24.04.2015
«МӘРЙЕН КҮҘҘӘР МӨЛДӨРӘП ҠАРАП ТОРҒАНДА, АШАРҒАМЫ ИКӘН?»
Белешмә
u Тыуған ере: Әбйәлил районының Ташбулат ауылы.
u Тыуған көнө һәм йондоҙнамәһе: 12 февраль, Һыуғояр.
u Яратҡан төҫө: ҡыҙыл.
u Яратҡан аш-һыуы: бишбармаҡ.
u Яратҡан шөғөлө: балыҡ ҡармаҡлау.
u Яратҡан йырсыһы: опера йырсылары һәм халыҡ йырсыларынан Абдулла Солтанов.
u Белеме: юғары.
Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында 28 апрелдә соло концертын ойоштормаҡсы. Хәйер, соло концерты ғына ла түгел, филармония эсендә өр-яңынан тупланған “Сармат” төркөмөнөң презентацияһы ла буласаҡ ул. Ошоға ҡағылышлы әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Илдә, донъяла көрсөк тип, күңелһеҙләнеп ултырмайыҡ. Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтовтың ижади журналының киләһе битен дә бергәләп асайыҡ әле, дуҫтарым…
Уң яҡ балаҡ нәскиҙә…Радикка иң ауыры – концерт мәлендә кейем алмаштырыу. Шуның менән күпме тапҡыр ғәҙәти булмаған ҡиәфәттә сәхнәгә сығырға ла тура килә үҙенә. Бер концертта ҡабалан ғына өҫ кейемен алмаштыра башлай. Пинжәген кейә лә, абына-һөрлөгә туфлиҙарын эләктерә-эләктерә сәхнәгә килеп сыға. Етди йыр башҡарырға кәрәк. Халыҡ рәхәтләнеп көлә, сәхнәләге музыканттар ҙа, аҫҡа ымлап, көлә. Бынағайыш, ни булған? Башта эштең ниҙә икәнен аңлап етмәй, һуңынан ғына ымланған яҡҡа ҡарап, ойоҡбашы эсендә уҡмашҡан балағын күреп ҡала. Ярай әле туфлиҙары дөрөҫ кейелгән! Шундай уҡ хәл Әбйәлил районының Амангилде ауылында ла була. Был юлы инде халыҡ тәгәрәп ятып көлә, хатта музыканттар ҙа яңғыраған моңһоу көйгә күңелле ноталар өҫтәгәндәй. Баҡтиһәң, йырсыбыҙ ап-аҡ күлдәген салбарына ипләп, төймәһен генә эләктергән булған икән. Ҡап-ҡара костюмынан ағарып күлдәгенең осо һәлберәп тороуын хатта күҙҙәре насар күргән кеше лә шундуҡ аңғарыр ине, моғайын. Әлеге төркөмө менән дә Радик шундайыраҡ хәлдәргә тарырмы-юҡмы – әйтеүе ҡыйын.
Әммә төркөмдөң брендлы костюмы булырға тейеш, тигән уйҙа ул.
Аҡ баян еңел, ҡараһы ауыр…Элегерәк музыка ҡоралдары ла шундайыраҡ булғандыр инде. Синтезаторға яҙҙыраһың да, тегеһенең хәтер һандығы тулһа, теләһә нимә эшлә! Шуға баянсы егеткә ике сәғәтлек концерт барышында ауыр ҡара баянын күтәреп торорға тура киләсәген уйлап, еңел генә ап-аҡ баянын да Сибайға алып бара. Уныһы “учебный” инде, уҡыу еренән алынған, икенсенән, сәхнәнән дә ғәләмәт шәп күренәсәк! Ялтырап тора! Шулай барыһы ла егеттәр теләгәнсә генә бара, Радик оҙон йырын башлап ебәрә, баян да шәп кенә. Тик икенсе куплеты башланыр алдынан музыка шып туҡтай ҙа ҡуя, Радик көтә-көтә лә, үҙе генә йырын дауам итә. Артына әйләнеп ҡараһа, баянсының күҙҙәре шарҙай, ялтырап торған ап-аҡ баянын һелкетеп-һелкетеп ҡарай, тегеһе боҙҙай ҡатҡан, баҡтиһәң, эстән баян телдәре елеменән ысҡынып сыҡҡан да, ни тегеләй, ни былай китмәй туҡтап ҡалған, имеш. Ярай әле баянсы ла аптырап ҡалмай, сәхнә артына юрттырып ҡына сығып, ауыр булһа ла, үҙенең баянын алып инә.
Әйткәндәй, бына шуның ише техник проблемаларҙы кисектерә белеү ҙә ҙур һөнәр. Әммә “Сармат”тарға был янамай, сөнки тере тауыш, тере музыкаға ғына ҡоролған уларҙың тамашаһы. Әгәр ҙә мәгәр музыканттарҙың, исмаһам, берәүһе генә сәхнәгә сыҡмаһа, концерт булмауы ла бик мөмкин! Ә бына музыка ҡоралының емерелеп ҡуйыу-ҡуймауын алдан береһе лә әйтә алмай… Ысынында иһә аппаратура мәсьәләһе төп мәсьәләләрҙән шул. Яңыртып алыу кәрәк тә бит… “Сармат”тарҙың ижади емештәре халыҡты ҡыуандыра башлау менән етәкселәре лә битараф ҡалмаҫ, тип ышанғы килә. Кем белә, бәлки, тамашасы фанаттары араһында ла кеҫәһе ҡалыныраҡ ярҙам итергә әҙер кешеләр табылыр?
Сый-сый сысҡандар ҡойола…Элегерәк ауылға концерт килһә, халыҡ алдан уҡ өсәр-дүртәр артисты бүлешеп ала, ашата, мунсаһын да әҙерләп ҡуя, ҡундыра торған ғәҙәт бар ине. Шулай, әле башланғыс йырсы ғына мәлендә Радикка ла билдәле артистар менән Белорет районының Уҫманғәле ауылына концерт менән барырға тура килә. Фатирға төшәләр, барыһы ла тейешенсә, хужаларҙың ихласлығы, тәмле аш һ.б. Иртәнсәк тәмле итеп бешерелгән картуф еҫе Радиктың танауын ҡытыҡлап уята. Ҡунаҡтар тороуға өҫтәлдең ҡап уртаһына мул ғына итеп бешерелгән картуф менән елле генә мискә лә ҡунаҡлаған. Өҫтәл артына ултырышып, тәмләп тороп ризыҡты ашарға керешкәс, сыйылдаған тауыштар ишетелеп ҡала. Түбәнән тупраҡ ҡойолоп, әлеге картуфҡа биҙәүҙәр һала, күп тә үтмәй, артынан бәләкәй генә сысҡан балаһы мискәнең ҡап уртаһына килеп төшә, эҫегә сыҙамай, әсе итеп сыйнап ебәрә. Артынан икенсеһе туп итеп төшә лә, ҡап-ҡара ғына төймәләй күҙҙәре менән мөлдөрәп теҙелеп ултырған ҡунаҡтарға төбәлә, уныһы ла эҫене аңғарып ҡалалыр, тәүгеһенән дә әсерәк сыйнап ебәрә. Тамаҡ ҡайғыһы китә быларҙа, китә ҡаңғырыш… Шул хәлдән ун биш йыллап ваҡыт үткәс, йәнә ошо ауылға концерт менән барырға тура килә. Инде өйрәнсек йырсы егет булып түгел, олпат, етди йырсы булараҡ. Тағы йорттарға бүлешкәс, шул ваҡиғаны иҫенә төшөргәс, әлеге йорт хужалары ла ул хәлде яҡшы хәтерләй булып сыға. Баҡтиһәң, теге саҡтағы йорт хужалары икән. Көлөшөп алырға бер һылтау була быларға.
Хәҙер генә артистарҙы сәхнәлә күрәһең дә, бөттө! Машиналары ла бына тигән, тейәлә лә килеп төшә, ҡасан йыйынып, ҡайтып киткәнен аңғармай ҙа ҡалаһың.
Әйткәндәй, конкурс!
Әйтеп ҡарағыҙ әле, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, Радик ниндәй машинала йөрөй? Әгәр ҙә мәгәр дөрөҫ яуап биреүсе табылһа, уға буласаҡ концертҡа саҡырыу ҡағыҙы ла эләгәсәк. Бының өсөн яуапты lyc888iya@mail.ru электрон адресына, “Радикка яуап” тип исемләп, үҙегеҙҙең исем-шәрифегеҙҙе, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы күрһәтеп ебәреүегеҙ һорала.