәктәп уҡыусылары менән ағас ултыртыу ҙа дәррәү үтте. Халыҡ кәртә-ҡураһының тирә-яғын таҙартыуға яуаплы ҡарай. Ни тиһәң дә, тәртип, таҙалыҡ үҙебеҙҙең өсөн.

Дилара БАЙМӨХӘМӘТОВА,
Бөрйән районы, Әтек мәҙәниәт йорто директоры:


– Бөтә Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә, беҙҙең Әтек ауылы халҡы ла ситтә тороп ҡалманы. Улар байрамға бик ентекле әҙерләнде, өмәләр ойоштороп, ауыл тирәһен таҙартты. Ямғыр яуып, көндәр һыуыҡ торһа ла, байрам кәйефе һүрелмәне, мәҙәниәт йортонда, мәктәптә саралар бик матур үтте. Ветерандар менән осрашыу, ауыл буйлап «Үлемһеҙ полк» акцияһы, митинг һәм венок һалыу, «Дан йырлайбыҙ һеҙгә, ветерандар!» исемле байрам концерты бик сағыу булды. Ә бигерәк тә иҫтә ҡалырлығы – Еңеүҙең 70 йыллығына, әруахтар рухына бағышлап изге эш башҡарылды – ауылыбыҙҙың шәхси эшҡыуары, һәр байрамыбыҙҙың бағыусыһы Альберт Баймөхәмәтов 70 төп шыршы һатып алып, мәктәп, ауыл халҡы менән берлектә Еңеү паркы булдырҙы. Былай ҙа матур ауылыбыҙ тағы ла күркәмләнеп китте. Альберт Фитрат улына ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Был аҙнала беҙгә Әбйәлил, Туймазы, Бөрйән райондарынан шылтыратып, ауыл яңылыҡтары менән таныштыр­ҙылар. Ә һеҙҙә ниндәй хәбәрҙәр бар? Шылты­ра­тығыҙ, “Йәшлек”тең дежур телефоны –
8-965-923-20-00. Шулай уҡ яңылыҡтарығыҙҙы гәзитебеҙҙең электрон адресына (yе02@yandex.ru) йәки “Бәйләнештә” сайтындағы гәзит битенә көтәбеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға