«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Баллы перәник



15.05.2015 Баллы перәник

Баллы перәник600 г он, 270 г бал, 100 г һөт, 2 йомортҡа, 3 ҡа­лаҡ аҡ май, 1 балғалаҡ тарт­тырыл­ған дәрсен (корица), ярты балғалаҡ тарттырылған ҡәнәфер, ярты балғалаҡ сода, 150 г миндаль сәтләүеге, өҫтөн буяр өсөн тағы ла 1 йомортҡа.
Һөт менән майҙы йы­лы­тыр­ға (әммә ҡайнамаһын), уттан алып, бал ҡушып, яҡшылап туғырға һәм һыуытырға. Йо­мортҡа, тәмләткестәр, сода, он һалып, ҡамыр баҫырға. Йә­йеп, перәник формаһында ҡырҡыр­ға. Майлы табаға теҙеп, өҫтөнә йомортҡа һылап сығырға. Сәтләүекте ваҡлап, перәниктәрҙең өҫтөнә һибергә һәм мейескә ҡуйырға. Ҡыҙыулығы 200 – 210 градус самаһы мейестә тәмлекәстәр 25 – 30 минутта әҙер була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға