03.04.2015 Ил инәһе менән осрашыу
Яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның хәҙерге заман проблемаларын күтәргән хикәйәләре, тормошта булып үткән ваҡиғалар менән һуғарылған әҫәрҙәре һәр кемгә өлгө булырлыҡ.
Әҙәбиәт йылы уңайынан 5 мартта Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында яратҡан яҙыусыбыҙ Мәрйәм Бураҡаеваның “Көҙгө ысыҡ” хикәйәләр йыйынтығы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы, шулай уҡ билдәле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Сарала әҙәбиәткә битараф булмаған студенттар, уҡытыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Кисә “Дала моңо” тарихи хикәйәһе менән танышыуҙан башланды. Китап һөйөүселәр алдына “Миша Толстой үҙенең башҡорт икәнлеген танығанмы?”, “Ҡатнаш никахтан тыуған балалар, һис шикһеҙ, һәләтле, шул һәләтте Миша башҡорт халҡына бирә алырмы?” тигән һорауҙар ҡуйылды. Фекер алышыуҙан һуң автор үҙенең фекерен әйтте: “Мин Мишаның артабанғы яҙмышын уҡыусыға уйланырға ҡалдырҙым. Яуап иһә Мария Михайловнаның ҡыҙы Вераға әйткән һүҙҙәрендә. Ғаиләлә ике төрлө тәрбиә барырға тейеш түгел. Баланы бер йүнәлештә генә үҫтерергә кәрәк. Шуға күрә тормош юлдашын үҙ милләтеңдән һайларға кәрәк”.
“Көҙгө ысыҡ” хикәйәһен уҡығандан һуң тыуған яҡтың ни тиклем ғәзиз булыуын, эскерһеҙ мөхәббәттең тик тыуған төбәктә генә яралыуын аңларға була. Һәр кемдең йөрәгендә тыуған ауылына ҡарата һөйөү тойғоһо ята. Беҙҙең ил халҡы ергә тартыла. Шуға күрә ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу – беҙҙең иң изге бурыс!” – тине Мәрйәм апай.
Яҙыусының “Төш” хикәйәһе иһә бөгөн көнүҙәк булған проблемаларҙы күтәрә. Хикәйәлә ирҙең, ҡатынына хыянат итеп, ҡабаттан ғаиләһенә әйләнеп ҡайтыуы һүрәтләнә. Аҡыл менән эш итеп, ғаиләләренә тоғро ҡалһын ине, тине конференцияла ҡатнашыусылар.
“Ҡорҙаштар” хикәйәһе лә “Төш” хикәйәһе менән ауаздаш. Әҫәр “Кешенең ғаиләһен боҙоп, икенсе берәүҙе яратырға хоҡуғы бармы?” тигән һорауға яуап эҙләй. Мәрйәм апай: “Ирҙе ситкә ебәрмәҫ өсөн, пианино ҡылдарын көйләгән кеүек, үҙеңә ҡарата көйләп алырға, яҡшы ҡаршы алырға кәрәк, аҙып йөрөгән ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәт ныҡ насар, хикәйәм менән шуны әйтергә теләнем”, – тине.
“Атайымдың улы булмағас” әҫәрен беҙҙең йәштәр Айбулат кеүек өҙгөләнмәһен, заман ҡабатланмаһын, тип яҙҙым. “Киҫәкбикә”лә үҙ теленә, иленә, халҡына тоғро, ғорур башҡорт ҡыҙын һүрәтләнем. Бөтә хикәйәләремдең дә прототиптары бар. Ҡәҙерле дуҫтарым, тормошта үҙ урынығыҙҙы табығыҙ, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмағыҙ, мөхәббәт өлкәһендә лә яңылышмағыҙ. Телегеҙҙе һаҡлағыҙ! Илегеҙгә файҙа килтерерлек шәхестәр булып үҫегеҙ! Урал рухы көслө һәм беҙ йәшәрбеҙ әле!” – тип тамамланы һүҙен ил инәһе.
Мәрйәм апайҙың хәҙерге заман проблемаларын күтәргән хикәйәләре, тормошта булып үткән ваҡиғалар менән һуғарылған әҫәрҙәре һәр кемгә өлгө булырлыҡ. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар тетрәндергес әҫәрҙәр яҙған әҙибәгә рәхмәт әйтте.
Артабан күренекле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлын, ижадын яҡтыртҡан хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Студенттар шағирҙарҙың уға арнап яҙған шиғырҙарын һөйләне. Сара башҡорт йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Кисәгә килеүселәр Һәҙиә Дәүләтшинаның таш һынына сәскәләр һалды.
“Һәҙиә Дәүләтшина – беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, Һәҙиәбеҙ булыу менән беҙ сикһеҙ бәхетлебеҙ”, – тине Мәрйәм Бураҡаева осрашыу һуңында.
Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.
Бөрө ҡалаһы.