10.04.2015
Башҡортостан киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа!
Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарында уҡыусы студенттарҙың һәм аспиранттарҙың ассоциацияһы “Арбат” мәҙәниәт үҙәгендә биш йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны.
Республикабыҙҙан ситтә, илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта өс меңгә яҡын егет һәм ҡыҙ белем ала. Киләсәктә улар тыуған төбәктәренең кадрҙар ҡеүәтен арттырыусы, яңы идеялар, проекттар, матур ғәмәлдәр менән байытыусы көс булырмы? Уларҙың араһында бармаҡ менән генә һанарлыҡ, һирәк осрай торған һөнәр эйәләре әҙерләнеүе менән дә ғорурлана алабыҙ бөгөн. Оло ҡалаларҙы яулаусы, белемгә ынтылыусы йәштәребеҙҙең әүҙемлеге, хатта үҙҙәренең ассоциацияһын төҙөп, төрлө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле саралар үткәреүҙәре лә билдәле.
▼
Ҡунаҡ әҙ ултырыр – күп һынар, тиҙәр. Әтек ауылы халҡының үҙ телмәрендә бик ҡыҙыҡлы һүҙ ҡулланғанын асыҡланыҡ. Ғәҙәттә 1,5 йәки ярты литрлы пластмасса шешәне башҡа яҡтарҙа “полторашка” йәки “Пепси-кола шешәһе” тиһәләр, бында уны “ҡупылдаҡ” тиҙәр. Һыуытҡыстан йәки ҡышҡыһын тыштан индергәндә йәмшәйгән урыны яҙылып, “ҡуп!” тигән тауыш сығарғанға күрә шулай тип әйтәләр икән.
Мәскәү һынлы Мәскәүҙә, оло маҡсаттар ҡуйып, заман ағышын тойоп, ата-әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй белем алған егет һәм ҡыҙҙарға “афарин”дан башҡа ни әйтәһең? Ниндәй ынтылыш һәм хыялдар менән йәшәй студенттар, тыуған яҡтарын, яҡындарын һағыныу тойғоһон улар нисек еңә, телгә алырлыҡ, яҡташтарын һөйөндөрөрлөк ниндәй уңыштары бар икән? Әйҙәгеҙ, үҙҙәренән һорайыҡ.
Артур БУРАНҒОЛОВ, Санкт-Петербургтағы П. Ф. Лесгафт исемендәге Милли дәүләт университеты студенты: – Өфө ҡалаһында Спорт һарайына бик яҡын йәшәүем яҙмышымда һынылыш яһағандыр. Ғәжәп, тирә-яғымда спорт менән бәйле кешеләр ифрат күп булды. Күршеләрем – хоккейсы, мәктәптә – волейболсылар, футболсылар. Атайым – саңғысы, теннисты ла бик ярата. Миңә лә уларҙың “сире” йоҡто, үҙемде спорттың ниндәй генә төрөндә һынап ҡараманым – хоккей, йөҙөү, саңғы, әммә баскетболда туҡталдым. Спорт класында уҡыған осорҙо шул тиклем һағынам, их, шул көндәрҙең береһен булһа ла кире ҡайтарып булһа икән, тип хыялланам. Нисек берҙәм, дуҫ, бер ғаиләләй йәшәүебеҙ әле лә күҙ алдымда.
Башҡортостан дәүләт педагогия университетында уҡығанда үҙемә яңы дуҫтар, фекерҙәштәр таптым. Мине П.Ф. Лесгафт исемендәге Милли дәүләт университетына, донъялағы иң боронғо физкультура-белем биреү уҡыу йортона уҡырға саҡырғас, нисек ҡыуанғанымды белһәгеҙ ине! Ҙур ҡала, үҙаллы тормош, өр-яңы тәьҫораттар, дуҫтар…
Ваҡыт ағышын туҡтатырлыҡ та, ҡыуып етерлек тә көс юҡ. Ошонда өс йыл уҡыуым һиҙҙермәй генә үтеп тә киткән. Танылған ғалимдар, профессорҙар менән аралашыу мөмкинлеге биргән яҙмышыма рәхмәтлемен. А. Крестовников исемендәге стипендияға лайыҡ булдым. Көтмәгәндә журналистика үҙенә ылыҡтырҙы. Әле урындағы телеканалдарҙың береһендә практика үтәм. Кем белә, бәлки, ошо башҡа мауығыуҙарымды еңер…
Өфөнө шул тиклем һағынам. Яҡындарыңдан, атай-әсәйеңдән ситтә йәшәгәндә уларҙың ҡәҙере яҡшы беленә икән. Миңә яҡты өмөттәр, изгелек бүләк иткән тыуған ҡалама ниндәйҙер файҙа килтергем, яҡшылыҡ ҡылғым килә. Аспирантураны тамамлағас, мотлаҡ Өфөгә ҡайтырға уйлайым.
Әлфиә САФИНА, Мәскәү дәүләт дизайн һәм технологиялар университеты студенты: – Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуып үҫтем. Һүрәт төшөрөргә яратҡанымды белгәс, атай-әсәйем мине Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернатына уҡырға инергә өндәне. Бик күп шөғөлгә өйрәттеләр бында: витраж төҙөргә, балсыҡтан әүәләргә, тегергә, гобелен эшләргә… Төрлө республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, дипломдарға лайыҡ булдым. Гимназияла КВН командаһын булдырыу теләге бик көслө ине.
Идеяны хуплаусылар табылды. Республика кимәлендә үткәрелгән “Шаяниум”да ҡатнашып, III дәрәжә дипломға лайыҡ булдыҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Тамыр” студияһы ойошторған “Портрет” программаһында даими ҡатнаштым. Гимназияны көмөш миҙалға тамамланым.
Мин кейем дизайнеры һөнәрен аласаҡмын. Әле төрлө конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашам. I курста уҡығанда “Киләсәккә аҙым” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урынды яуланым. Японияла үткән халыҡ-ара конкурста дипломға лайыҡ булдым. Уҡыу еңел бирелә, барыһы ла “отлично”! Өҫтәүенә, юридик факультетҡа уҡырға индем, моғайын да, икенсе юғары белемдең дә тормошта кәрәге тейер.
Даяна БАЙМОРАТОВА, К. Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетының Аэрокосмик конструкциялар, технологиялар һәм идара итеү системалары институты студенты: – Баймаҡ ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбен тамамланым. Математика фәнен айырыуса яраттым, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнаштым. Ғөмүмән, һәр фән минең өсөн ҙур асыш ине, шуға күрә һәммәһен дә үҙ иттем, күберәк белергә ынтылдым. Биология, тарих, донъя художестволы мәҙәниәте һәм информатика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаларында дипломдар менән бүләкләндем. “КРИТ – 2010”, “КРИТ – 2011” мәғлүмәт технологиялары буйынса республика конкурстарында ике йыл рәттән еңеүгә өлгәшеүем миңә ҡанат ҡуйҙы. Әле, вузда уҡыу менән бер рәттән, селтәр (сетевой) технологиялары буйынса Cigco курсын үтәм. Һайлап алған һөнәрем бик оҡшай, уҡыу еңел бирелә. Заман технологияларын үҙләштерергә теләүсе йәштәр беҙҙең вузға рәхим итһен!
Ә Йылайыр районы ҡыҙы Гөлкәй Селәүсенова һәм Хәйбулла районы егете Усман Юнысов К. Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетында белем ала. Береһе – металлургия, икенсеһе нанотехнология һәм микросхемалы техника буйынса белгес буласаҡ. С. Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведка университеты студенты Айгөл Аллағолованың хыялдары ла икһеҙ-сикһеҙ, инглиз телен бөтә камиллығында өйрәнеү өсөн өҫтәмә курсҡа яҙылған, студенттарҙың мауыҡтырғыс донъяһын, йәмәғәтселек эшмәкәрлеген ошо бөтмөр, алсаҡ ҡыҙҙан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Һис шикһеҙ, бындай талантлы, ут кеүек янып торған, әүҙем, белемле егет һәм ҡыҙҙар республикабыҙға бик кәрәк. Яңыраҡ Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарында уҡыусы студенттарҙың һәм аспиранттарҙың ассоциацияһы “Арбат” мәҙәниәт үҙәгендә биш йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны. Ҙур ҡалаларҙағы киң танылған вуздарҙа белем алыу теләге менән янған йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙыу, мәғлүмәт биреү, мәктәптәрҙә профессиональ йүнәлеш эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүҙе улар үҙ өҫтөнә алған. Күңелле сарала Башҡортостандың билдәле шәхестәре, сәйәсмәндәре лә ҡатнашып, иң әүҙем йәштәребеҙгә республиканың Мәғариф, Мәҙәниәт, Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлыҡтарының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. “Мираҫ” фонды (рәйесе – РФ Дәүләт Думаһы депутаты С. Мырҙабаева) ойошторған йыллыҡ конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Фән өлкәһендә, йәмәғәтселек эшендә, сәнғәттә, спортта уңыштар яулаған “иң-иң”дәр дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән дәртләндерелде.
11 еңеүсе араһында тап Илүзә Иҙрисованың гран-при яулауы һис тә ғәжәп тойолманы, “Синергия” Мәскәү финанс-сәнәғәт университетының IV курс студенты, тик “бишле”гә генә уҡыуҙан, йәмәғәт эшендә ҡатнашыуҙан тыш, ил күләмендә үткәрелгән ғилми конференцияларҙа ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән. Фән өлкәһендә ышаныслы аҙымдар яһаған яҡты өмөтөбөҙ, Бөтә Рәсәй “Робофест – 2014” фестивалендә еңеүсе йәш ғалим Азамат Буранов, файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары геологияһы өлкәһендә етди эш алып барған Яна Айдибаева, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән таң ҡалдырған Фидан Ишморатов та ошо еңеүселәр исемлеген дауам итә.
– Мәскәүҙең ҙур залында үҙ телеңдә ҡотлауҙарҙы ҡабул итеү, тыуған республикаңдың ышанысын тойоу, “Мираҫ” фондының бүләктәрен алыу, әлбиттә, бик күңелле булды. Бер миҙгелгә Башҡортостанға ҡайтып, һағыныу тойғоларын баҫҡандай булдыҡ, – тине еңеүселәрҙең береһе Артур Буранғолов. – Артабан да һынатмаҫҡа, милләтебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә – беҙҙең девиз шундай!
Динә АРЫҪЛАНОВА.