«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Аҫҡаҡтар* алынманы…



15.05.2015 Аҫҡаҡтар* алынманы…

Аҫҡаҡтар* алынманы…Был хәл бала саҡта булды. Беҙ, йомро башлы малай­ҙар, ауылдың йәшел урамында көндәгесә уйын ҡорабыҙ ҙа, шуның менән сыр-сыу киләбеҙ. Уйыныбыҙ бик ҡыҙыҡлы, әммә ауыл­ға арбалы ат ингәнен күрмәй ҡалманыҡ. Бер нисә малай, уйынды ташлап, ат артынан йүгерҙек. Арбала ике ир ултырып алған. Күренеп тора: сырайҙары һытыҡ. Беҙҙең ауылға «төп» ауылдан (колхоз үҙәге) йөрөй башланылар. Колхозды ҡушҡас, ауылыбыҙҙа кешегә эш кәмене. Мал башҡа фермаларға күсерелде. Улар менән ҡайһы бер ағайҙар ҙа ситтә эшләй башланы. Ә был килеүселәр кемгәлер эш ҡушмаҡсы, йә башҡа йомоштары барҙыр. Вәзих тигәне, ул етәкселер, моғайын, арбанан һикереп төшөп, йәшкелт брезент курткаһын ҡаҡты, унан ҡуныслы резина итеге менән шарт-шорт баҫып, беҙгә яҡынланы. Унан ҡурҡып ҡалдыҡ. Ул: «Эй, малайҙар! Атай-әсәйҙәрегеҙҙе саҡырығыҙ!» – тип ҡысҡырҙы.
Беҙ бойороҡҡа ҡаршы килмәй, ауыл өйҙәренә йүгерҙек. Үҙебеҙҙе шом баҫҡан. Был уҫал кеше нимә теләй икән?
Ауыл клубы янына бисә-сәсә, ҡарттар һәм беҙ, бала-саға, йыйылып киттек. Шаян апайҙар: «Көпә-көндөҙ ни тип саҡыртыу ул. Кино ла килтереп ҡуя алмайҙар. Беҙҙе бөтөнләй һанға һуҡмайҙар», – тип уйынлы-ысынлы һүҙ башлағанда, Вәзих ағай телгә килде. Йыйылған халыҡ алдында ҡарлыҡҡан тауыш менән: «Иртәгә ауылдың кәзәләрен йыябыҙ. Ана, кәртәгеҙ буш тора, шунда килтерерһегеҙ!» – тип екер­ҙе. Ферма бушап ҡалғайны шул. Был яңылыҡ халыҡтың башына һуйыл менән һуҡҡандай булды. Кешеләр бер аҙға өнһөҙ ҡалды, аҙаҡ иҫкә килеп, шаулашырға, унан ярһып теге иргә ҡаршы килә башланылар. Ул тағы: «Һеҙ бында кәзә тотоп, шәл бәйләп кәсеп итеп ятмағыҙ әле! Совет власы ундай­ҙар­ға юл ҡуймай. Бойороҡто үтәмәһәгеҙ, төрмәгә лә ябылыр­һығыҙ!» – тип аҡырҙы. Төрмә һүҙе бисә-сәсәне ҡурҡытты. Улар шыма төштө. Ә теге икәү үҙ юлы менән китте.
Халыҡ байтаҡ шаулашты. Нисек итеп, күҙ ҡараһы кеүек аҫраған малыңды тотоп биреп ебәр? Ә нисек йәшәргә? Күптәрҙе кәзә, шәл туйҙыра бит.
Хәҙисә инәй генә был хәлдән юғалып ҡалманы.
– Улар бит күптән беҙҙе таларға теләй ине, бына килделәр. Тоҡомға берәр кәзә алып ҡалырға кәрәк. Юғиһә кәсебебеҙ юғаласаҡ, – тине. Халыҡ бер һүҙгә килеп, яҙмыштан уҙмыш юҡ тип, таралышты.
Кис мал ҡайтҡас, теге ике ир ауылдағы бер нисә активист менән өй беренсә йөрөп, кәзәләрҙең һанын яҙып сыҡты. Әсәй бер оло кәзәһен ике бәрәсе менән баҙға төшөрткәйне инде. Ул: «Тоҡомға булыр, кәзәбеҙҙең дебете яҡшы. Хөкүмәт ҡушмай бит ундай эш менән булышырға», – тип беҙҙең алда аҡланды.
Өкөл таш артынан ҡояш ҡалҡҡан мәлдә теге ике ир беҙҙең дөйөм кәртәгә килеп, хужаларса ҡыла­ныр­ға тотондо. Береһе хужалыҡтың өйөн асып, өҫтәл янына ултырҙы ла, рәхәтләнеп тәмәке төтәтте.
Ҡояшлы йәйге иртәлә ауылдаштар бер-бер артлы кәзәләрен кил­тер­ҙе. Күрше Әхмәтйән ҡарт та кәртә эсенә малын ҡыуҙы. «Әбейҙең күҙе насарланды, инде шәл менән ултыра алмаҫ», – тине.
Арғы остан Фазлый ағай ҙа кәзәләрен йәһәтләп ҡыуып килтерҙе лә, ҡағыҙға теркәтеп, ҡайтыу яғына ынтылды. Беҙ, малайҙар, уның ҡылығын аңламаныҡ. Башҡа ваҡытта ул беҙҙең менән шаярырға ярата ине. Ә бөгөн иғтибар ҙа итмәй, китеү яғын ҡараны.
Малдарҙы ҡабул итеүсе ир янына йүгерекләп әле һылыу йөҙөнә һыр ятмаған тол ҡатын, ике бала әсәһе Ҡәҙриә еңгә килеп: «Ҡоҙа, аҫҡаҡ (аҫҡаҡ, арыҡ – авт.) кәзәне килтерергәме?» – тип һорау бирҙе. Теге уҫал ир һылыу ҡатын алдында йомшара төштө һәм: «Туҡтап тор, һуңынан ҡарарбыҙ!» – тип ыңғай яуапланы. Ошо хәлдән һуң аҫҡаҡ кәзәләр күбәйеп китте. Уныһы килеп, кәзәнең береһе аҫҡаҡ, тине, икенсеһе килеп, берәүһе аяғын имгәткән, баҫа алмағас, ҡалдырып киттем, тип аҡланды. Ҡапҡа төбөндә мал ҡабул итеүсе Вәзих ағайҙың да күңеле күтәрелә төшкәйне был ваҡытта. Кисә кис ҡағыҙға теркәлгән мал кәртәлә тора бит инде. Ул өй эсендә яҙышып ултырған иптәшенә көр тауыш менән: «Ишмырҙа ҡустым! Аҫҡаҡтар алынманы, тип яҙ», – тине.
Беҙ, малайҙар, ҡырҙан өлкән­дәр­ҙең эшен күҙәтәбеҙ. Әгәр берәү килеп: «Эй, малайҙар! Һеҙҙең ваҡ мал көтөүендә аҫҡаҡ кәзә бармы?» – тип һораһа, беҙ: «Юҡ», – тиер инек. Ысынлап та, юҡ. Беҙҙең ауыл кәзәләрен иртә яҙҙан, йәғни ҡар ирей башлаған мәлдә, тауға сығаралар ҙа, шунда ҡала бирәләр. Кәзәнең йылғырлығын, таштан-ташҡа һикереп уйнауын йыш күҙәтәбеҙ. Беҙҙә ул ҡәҙерле мал. Дебет тә, һөт тә бирә, кәрәк икән, һуйып та ашарға була. Шулай, ауылда йәшәп, кәзә лә тотма, имеш. Әммә ул саҡтағы беҙҙең етәкселәргә шәл бәйләү һәм башҡа шөғөл бик оҡшаманы. Шуға ла был ике кеше үҙәк ауылдан килеп, тырышып йөрөй ҙә инде.
Бына Миңлеямал ҡарсыҡ туҡал ҡарт кәзәһен епкә алып, ҡалғандарын эйәртеп, кәртә алдына килеп баҫты. Бөтә халыҡ әбейгә ҡарап ҡатты. Бөтә ауыл тыныс ҡына малын тапшырғанда, уның өндәшмәй ҡалмаҫын беләләр. Ул: «Энекәш, һин бында глауныймы?» – тип ҡабул итеүсегә өндәште. Теге: «Эйе», – тип баш ҡаҡҡас, әбей һүҙен дауам итте: «Мин һиңә күҙ ҡараһылай күргән малымды биреп ебәрәм, ә үҙемә, ейән-ейәнсәрҙәргә нисек йәшәргә? Ун ике һум пенсияны нисек еткерергә? Ойоҡбаш, бейәләй, шәл бәйләмә, тиһең инде? Мин һинең шикелле, Һаҡмарҙан балыҡ тотоп, кәсеп итә алмайым бит… Ал кәзәләремде! Тығылып кит!» – тип әбей ҡайтып китте. Артынан Вәзих ағай ҡысҡырып ҡалды: «Ҡушалар бит, апай! Ҡушалар! Мин ни эшләй алам! Бойороҡ үтәлергә тейеш тә».
Көн төшкә еткәндә мал йыйыу тамамланды. Ауылдың кәзә көтөүе, ана, кәртәлә тора. Вәзих ағай иптәшенә ҡайҙалыр барып килергә ҡушты. Уныһы тәм-том, шешәләр менән килгәс, кәзәләрҙе оло юл яғына ҡыуырға тотондолар. Уларға ярҙамсы булып, ауылдан ике кеше ялланды. Беҙ, малайҙар, көтөү артынан Һаҡмар кисеүенә тиклем оҙатып барҙыҡ. Күңелебеҙ бойоҡ. Тыуған илдә үҙ файҙаңа йәшәү ҡәтғи тыйылған саҡ ине шул.

Зиннәтулла ЭЛЕКБАЕВ.
Ырымбур өлкәһе,
Медногорск ҡалаһы.

P.S. Ейәнсура, Ырымбур яҡтарында аҫҡаҡ һүҙе ерле һөйләш телен­дә ҡулланыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға