01.05.2015 Башҡорт Википедияһы ҡунаҡ йыйҙы
Күптән түгел Башҡорт Википедияһы үҙенең ун йыллығына Башҡорт викиһабантуйына йыйҙы. Уның сиктәрендә «Викимедиа РУ» Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә «Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрҙе. Уның эшендә Израиль, Эстония, Ҡаҙағстан, Тыва, Украина, Татарстан, Удмуртия, Алжирҙан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.
«Башинформ» агентлығында үткән конференцияла Башҡорт Википедияһының төбәк телдәре бүлектәренең әүҙем ағзалары үҙҙәренең проекттары тураһында һөйләне. Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нуриев әйтеүенсә, форумдың маҡсаты – Башҡортостанды донъяға танытыу, ә республика йәмәғәтселегенә төрлө милләтле кешеләр ҡатнашҡан Википедия кеүек донъя күләмендәге проектты күрһәтеү. Улар үҙ теләге менән бөтә кешелек өсөн мәғлүмәт сығанағын булдырыу өҫтөндә эшләй.
Энциклопедик проекттарҙы үҫтереүҙе «Викимедиа РУ» ойоштора. Ул интернет- энциклопедияның бәләкәй бүлектәренә ярҙам итә. Етәксеһе Владимир Медейко билдәләүенсә, Башҡорт Википедияһы халыҡ-ара энциклопедик майҙансыҡта әүҙем тулыландырылып торған һәм хәҙер камиллаша барған бүлектәрҙең береһе һанала. Проекттар үҫешһен өсөн унда әүҙем яҙышыусы авторҙар ҙа күп булырға тейеш.
Википедияның халыҡ-ара фондының тел комитеты ағзаһы Әмир Аарони әйтеүенсә, телде, мәҙәниәтте үҫтереү маҡсатынан яңы булдырылған интернет-ресурс танылһын, туҡтауһыҙ яңырып торһон, унан мәғлүмәт алыусылар ҙа күбәйһен өсөн әүҙем кешеләр булыуы кәрәк. 288 телдә булған энциклопедия өсөн был – тәү шарт. Википедияның башҡорт бүлеге администраторы Зөфәр Сәлихов һүҙҙәренсә, мәҫәлән, мәҡәләләр яҙыу буйынса конкурс үткәргәс, яңы авторҙар, мөхәррирҙәр тағы ла күбәйгән.
Википедия бүлексәләренең сит төбәктәрҙән килгән етәкселәре үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Матбуғат конференцияһында Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренең эшмәкәрлеген яҡтыртҡан журналистар һәм редакциялар бүләкләнде. Улар араһында «Йәшлек» гәзите лә бар.
З. ЙӘҺҮҘИНА.